Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
31 Май 2021, 12:39

ҠЫРЫМ ЕҘНӘ

Һеҙ, апай, интернеттағы фотоларығыҙҙы алмаштырығыҙ әле, әллә ниндәй ауыльский үҙешмәкәр фотолар ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер беҙгә ул ирҙе һуштан яҙҙырыр фотолар кәрәк буласаҡ. Салонға барып, матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп... только шулай!

Ошолай ғашиҡ булырын белгән булһа икән! Ун туғыҙ йәшенән кейәүгә сығып, ун биш йыл эскән ирҙе тәрбиәләп тә ыҙаланмаҫ, әллә ни төрлө уй-пландар ҡороп тормошон ҡайһы ыҙанға төшөрөргә белмәй аҙапланмаҫ та һәм тағы әллә нимәләрҙе эшләмәҫ тә ине. Ҡайҙан беләһең инде? Алдағыңды түгел, иртән торғас көнөңдә ни булып китерен белеп булмай. Ҡыҫҡаһы, шулай булды. Ҡыҫҡаһы тип, Гөлсөм был хәлде баштан башлап һөйләргә ярата. Ләззәтләнеп, илай-көлә, ентекләп бәйән итә ул әхирәттәренә, һәм артыҡ әхирәт булмағандарына ла инде, мөхәббәт тарихын.
Иргә иртә барҙы ул. Артынан тотам ҡалмай йөрөгән егеттең һалдат салбары ла туҙып өлгөрмәгән ине улар өйләнешкәндә. Ир ошолай була икән дә, уның менән тормош шулай икән тип йәшәне лә китте. Яйлап айырым сыҡтылар, мал үрсеттеләр, бала-сағалы булдылар. Барыһы ла һәүетемсә кеүек ине лә, ир тигәне тәүге йылдары ҡунаҡтарҙан ҡыҙмасалап ҡына ҡайтыр булһа, тора-бара эштә эсә, бырҡылдап килеп туҡтаған тракторы кабинаһынан да ҡолап уҡ төшә башланы. Гөлсөм уны өҫтөрәп индереп һала, сисендерә, ҡоҫһа түгә... (ошо урынға ҡайһы бер телсән апайҙар гәбенсә “тысһа йыуа” тип тә өҫтәп ебәрергә булыр ине, уныһын геройыбыҙ әйтмәне).
Үтер кеүек ине ҡатынға был хәл, бер-ике булыр ҙа үтер ҙә китер кеүек ине. Эскелек арҡаһында өҙлөкһөҙ һуғышып, эт-бесәй булып йәшәгән күршеләре түгел дә инде улар йәки алкаш иренән туҡмалып күҙенән күк китмәгән һатыусы апай түгел. Матур итеп һөйләшер, бик булмаһа әрләп алыр, хатта бер-ике көн үсегеп тә йөрөр әле. “Алтыным” тип өҙөлөп торған ире, ихласлап тотонһа, тыңламай- күнмәй ҡайҙа барһын? Тик... ире уны инде тыңлауҙан үткән булып сыҡты. “Мин эсәмме? Кем эсә? Алкаш што ли мин һиңә?”- тип ажғырып ятмаһынмы шул кисә алып килеп кәйкәләткән еренән. Ир менән ҡатын беренсе тапҡыр “тас та тос” ирешеп китте. “Бисмилла” тип ирешмәйҙәр бит инде, күп кенә аяуһыҙ һүҙҙәр ҙә ысҡынды. Тәүге раунд ҡатын сеңләп илап ебәреү һәм ирҙең атылып тышҡа сығып китеүе менән тамамланды. Унан инде... был раундтарҙың икенсеһе лә, өсөнсөһө лә, йөҙөнсөһө лә булды. Була торҙо, аҙағынан үкенес һурпаһы эселә торҙо, “ничья”лары ла, еңеү-еңелеүҙәре лә һәм хатта ир ныҡ иҫеректә ҡатындың нокаутҡа киткән саҡтары ла булды. Бары булды инде, булды... Ир эскән, ҡатын шуға ҡаршы торған ғаиләлә нимәләр генә сыҡмаҫҡа мөмкин?.. Дауаланыуға ла тиклем барып еттеләр, улары ла иң оҙоно бер йылға тыныслыҡ биреп торҙо ла, унан тағы ла ҡоторғосораҡ булып кире әйләнеп килде.
Ун биш йылдың үткәнен дә, улы менән ҡыҙының үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалды ҡатын ир менән айҡашып йәшәп. Бер мәл ян-яғына ҡарап ебәрһә, балалар сығып китеп бөткән, матур саҡтар геүләп үткән дә, көҙгөнән һурылып, һарғайып кипкән бер ҡатын йораты ҡарап тора, имеш. Шул мәл Гөлсөмдө, мәңге иҫерек ирен күрмәҫ өсөн туҡтауһыҙ баҡсала соҡонған еренән ниндәйҙер ҡөҙрәтле көс ҡулынан тартып туҡтатҡандай булды бит. Ул, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ашығып мунсаға инеп китте лә, соландағы боронғо көҙгөгә текәлеп ҡарап ҡалды. Сағылыштағы үҙенә түгел, ә үҙенән дә аша нимәнелер күрергә, аңларға теләгәндәй күҙ алмаһын да шылдырмай, керпеген лә елпетмәй торҙо. Унан... төпкә үтеп сисенеп ташланы ла, һыуынған һыуҙарҙы ҡойоп алып, йүкә йыуғысты күпертеп тороп ышҡынырға кереште. Йәйге көн булһа ла эңер һалҡыны ла, яғылмаған бура һыуығы ла бар, сайынып бөткәндә теше тешкә теймәй ҡалтырап, шунда торған халатҡа уранып өйгә йүгерҙе. Ингәс һаҡ ҡына баҫып йоҡо бүлмәһенә үтте лә, һөртөнөп-кейенеп алғас, оло сумаҙанын һөйрәп сығарып, кейемдәрен тултыра башланы. Йыйыныуға ярты сәғәттәй генә ваҡыт етте. Йә, инде ошонда бәйләп ҡуйылғандай булып бер ғүмер йәшә лә, китәм тиеүеңә утыҙ минут та етә... Сығыр алдынан өйөн байҡап сыҡты. Бындағы һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән йыйнап, бөхтәләп, яратып ҡына барлап тотҡан бит ул. Һәр нәмә иҫтәлекле, ҡәҙерле. Шулай хисләнеп килеп төпкө бүлмәләге иҫерек янына инде. Нисек тә йәлләргә, аярға тырышып ҡараны, күңеленең әле бер, әле икенсе еген ҡапшаны, тик күңел тигәнең инде бик ҡаты бикләнгән һәм асылырға ла, йомшарырға ла телмәй ине. Шайығы ағып хырылдап ятҡан ирҙең шыуып төшкән юрғанын ҡалҡытып һалып, йорт ишеген һаҡ ҡына ябып сығып китте. Йортоноң ғына түгел, үткәненең ишеген япты ул. Бында кире әйләнеп ҡайтмаҫын ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙға ғына хас тойомлауы менән тойоп, белеп китте...
Ире телефондан шылтыратып бер-ике иреште лә, шул йәйҙе иркенләп һабантуйлап йөрөп үткәрҙе. Унан үҙе һымаҡ бер ҡатынды табып алып йәшәне лә китте. Гөлсөм хатта ишетеп хайран ҡалып ултырҙы. Уның ун биш йыл йыйған донъяһына ниндәйҙер эскесе бисә хужа булды ла ҡуйҙы. Ярай, йортто улына яҙҙырған да, уныһы артыҡ ҡайғы түгел, ә һуң ҡатынының ун биш йыллыҡ ғүмерен аяҡ аҫтына һалып тапауын бер айныҡҡанында уйлаһасы икән ул йүнһеҙ? Шулай тип әсенгән әсәләрен балалары үҙҙәренсә йыуатҡан булды:
--Һин үҙеңде ҡара, әсәй, һаулығыңды ҡайғырт, матур итеп кейен, концертҡа йөрө, ял ит.
Ял итеп кенә ятманы инде, ауылдағы китапханаһынан сығып, ҡала китапханалары буйлап эш эҙләп китте. Һәм тапты ла. Бәләкәй генә коллективҡа яғылып, өйрәнгән хеҙмәтен дауам итеп алып китте. Ҡыҙы, улы килеп-китеп йөрөнө, улар икенсе ҡалала уҡыны, Гөлсөм ярайһы ғына шәһәр ҡатынына әүерелеп алды. Баҡса, мал, ҡош-ҡорт булмағас, иң мөһиме уттан-һыуға ташлар ғауғалар, шөбһәләнеп-һағайып көтөүҙәр булмағасмы, ҡапыл ярһып китеүҙәре, илаҡлығы, ҡурҡаҡлығы юҡҡа сыҡты. Хәҙер ул күңелсәк кенә мөләйем апайға әйләнде. Матурлыҡ салонына, бассейнға, сәйәхәттәргә ваҡыт бүлергә өйрәнде. Тормош дауам итте.
Бер мәл уның контагына һуң ғына ниндәйҙер кешенән смс килде. “Һеҙ миңә оҡшайһығыҙ. Әйҙә, танышайыҡ.” тигән был. Һуңғы йылдары интернет менән эшләү талап ителгәс, ошо шөғөлдө лә өйрәнеп алып, ярайһы ғына йөҙә ине инде был киңлектә. Һәм яңғыҙ ҡатынға ир-егет тә яҙмай, мөрәжәғәт итмәй тормай. Ундайҙарға иғтибар бирмәй, юя ла ташлай ине, әлеге яҙманан тертләп киткәндәй булды. Һәм шул аңлайышһыҙ хис солғанышына эйәреп яуап яҙҙы: “Танышайыҡ һуң”. Шунан башланды ла инде яҙышыу. Ҡайҙалыр Ҡырым яҡтарында, диңгеҙ буйында йәшәгән ир менән өс көн эсендә утыҙ йыл белгәндәй булып аралашты ла китте. Һәр икеһе түгелеп үҙ яҙмышын һөйләне. Бер-береһен шул ҡәҙәрем яҡшы аңланылар, шул хәтлем яҡшы тойҙолар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, яҙышып төндәр етмәне. Һәм тора-бара ҡатын был ирҙән хат-хәбәр алмайса бер көн дә тора алмай башланы. Ике күҙе телефонда булып, эргәләгеләрен ишетмәй-күрмәй китте. Ул яҙһа шатланды-көлдө, яҙмаһа ҡайғы-хәсрәткә баты. Ул яҙһа аяғы ергә теймәй йөрөнө, яҙмаһа хәле бөттө лә ултырҙы. Әлеге мөнәсәбәттәргә шундай мохтажға, хатта ки ауырыуға әүерелде. Ярты йылдан Гөлсөм ул ирҙең бөтөн тормошон ғына түгел, шәхси хужалығында миҙгеленә нисә тонна виноград алыуын да, уны ҡайҙа күпмегә һатыуын да, кемдәр менән ҡайһы ваҡытта һәм нимә һөйләшеүен дә, һәм башҡа ваҡ нәмәләрен дә, ятлап алған ине.
Тиҫтә кешенән генә торған коллективта, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ғына булғанда, кемдеңдер айырым сер йөрөтөүе мөмкинме инде? Һәр көн иртән килеп ингәс тә, улай-былай итәләр ҙә, төшкө ашҡа тиклем һыуһын араһында сәйләп алалар. Шунда кемдең өйөндә нимә булған да, ире ни әйткән, ҡалай ҡыланған, балалары, туғандары, ҡәйнәләре... күршеләре йәки урамда... кемдер... нимәлер... ҡайҙалыр тураһындағы хәбәрҙәр башлана ла, хушлашып таралышҡанға тиклем дауам итә. Аңлайһығыҙҙыр инде? Ҡатын-ҡыҙ коллективы...
Гөлсөмдөң дә сере таш ҡапсыҡта ҡала алманы. Уның хыялый булып йөрөгәнен аңғарған бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын “ай-вай”ына ҡуймай, үтен һығып сығарып тигәндәй һөйләтеп алды.
--Ҡайҙан?
--Ҡырымдан...
--О-о! Диңгеҙ буйынанмы?
--Шулай шикелле...
--“Шикелле” булмаһын. Точноһын бел, диңгеҙе булмаһа сразы бер илегә баһаһы төшә.
--Кем? Нисә йәш?
--Илле...
--Ҡартыраҡ түгелме? Бабай нимәгә һиңә, Гөлсөм апай?
--Мин үҙем дә йәш түгел инде...
--Ярай, ир кешенең олораҡ булғаны яҡшы ул, — быныһын өлкәнерәктәре әйтә.
Һорау алыу дауам итә:
--Нимә менән шөғөлләнә?
--Виноград үҫтерәм тип яҙа.
--Ҡатыны юҡмы?
--Ҡатынлы кеше сит ҡатындар менән яҙышмаҫ инде.
--Э-эй! Яҙышмаҫтар! Интернетта фейк битенән биш ҡатынға хат яҙып ятҡан ирҙәр бар хәҙер.
--Әлләсе... Алдаҡсыға оҡшамаған да ул...
--Ярай, уныһын асыҡларбыҙ. Һиңә нимә тип яҙа?
Гөлсөм уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарып-бүртенде. “Оҡшайһың, бер күреүҙән ғашиҡ булдым, һин минең идеалым” тигәндәрен үк төпсөнмәҫтәр ҙә инде. Тик ҡатын-ҡыҙ халҡы яуыз, ишетергә теләгәнен әйттермәй ҡалмай.
--Яратам тейме һуң?
— ...
— Гөлсөм апай, хистәрен белдерәме, әллә һеҙ виноград үҫтереү тураһында ғына һөйләшәһегеҙме?
— Белдерә былай...
— Шунан, күрешәйек тейме?
— Тимәй, так то.
— Но ул һеҙгә оҡшай, шулай бит?
— Оҡшаймы тип...
— Улай бешмәгән булмағыҙ, уй-теләктәрегеҙҙ тура әйтеп өйрәнегеҙ, юғиһә, ир-егет төртөп күрһәтмәйсә аңламай ул.
— Минең улай берәүгә лә әүрәгәнем юҡ. Әллә нимәһе бик яҡын, күптән белгән, көткән кеше һымаҡ.
— Понятно. Һеҙ, апай, интернеттағы фотоларығыҙҙы алмаштырығыҙ әле, әллә ниндәй ауыльский үҙешмәкәр фотолар ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер беҙгә ул ирҙе һуштан яҙҙырыр фотолар кәрәк буласаҡ. Салонға барып, матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп... только шулай!
Шул көндән башлап теге бер ваҡытта ла күрмәгән, әммә Гөлсөм аша бар хәлен дә белеп торған иргә “Ҡырым еҙнә” тип исем ҡушылды ла, ул да әлеге коллективтың бер ағазаһына әүерелде.

Аралашыу бер йыл барҙы, ике йыл барҙы... өс йыл... Ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, уларҙы хәбәр менән тәьмин итеүсе лә арыны тамам. Арыны ғына түгел, был хәл-ваҡиалар ҡыҙығын юғалта төштө. Хәҙер инде эштәге ҡыҙҙар ҙа килә һалып “Ҡырым еҙнә ни яҙа әле?” тигән һорауҙы бирмәй. Улар ҙа ялыҡты, моғайын, һорашып. Гөлсөм дә көтөк булды. “Әйҙә, кил” тип кенә өҙөп әйтергә ҡыйманы. Теге яҡ “ана киләм, бына киләм” тиһә лә офоҡта күренмәне.
Бер көн эштә сәй эскәндә ҡыҙҙар нисектер шул “Ҡырым еҙнә”гә әйләнеп ҡайтты ла, аранан берәүһе:
--Гөлсөм апай, нишләп һин унда үҙең барып ҡайтмайһың әле? Бар ҙа, күр ҙә, хәл ит! – тимәһенме.
Башҡалары ла күтәреп алды:
--Нуу! Күпме яҙышырға була?
--Если гора не идет... Бар ҙа төш, оҡшамаһа ҡайтыр ҙа китерһең. А то былай ҡартайырһығыҙ ул хат яҙышып.
Гөлсөм сәбәләнде:
--Ҡуйсәле, ир эҙләп килгән тейер. Хәҙер мин яҙышып ҡына йәшәүгә лә күндем инде, бара миңә.
Ҡыҙҙар ҡуйманы:
--Может ул бер һантыйҙыр! Ә һеҙ уға ваҡыт әрәм итәһегеҙ. Нисә йыл әле? Өс? Ө-ө-өс!
— Ыстағайым! Һуғыштан улай көтмәйҙәр!
— Бер һылыу принцын көткән көткән дә, бер мәл почтальон уға пенсия алып килгән, ти. Шуның һымаҡ һин, әй.
--Һеҙҙең унда барып килгәнегеҙҙе кем белә?
--Давай, отпускыңда уйла, һис юғы шул яҡҡа ялға барып кил, шунда күрешерһең нейтральный территорияла.
Барыһына бер юлы яуаплай алмай баш сайҡап ҡына ултырһа ла, ошо идея башынан сыҡманы хәҙер Гөлсөмдөң. Тәүге йылдары алҡымынан алып килгән ғорурлығы ла инде ыуалып төшкәйне. Инде көтөп-көтөп тә диуана булғайны. “Была-не была, - тип уйланы ул хәҙер, — йәш ҡыҙмы мин яусы көтөп ултырырға, былар әйтмешләй, кем белә лә кем күрә. Исмаһам бер күрешеп, кафе-фәләндә ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсеп булһа ла сығыр, унан... төңөлөр...”
Отпускыһына Ҡырымдың бер ял йортона путевка һатып алды, бер аҙнаға ғына. Мөхәббәтенә хәбәр иткәйне (хәҙер бит улар шулай “мөхәббәт” кимәленә күтәрелгән), һикереп төштө: “Кил! Көтәм!” тине. Унан, ултырҙы ла китте поезға.
Тәҙрәнән иҫ киткес күренештәргә шаһит булып бара. Башҡортостандың гүзәллеген артта ҡалдырып китеүҙәренә, икенсе донъя матурлығы асылды. Ул алма баҫыуҙары, груша яландары, виноград плантациялары... Тик бынау купелаш бер ир генә йәнде көйҙөрөп тота ла һүҙ ҡуша. Уның тағы ла нимәлер тип борсоуына Гөлсөм ризаһыҙ йөҙөн борҙо:
--Нимә тинегеҙ? – “Нимә кәрәк һиңә?” тигәнде аңлатты был төҫ.
Ир уның сырайын аңғарҙы, шулай ҙа хәбәрен ҡабатланы:
--Был станцияла оҙаҡ торабыҙ, сығып йөрөп киләйек, ҡала матур бында.
--Сығығыҙ һуң, – әйтерһең уны тотоп ултыра, әйтерһең улар бергә сыҡҡан юлға. Ошо һонтор ирҙе Өфө вокзалында уҡ аңғарғайны ул Гөлсөм, Өфө-Симферополь поезы юлына ла бер-бер артлы төшөп торҙолар. Һәм, бына, хатта бер купела китеп баралар. Уйҙарына сорналып, йөҙ төрлө икеләнеп, үҙ алдына үҙе ҡаңғырып килгән ҡатынға урай ҙа өндәшә, урай ҙа өндәшә. Гөлсөм уның әйткәнен ишеткәндә рыя ғына баш ҡаға йәки бөтөнләй аңғармай утырып ҡуя. Өҫтәге полкалағы ике йәш кеше телефондарынан айырыла алмай, унан йә йоҡлайҙар, йә тартырға сығалар. Ә Гөлсөмгә бынау әҙәм тынғылыҡ бирмәй. Икеһе лә бер-береһенең башҡорт икәнлектәрен дә, хатта төҫ-йөҙгә ҡарап бер яҡтыҡы булыуҙарын да аңғара, әлбиттә. Әммә ҡатын һыр бирмәй, ә ир артыҡ ныҡышырға ҡыймай, ахыры.

Йорттары ла, ере лә аҡ мәрмәрҙән булып, һәр мөйөшөндә сәскәләр баҙырашҡан ят ҡаланың төнө лә көндәй яҡты. Вокзалда халыҡ һис йоҡларға уйламағандай ҡайнашып йөрөй. Ашарға, эсергә теләгәндең йөҙ төрлөһө һатылып ята. Тимер юлдары араһындағы был сағыу баҙарҙы тамаша ҡылып йөрөй ине, артында ғына башҡортса өндәштеләр:
--Әйҙә, һыйланып алайыҡ.
“Йәлп” итеп әйләнһә теге һонтор тора. Ҡулында туңдырма.
--Р-рәхмәт..., — туңдырма яратмаһа ла, бынау эҫелә хәҙер генә иреп ағырын да, ташларға тура килерен уйлап, алды, — кәрәкмәҫ ине лә...
--Эҫе бит, — ир үҙенең туңырмаһын асып яртыһын тигәндәй тешләп ҡапты, — аҙ булһа ла эскә һыуыҡ төшөрәйек.
Унан ҡатындың теләр-теләмәҫ кенә ашағанын күреп өҫтәп ҡуйҙы:
--Бәлки, поезда ресторанға инербеҙ, унда һалҡын һыра йәки квас була торған.
“Һыра”нан Гөлсөмдөң ҡолағы “ҡарп” итте, ирҙе баштан-аяҡ көйҙөрә ҡарап сыҡты, мейеһенән: “Әһә! Бына бер алкаш” тигән уй үтте лә, боролоп китеү яғын ҡараны. Тик яңы танышы бер ни аңламай ҡуша атланы ла китте. Бына һиңә бер бәйнәт әҙәм!
Һөйләшмәһәләр ҙә йәнәш барҙылар. Ҡыҙҙар кеүек сыпранлап килә лә алмай, юлдашы ла йәш кеше түгел, тәртип һаҡлап йөрөй бирҙе Гөлсөм. Ҡулдарҙағы туңдырмалар ашап бөтөлдө, тик һүҙ ялғанманы. Бара борғас аллы-ҡыҙыллы яулыҡтар һатылған ергә килеп сыҡтылар. Сепрәк-сапраҡ күргәндә ҡатын-ҡыҙ барып тотҡолап ҡарамайса сыҙай буламы – Гөлсөм дә әле бер косынканы һыйпаны, әле ебәк шарфты алып яурынына һалып ҡараны. Ҡояшта янып көрән төҫкә ингән һатыусы ҡыҙ өгөтләргә лә кереште:
--Һеҙгә бик ныҡ килешә! Ҡара сәсегеҙгә ошо зәңгәр сәскәләр яғылып ятҡандай ғына.
Килешкәнен үҙе лә күрә Гөлсөм, тик алыҫ юлға сыҡҡанда яулыҡ ҡайғыһымы, аҡсаһы ашап-йәшәп йөрөп ҡайтырлыҡ ҡына.
--Рәхмәт, икенсе юлы... – тип яулыҡты кире һондо ла, ҡырҙараҡ баҫып торған ирҙең һаман уны күҙәткәнен аңғарып, уңайһыҙланып та, асыуы ла ҡабарып, вагонға табан юлланды.

Ҡалған көн ярымда ир нисек кенә иғтибарын яуларға тырышмаһын: сәй алып килһенме, туҡталыштарҙа нимәлер тотоп инеп һыйларға маташһынмы, гәзит-журнал һонһонмо – ҡатын ыжламаны. Ул бит һөйгәне янына китеп бара. Юлда ниндәйҙер икенсе әҙәмдең әүрәтеүенә әүмәй инде. Еңел холоҡло бисә түгел дә ул. Шуға ла был юлдашына күҙ һалғанда ла яндыраһынан өҙөп ҡараны ла, һыйлауҙарынан баш тартып, рәхмәт әйтеү менән генә сикләнде. Ахырҙа теге ир: “Ошо беҙҙең башҡорт ҡатындары ҡырыҫ инде ул” тип көрһөнгән булып, ҡул һелтәне. “Шулай булмаһа кәрәк, - тип эстән генә һүҙ көрәштерҙе уның менән Гөлсөм, - ҡатындың күңелен аңлай торған халыҡмы һеҙ...”

“Ҡырым таңдары”на урынлашып, ял йорто менән танышып, төшкө ашҡа төшһә, мыйығының буйының буйына ауыҙы йырылып теге юлдашы тора. Гөлсөмдөң ризаһыҙлығын белдереп ирен бүлтәйтеүенә ла яуабы әҙер:
--Сит ерҙә ике башҡорт булып турһайышып йөрөмәйек инде. Бергә ял итәбеҙ значит. Әйҙә, танышайыҡ: мин – Булат.
Ирҙең һуҙылған ҡулын күрмәмешкә һалышып үтеп китеп, аҙыҡ-түлек алып өҫтәлгә ҡунаҡлағас, шулай ҙа ҡаршыһына килеп ултырғанға яуап бирҙе:
--Гөлсөм.
— Путевка менәнме бында?
--Юҡ, — Гөлсөмдөң был мәғлүмәттәрен сығарғыһы килмәй, әммә бер нәмәне асыҡларға булды, — бер аҙнаға ғына, үҙ эштәрем менән.
--Шулай ғынамы ни?.. – Булат ысынлап аҙарынды, — Ниңә улай? Бәлки, уйларбыҙ ҙа оҙайтырбыҙ ялды?
--Мин үҙем өсөн үҙем уйлайым.
Гөлсөмдә аш ҡайғыһы ла, бигерәк тә был яңы танышы ҡайғыһы ла түгел. Ул әле һөйгәненә килеп етеүен хәбәр итмәгән. Ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылап номерына ҡайтты ла шылтыратып ебәрҙе:
--Алло-о...
--Да! Тыңлайым! – теге яҡтан көр тауыш ҡолаҡты ярҙы. Ниндәйҙер шау-шыу араһында тора ине, ахыры, телефон хужаһы.
--Был мин – Гөлсөм...
--Эйе, Гөлсөм, сибәркәйем, сәләм-сәләм! Нисек хәлдәр?
--Яҡшы...
--Нисек тормоштар, аппағым?
--Яҡ-шы...
--Сәләмәтһеңме, гүзәлем, ниндәй яңылыҡтарың бар?
Бәтәс... Был ниндәй һорауҙар һаман?..
--Яңылыҡтар тип... мин – бында... Ҡырымда.
--Ҡырымда?.. Ә-ә-ә! Һылыуым, бөтөнләй баштан сыҡҡан! Ғәфү-ғәфү! Йөҙ тапҡыр ғәфү! Әлеге эш бит, мәшәҡәттәр.
--Шунан?..
--Беләһеңме нимә, рауза гөлөм? Һин мине унда бер-ике генә көн көтөп тор инде, йәме? Мин Әстрәханда баҙарҙамын әле. Сауҙаның шәп барған мәле. Ике көндән шунда булам. Йәме, гүзәлем?
--Я..рай, — ишеткәндәренә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт белдерергә тип баш ватҡан арала теге яҡ тауыш-ғауға араһында ҡысҡырып хушлашып һалып та ҡуйҙы.
Бына һиңә, алдыңмы кәрәгеңде?.. Ул һинең килереңде онотҡан. О-нот-ҡан! Башта ҡапыл шулай ярһып алһа ла, яйлап Гөлсөм уны үҙе алдында аҡлай башланы:
--Оноторға ла мөмкин... эше ҡайһындай уның.
--Буш йөрөгән әҙәм булһа ҡырҡ шылтыратып ҡаңғыртыр ине, ә был деловой.
--Эшлекле ирҙәр шулай булалыр инде ул...

Ялының беренсе кисен номерынан сыҡмай бөгәрләнеп ятты. Әллә ниндәй ҡабарынҡы хыялдар менән аяғы ергә теймәй йөрөгән булһа, әле улары бушай төшөп, шул сәбәпле ныҡ ҡына кәйефен дә ҡырып, берәүҙе лә күргеһе килмәне. Ял йорто хеҙмәткәрҙәре көндөҙ, ингән-сыҡҡанда, кистәрен төрлө кәйеф асыу саралары булырын, ҡайҙа нимәләр күререгә мөмкинлеген, ҡайҙа йыр-моң, ҡайҙа уйын-көлкө барасағын иҫкәртә ине. Ҡараңғы төшөүгә асыҡ тәҙрәләрҙән эскә күңелле музыка урғылды. Гөлсөм шул дәртле көйҙәр аҫтында һис килешмәгәнсә бойоғоп китеп ятты ла ятты. Йә инде... нимәһен йөрәге арбалған һуң шул иргә? Магниты тартҡан һымаҡ булды ла торҙо бит... Үҙе, исмаһам, ҡаршы берәй аҙым яһаһасы? Ниңә улай булды һуң әле? Нисек улай?..
Икенсе көн ял йортоноң паркында килеп тапты уны Булат. Былай ҙа ҡылтым ғына ҡатындың бөгөн үтә лә кәйефһеҙ икәнлеген дә аңғарҙы. Шулай ҙа боролоп китмәне. Иллә ныҡыш та инде үҙе! Бер генә лә үҙһаҡланыу инстинкты юҡ әллә? Улай тиһәң, ярамһаҡланып, ярап, ҡуштанланып өйрәнмәгән күп ирҙәрҙә юҡ ул ундай төшөнсә. Улар ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй туҡмаҡ алырҙарын да, аҙағы нимә менән бөтөрөн дә уйлап тормайса тура һәм дөрөҫтө генә һөйләй ҙә ҡуя. Эй, бер ҡатлы ир халҡы...
--Сәләм, — тине ул әле лә яҡын уҡ килеп. Гөлсөм баш ҡына ҡаҡты. Хатта ҡарамай ҙа китеп бармаҡсы ине, ир уны бөтөн кәүҙәһе менән боролоп баҫырлыҡ итте, — Паркта кәлеп һуғыр өсөн килдеңме инде? Күпме йөрөргә була бында?
“Миндә һинең ни эшең бар?” тимәксе ине лә ҡапыл, унан аҙыраҡ әҙәпте иҫләп тыйылды. Бер яҡтан уйлаһаң, был әҙәм хаҡлы ла инде. Ул бит ял итергә, донъя күрергә, диңгеҙҙә йөҙөргә һәм .... Ярай, уныһы...
--Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ? – үҙенә лә көтөлмәгән һорау бирҙе ҡатын.
--Әйҙә, диңгеҙ күреп киләйек.
Илар хәлгә етеп тулышҡан, сәсен йолҡҡослар сиккә етеп көйгән һәм үтә лә, үтә лә бәхетһеҙ ине был мәлдә Гөлсөм. Ҡаршыһына шайтан үҙе килеп баҫһа ла, йәһәннәм сигенә китергә саҡырһа ла барыр ине, моғайын. Барыр ҙа бөтөн ояларын туҙҙырып, ен-пәрей илен еңеп ҡайтыр ине. Шундай уҫалланған, яһилланған сағы ине. Бәхетһеҙ ине сөнки. Ә бәхетһеҙ ҡатын ул иң яман көс.
Парлашып сығып киттеләр. Һөйләшмәйҙәр. Асылда янындағы ир нимәлер һөйләй шикелле. Тик Гөлсөм уны ишетмәй. Хәле кеше хәбәрен тыңларлыҡ та, аңларлыҡ та түгел. Һауаға олғашҡан тауҙар итәгендә ултырған йорттан түбән төшөү ҙә оҙаҡ ҡына ваҡытты алды. Бына алдарында өҫкә шауы ғына ишетелгән диңгеҙ киңлеге асылды. Хозурлығы! Мөһаббәтлеге! Яр буйына баҫтылар ҙа ҡарап ҡалдылар. Тулҡын толпарҙары ярһып сабып килеп ярға ырғыйҙар ҙа, төрлө төҫлө ваҡ ҡырсынды тере нәмәләрҙәй итеп йыбырлатып шылтыра-шылдыра кире сигенәләр. Бәреләләр ҙә сигенәләр, бәреләләр ҙә сигенәләр... Был күренешкә бер ҙә генә ялыҡмай ҡарап торорға ла торорға була икән. Һоҡланыуҙан, арбалыуҙан ҡатындың асыуы ла шул тулҡынға ҡушылып шылды әллә, ул яҙылып киткәнен дә һиҙмәне.
--Ҡалай матур!.. Иҫ киткес, ивет?.. Иҫ киткес...
--Эйе. Диңгеҙ ул бер сихри донъя инде. Тәүге тапҡыр күрәһеңме?
— Эйе, — тине Гөлсөм, — ә һеҙ... һин?
— Мин йыш килдем. Бында ла, башҡа диңгеҙҙәргә лә барғаным булды.
Ҡатын иргә һынаулы ғына итеп бер күҙен ҡыҫа биреп ҡарап ҡуйҙы:
--Ҡайҙа эшләйҙәр улай диңгеҙҙәргә генә йөрөй торған кешеләр?
--Хәрби мин. Капитан запаса. Беҙгә путевка бирелә.
--Ҡалай рәхәт.
Ҡарап ҡына тороуға мөрхәтһенмәне ир, ярҙа ҡыҙыныусылар араһында нимәлер теләнселәп йөрөгәне егетте саҡырып алды:
--Йәш кеше, асыҡ диңгеҙгә сығыу күпме тора?
Был шул диңгеҙгә сәйәхәтселәр йыйып йөрөүсе икән. Йәһәтләп яуаптарын яуҙырҙы:
--Ике кешегә өсәр меңдән! Төркөм менән сыҡҡанда бер кешегә мең ярым тура килә. Катерҙа һыу, һут, шампан һәм еләк-емеш була. Бөтөн төрлө һаҡланыу саралары ҡаралған, хәүефһеҙлек гарантиялана. Сығағыҙмы?
--Сығабыҙ.
--Ниндәй шарттарҙа?
--Ике кеше.
--Отлично! Улайһа, әйҙәгеҙ, минең арттан!
Гөлсөм аңын-тоңон аңлағансы Булат уны етәкләп алып та китте. Иҫенә килгәндә шортиктағы егет артынан ашығып атлайҙар ине инде.
--Ҡарағыҙ әле... Туҡта! Мин бит... минең янымда... миндә карта ғына... ҡулда аҡса юҡ!
--Аҡса миндә бар, уныһына борсолма.
--Кейенмәгәнмен бит һуң!
--Яланғас түгелһеңдә инде. Унда катерҙа ултыраһың ғына, ошо уҡ кейемдә.
--Уф! Һин мине яйһыҙ хәлгә ҡуяһың!
--Диңгеҙҙә аҙыраҡ елләнәбеҙ ҙә киләбеҙ. Бәлки күңелең асылыр. Бөтәһенә яман ҡарап, арҡыры һөйләшеп йөрөп кенә үткәрмәҫһең дә инде ялыңды, — тип ҡатынды катер баҫмаһына ла этәреп тигәндәй мендерҙе ир. Вәт, яуыз, ҡалай теле әсе, тигән уй үтте Гөлсөмдөң башынан да, тик иғтибарын икенсе нәмәләр яуланы. Егет уларға ҡотҡарыу күкрәксәләре кейҙерҙе, автоматтан атҡан шикелле итеп тейешле тәртиптәрҙе аңлатты ла, йомшаҡ эскәмйәһенә килеп терәлгәс, алдарына һый-хөрмәт алып килеп теҙҙе. Күп тә тормай уның командаһы менән катер геүләп елеп сығып та китте. Биткә дымлы ел бәрелде... Өҫтә аҡсарлаҡтар саңҡыны... Һулыш алған һайын күкрәк киңәйгәндән киңәйә барып, бына-бына ярылып китерҙәй булды... Әллә баш әйләнде, әллә диңгеҙ шулай сайҡаны... Бара торғас улар менән уҙышып дельфиндар сапты... Гөлсөм палуба арҡанына сат йәбешеп, бөтөн был илаһилыҡты күҙ ҙә йоммай күҙәтте. Катер менән бергә осто, дельфиндар менән бергә сумды, ел менән бергә иңләне диңгеҙ өҫтөн...
Ярға сыҡҡанда ла әле ярһыуы баҫылмаған ине:
--Ой! О-ой! Иҫ киткес булды! Ҡурҡыныс та, матур ҙа! Бындайҙы күргәнем юҡ, валлаһи!
Булатҡа уның көтөлмәгәнсә былай шаулы булып китеүе мәрәкә, ахыры.
--Оҡшанымы? – тип тыйнаҡ йылмая.
--Оҡшамай һуң! Рәхмәт һиңә.
--Бер ашарлыҡ булдыҡ, шулаймы?
--Булдыҡ.
Инде Гөлсөм ҡарышмай. Диңгеҙҙәге ҡыҙыҡтарын һаман һөйләй-һөйләй ир менән йәнәш атлай. Бик яҡын дуҫтар, күптәнге таныштар кеүек көлөшә-көлөшә яр буйына теҙелешкән ашханаларҙың береһенә барып инделәр. Яндарында официанттар йүгереште. Тәмле аш йәйелде өҫтәлгә. Һалҡын һуттар килде. Талғын көй ағылды. Диңгеҙ һауаһы ысынлап ныҡ асыҡтырғанмы, аҙыҡ та үтә тәмле, һыуҙары ла татлы тойолдо.
Туйынғас, баяғы тойғолар шауҡымы баҫыла төшкәс, был ике осраҡлы осрашҡан ир менән ҡатын тағы ла нимәлер хаҡында һүҙ ялғарға тейеш булып ҡалды. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуын, күпте белергә теләүен еңә алманы.
--Ял йортона хәрбиҙәр ҡатынһыҙ ғына йөрөймө?
--Ҡатыны булғаны ҡатыны менән йәки ғаилә менән.
--Ә һеҙ... һин?
--Ҡатынлы саҡта мин дә ғаилә менән йөрөнөм. Хәҙер яңғыҙ...
— Ни эшләп... яңғыҙ?
— Ҡатыным рус милләтенән ине, мин хеҙмәт иткән ҡала ҡыҙы. Ул шунда ҡалды... мин ҡайттым. Отсавкаға сыҡтым да, тыуған яҡтарыма юлландым, ул теләмәне.
— Ә балаларығыҙ?
— Улыбыҙ бар. Сит илдә йәшәй. Ә һин?
— Нимә мин? – Гөлсөм тертләп китте, — мин бер нәмә лә түгел.
Булат уға төбәлә бирҙе:
--Ниндәй эштәр менән бер аҙнаға ғына?
Ҡатын хатта ҡулы менән сәбәләнә яҙҙы:
--Былай ғына... Үҙ эштәрем, личные дела.
Ирҙең ҡаштары өҫкә һикерҙе:
--Личные? Шәхси тормошто хәл итәһең, тимәк?
Нисектер мыҫҡыллы итеп әйткәндәй булды Гөлсөмгә быларҙы ҡаршыһындағы ултырған әҙәм. Көлөп, тикшереп, кәмһетеп әйткәндәй. Бәлки, икенсе ҡараштан был улай уҡ булмағандырҙа. Бәлки, икенсе күҙлектән ғәп-ғәҙәти генә фараз булғандыр. Әммә ҡатын уны үҙ кисерештәре аша ғына күрҙе һәм ишетте. Ул башҡа төрлө баһалап ултырыр хәлдә түгел ине. Һәм... ирҙе албырғатып һикереп тороп баҫты ла:
--Кеше тикшергәнсе, үҙегеҙҙең шәхси тормошто яйға һалығыҙ! Йүнле ирҙең ҡатыны һис сәбәпһеҙ тороп ҡалмайҙыр әле, — тигәндәрҙе ырғытып китеп тә барҙы.
Булат уға, башын ҡыйшайта биреп нисек аптырап төбәлгән булһа, шул килеш ултырып ҡалды. Хатта ҡымшанманы ла. Был ҡатын-ҡыҙҙы аңлап булмағандың айышын төшөнгәнлек һәм шулай ҙа сираттағы тапҡыр сараһыҙ ителгәнлек ине.

Өсөнсө көн Гөлсөм Булатҡа, Булат Гөлсөмгә ҡараманы ла, яҡын да килмәне. Ашханала осраштылар, бассейн юлында, унан ял итеүселәрҙе йыйып океанариумға алып барҙылар. Унда ла ят кешеләрҙәй булып йөрөнөләр. Бөгөн инде Гөлсөмгә оят та, ҡыйын да ине. Уға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, һыйлап ултырған кешегә тота килеп ябырыл да, етмәһә шунда ташлап кит... Хатта көлөп маташҡан булғанда ла, улай ҡыланырға тейеш түгел ине тәрбиәле ҡатын-ҡыҙ. Рәхмәт әйтергә лә, ғәфү үтенергә лә китергә мөмкин ине бит? Мөмкин ине... их... Тик һөйгәненән шылтыратыу булмауы ҡатындың башын тағы ла бутап, ҡайнатып ебәрҙе. Телефонынан бер секундҡа ла айырылмайса, бер сың килгәндә лә өмөтләнеп төбәлгән экранда кискә тиклем дә таныш исем сыҡмағас, Гөлсөм тағы аҡылдан шашыр хәлгә етте. Унда Булат алдындағы ғәйеплелек тойғоһо бөтөнләй икенсе кешегә ҡарата булған хистәргә алмашынып, башта эстән ялбарыуға, унан асыуға, тора-бара инде тәрән төшөнкөлөккә бирелеүгә әүерелеп, мендәргә үкһеп ятып, йоҡлап китте...
Дүртенсе көн ашхананан сығып барғанда Гөлсөм танышын ҡыуып етте.
--Булат... Һеҙ, зинһар, мине ғәфү итегеҙ инде, йәме, теге мәл өсөн...
Ир көлдө генә:
--Ярай, үткән-бөткән. Һин дә үпкәләмә, мин бер нәмә лә уйламай әйттем.
— Аңлашылды...
--Ҡарале, Гөлсөм, кисә кис һиңә киноға барайыҡ, тип, тәҡдим итәйем тиһәм, шылтыратырға телефоның юҡ, барып шаҡып торһам, килешмәҫ тинем. Номерҙарҙы алмашайыҡмы?
--Алмашайыҡ һуң.
Ҡатын телефонының һандарып әйтеп яҙҙырҙы ла, унан шылтыратыуҙы ҡабул итеп, номерын һаҡлап маташа ине, ҡапыл... УЛ шылтырата! Тертләүҙән ҡулындағы телефоны ни ғиллә менәндер өҫкә һикереп китеп, уны ҡаршыһындағы ир саҡ тотоп ҡалды. Ныҡ тулҡынланған Гөлсөм һаман зыңлаған телефонын Булаттан тартып тигәндәй алып, ситкә йүгерҙе:
--Алло! Алло!.. Мин тыңлайым?..
— Рауза гөлөм, һин ҡайҙа, йәнем?
— Бында! “Ҡырым таңдары” ял йортонда.
--Күрешәбеҙме, гүзәлем?
--К-күрешә-йек...
--Әйҙә, улайһа, адресты яҙып ал...
Гөлсөм Булатты ла, Булатты ғына түгел бар донъяһын да онотоп номерына йүгерҙе. Ашығып душ ҡойонғас, ял йортоноң парикмахерскийына барып сәсен ҡупшылатып һалдырҙы, еңелсә генә макияж һылатты. Юлға сығыр алдынан бик оҙаҡ эҙләп йөрөп һатып алынған һәм инде нисә көн буйына был сәйәхәттәге үҙ ролен көтөп торған матур күлдәген кейеп, беҙ үксәләрендә тыҡылдата баҫып сығып та китте. Санаторийҙың коридорында, паркында уны аңғарған ир-ат ирекһеҙҙән боролоп ҡараны, ҡатын-ҡыҙ һынсыл итеп баштан-аяҡ һөҙөп ҡалды. Ә ул, үҙе артынан һиҙелер-һиҙелмәҫ татлы хушбуй еҫе ҡалдырып, бер илаһи нур солғанышында атланы ла атланы.
Тел осонда туҡтауһыҙ өйөрөлгән адресты эҙләп тапты ҡатын. Бер-береһенә сырмалышып үҫкән ағастар һәм гөлдәр араһындағы ҙур булмаған ике ҡатлы йорт икән. Ҡапҡаһындағы зыңғырлаҡҡа баҫҡайны, эстән һауылдап эттәр өрҙө, уларҙы тынысландырып өндәшә-өндәшә... УЛ килеп ишек асты. Гөлсөм шул саҡ һушын юйып йығылыр һымағыраҡ булып китте лә, ҡапҡа яңағына терәлә биреп ҡалды. Өс йылдан ашыу фотоларынан күҙен ала алмаған, йөҙөндәге һәр һырын белгән, ҡарашының әллә нисә төрлө сағылышын хәтеренә һеңдереп ҡуйған кеше, алдында тора, бына. Алсаҡ йылмайып, ҡоластарын йәйгән:
--Алтыным, килеп еттеңме?
--Йә, һаумы?.. – Гөлсөм ирҙең ҡосағына тура барып инергә ҡыймай, уның йыуан йөнтәҫ беләктәренә генә ҡағыла биреп ҡуйҙы. – Бына, яҙғас, күрештек.
Ир ҡатынды әйҙүкләп урамы эсендәге таш һуҡмаҡ буйлап алып китте. Ике яҡлап ике алаптай эте улар ыңғайына ҡуша юртып барҙы. Гөлсөм уларға һағайып ҡаранды. Ир бурҙайҙарын ҡыуҙы:
--Китегеҙ! Барығыҙ үҙ юлығыҙ менән, миндә ҡәҙерле ҡунаҡ бөгөн, китегеҙ.
Эттәре әллә ысынлап аңлап, тороп ҡалдылар. Күпереп үҫкән сиҙәмгә ятып уҡ алдылар.
Үҫентеләр менән уралтылған беседкаға үттеләр. Гөлсөм был яҡтағыларға хас булғанса йәйге йәшәү стиленә, уның үтә лә нәзәкәтле, йылы мөхит булыуына һоҡланып ҡараны. Ир өҫтәл әҙерләп үк ҡуйған, шарап та сығарған. Аҙыраҡ мәшәҡәттәренән бушағас ул Гөлсөмдө шаян, әммә шул уҡ ваҡытта бер тартыныуһыҙ ҡыйыу ҡараш менән сәстәренән алып аяҡ осонаса байҡап сыҡты. Унан ҡәнәғәтлеген йәшерә алмай бармаҡтарын шартлатты:
--Сибәркәй! Был матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр ҙа һуң!
Ҡатын уңайһыҙланыуынан бөршәйә төштө. Бындай уҡты көтмәгәйне бит. Ир инде уны өйөнә әйҙүкләне:
--Әйҙә, матурым, йортомдо ла күрһәтәйем. Баҡсала аҙыраҡ экскурсия үтәйек. Унан беҙҙе өҫтәл көтә.
Ике ҡатлы йорт ҡиммәтле ялтыр мебель менән тултырылған, һәр йыһаз, һәр ваза хаҡына торошло булып балҡып ултыра ине. Был яҡ халҡының йәшәү үҙенсәлеге лә, өй-йорттарын биҙәү стиле лә, хатта мебелдәр ҙә икенсе төрлөрәк, тормош та күпкә байыраҡ һәм мулыраҡ икәне күҙгә ташланмай ҡалмай. Гөлсөм быларҙы беренсе ҡараштан уҡ төшөнөп өлгөрҙө.
Баҡсаһында гөл-сәскәләр ҙә, бер-нисә йәшелсә түтәле. Ә гөлдәре инде күҙҙең яуын алырҙай. Раузалары ғына ла тиҫтәләгән төрҙә.
--Мин сәскә үҫтерергә яратам. Ә һин? – тип һорай уның телһеҙ ҡалып торғанын тантана итеп күҙәткән ир.
--Мин дә, — тигән булды ҡатын тартына биреп. Ысынында улар яғында сәскә үҫтереп алыу ул ауыр хеҙмәт. Уларҙы ҡырауҙарҙан һаҡлап, ҡурсалап, бәпләп кенә торорға кәрәк. Бындағы һымаҡ шаулап ултырһындар өсөн ошо ҡояш менән ошо диңгеҙ булыуы мотлаҡтыр инде...
Бер килке йөрөп әйләнгәс ир ҡунағын кире беседкаға борҙо. Өҫтәл артына ултырыштылар. Шарап асып ҡойолдо.
--Йә, йондоҙом, осрашыу хөрмәтенә!
Аҙыраҡ бокалдағын ауыҙлағас, хуш еҫле салаттар тәмләнде, ниндәйҙер ят ризыҡтар ашап ҡаралды. Бына һиңә! Ҡайҙалыр яҡында ғына тулҡынған диңгеҙ шауын тыңлап, түңәрәк табын тирәләп һәм иң мөһиме йөрәгең түрендә йәшәгән кеше менән ҡара-ҡаршы ултырыу иң ҙур бәхеттер. Һәм был бәхет әлеге мәл Гөлсөмгә тәтегән. Кисә генә ул бер бисара хәлендә ине, бөгөн үҙен иң һөйөклө, иң ҡәҙерле ҡатын итеп тоя.
--Бына мин ошолай йәшәйем. Мин эш кешеһе, ҡалалағы йортома һирәк кенә ҡайтып китәм. Бында йорт ҡараусы бар. Үҙем ҡасабалағы виноград плантацияһындағы бәләкәй өйөмдә көн күрәм. Күберәк шул тауарҙы һатыу, урынлаштырыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм. Һин... китапханасы бит әле, шулаймы?
--Эйе.
--Ә китапханасы... ул китаптар һатамы?
--Юҡ, — бындай хәбәрҙән Гөлсөм көлөп ебәрмәй түҙә алманы, — китапханала халыҡҡа уҡырға китаптар таратып ултырам.
--Таратып? Бушлаймы ни?
Ҡалай мәрәкә был?...
--Әлбиттә, бушлай. Дәүләт китапханаһы ла һуң ул. Китапханала булғанығыҙ юҡмы ни?
Ирҙең йөҙөнән йылмайыу китмәй:
--Тура килмәне шул, аҡыллым. Мин бәләкәйҙән атай-ағайҙарыма эйәреп виноградта эшләп үҫтем.
Ҡатын уның был яуабын шаяртыу итеп ҡабул итте, сөнки уныңса китапханаға инеп ҡарамаған кешенең булыуы мөмкин түгел.
--Китаптарҙы буш таратып ултырған өсөн күпме аҡса түләнә һуң һеҙгә?
Бындай һорау көтмәгән ҡатын уртлаған һыуына сәсәп китте. Ир йәһәтләп килеп уның арҡаһынан ҡаҡты. Сәсәүе үткәс тә, Гөлсөмгә хужаның ауыр усы уның иңендә оҙағыраҡҡа туҡталғандай булды һәм ул ситкә тартыла төштө:
--Рәхмәт... рәхмәт.
Ҡарышыһына ҡабат ҡунаҡлаған ир һөйләшеүҙе йорто тирәһенә күсерҙе. Был өйҙөң ерен ҡасан нисә тонна виноград йыйғандан һуң алыуын, нигеҙен ниндәй уңыштан, ҡыйығын нисәнсе йылғы урожай шарабын һатҡандан килемдән ҡаплап ҡуйыуы хаҡында бәйән итте. Уны тыңлап ултыра торғас тора-бара Гөлсөм бөтөн был математика әңгәмәһендә буталды. Тонналар һәм миллиондар тигәнен генә аңлаһа, сауҙа, баҙар, алыш-биреш тураһындағы өлөштәрен бөтөнләй һеңдерә алманы. Үҙенең шундай сикле һәм иҡтисад өлкәһендә бөтөнләй наҙан булыуына оялып, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙы. Ә ир һөйләне лә һөйләне.
Көн эңергә һарҡыуға, алдындағы шарап шешәһен тағы бер тултырып килтереп бушатҡас, ир яңы тәҡдми яһаны:
--Рауза гөлөм, әйҙә минең виноград баҡсаһына юлланайыҡ. Унда иркенлек, хозурлыҡ, бындағы ҡала шау-шыуы юҡ. Шешлек ҡурырбыҙ, сауна бар... Әйҙә!
--Ой... – ҡатын икеләнде, — мине ял йортонда юғалтырҙар ул. Бөгөнгә ошо етәр ҙә...
--Ниндәй “етәр”? Ял йортона хәбәр итербеҙ. Бик теләмәһәң бер аҙыраҡтан такси менән ҡайтарырмын. Беҙ бит һинең менән нисә йылға бер осрашып торабыҙ, матурым?
Ир ай-вайына ҡуйманы Гөлсөмдөң. Ул арала таксиһы ла килә һалып етеп, тағы ла күңелсәгерәк, тағы ла телсәнерәк булып киткән хужа ҡунағын ҡултыҡлап машинаға әйҙәләне. Бына улар ап-аҡ мәрмәр ҡаланы сығып китеп, ялтыр асфальт буйлап диңгеҙ ҡырынан елделәр. Ун-ун ике саҡырымдай үткәс, тимер сымдар менән генә кәртәләнгән күҙ күреме еткеһеҙ виноград баҡсалары йәйрәп ятҡан ерҙәр буйлап бара биреп, бер ҡырға туҡтанылар. Унда йәтеш кенә өй һынланды. Хужаны ниндәйҙер эшсеһе ҡаршы алды. Уныһына күрһәтмәләр биргәс, ҡатынды тағы ла үтергә, иркенләргә, тартынмаҫҡа саҡырҙы, өҫтәл артына ҡоҙаланы был. Гөлсөм инде юлы табындан баш тартты. Эшсеһе шешлек ҡурыуға әҙерләнә башлағас, был икәү виноград рәттәре буйлап китте.
--Иң тәүҙә бына ошо ҡара сорт өлгөрә, улар миндә шунса гектар...
--Унан Виктория менән Деметра, уларҙы ҡыяҡта килеш кенә ҡырҡып алып ситкә оҙатабыҙ...
--Ркацители төрөн, унан бынау Пиноны һаҡлап була, уларҙы баҙҙа тотоп, көҙгәрәк сығарабыҙ...
--Мерло, Саперави, бынау аҡһыл Мускат, анауы Шардоне сорттары шарапҡа китә...
--Нисә төрлө сорт бар ул бында? – Гөлсөм һанһыҙ ыҙандарға ҡарап усын ҡаш өҫтөнә ҡуйҙы.
--Илленән ашыу. Махсус шарап өсөндәре лә, шампанға ғына китә торғандары ла бар. Ниндәйҙер өлөш экспортҡа, баҙарға, сауҙа үҙәктәренә тапшырыла, — хужа был өлкәне яҡшы белә һәм йырлаған шикелле генә итеп теҙеп бирә ала. Уның был оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Плантацияның бер бүлеген генә ҡарап сыҡҡансы кис төшөп өлгөрҙө. Хужаға эшсеһе шылтыратып, шешелек әҙер булыуын хәбәр итте.
--Хәҙер, хәҙер киләбеҙ, — ул ҡунағын яурынынан ҡосаҡланы, — Әйҙә, гүзәлем, беҙҙең һый булған.
Ҡурылған ит еҫе тирә-яҡҡа таралған, шыйыҡ төтөн эңер ҡараңғылығына сихри төҫ өҫтәй, өй алдындағы ҡыйыҡланған урында тағы ла баяғылай матур табын әтмәләнгән.
Былар ҡабаттан өҫтәл артында. Тағы ла күҙгә күҙ ҡарашып ултыралар.
--Бешергән кешене саҡырмайбыҙмы? – Гөлсөм тирә-яғын байҡап баяғы хеҙмәтсәнде эҙләне.
--Ул китте, — ир ҡул ғына һелтәне, — юҡҡа борсолма... бер нәмә лә уйлама, барыһын онот, бында һин дә мин.
Был юлы шарапҡа үрелмәне ҡатын. Бая ла ике шешәне бер үҙе эсеп бөткән ир әлегеһен ҡойоп алғас, эйәге менән ымланы:
--Һеҙгә күп булмаймы?
--Нимәне әйтәһең? Шараптымы ни? – хужа шарҡылдап уҡ көлдө, — был бит күңел өсөн генә, йомшаҡ, наҙлы ғына... хас бына һинең кеүек.
Гөлсөмгә уңайһыҙ ҙа, рәхәт тә, ул берсә ҡыҙара, берсә был ирҙең иркә ҡарашы аҫтында иреп, юғалып ҡала. Шул ваҡыт ир “эҫе, хәйерһеҙ” тип күлдәген һалып ташлай. Уның бүлтәйеп һәлберәй төшкән ҡорһағы, ҡояшта ҡара янған йөнлө арҡаһы, яурындары ниндәйҙер хәүеф уята. Былай ярым-яланғас ҡалыуы ла яйлы түгел. Кеше тәүгә күргән ҡатын-ҡыҙ алдында шулай тормай бит инде, тигән уй мейеһен быраулаһа ла, был ҡалала күптәрҙең, хатта ҡатын-ҡыҙҙың да купальниктарҙа йөрөүенә күнеккәндәрҙер инде, тигәне тынысландырыра төшә. Беҙгә ят булған хәлдәр бында ғәҙәти бит.
Өҫтәлдәге шешә бушап ҡалды...
--Минең тормошомда һинең кеүек сибәр ҡатын булғаны юҡ, — ти, ир, хисләнеп.
--Минең дә тормошомда... һинең һымағы... юҡ...
--Мин һине алып ҡалам, — ирҙең күҙ ҡарашы ҡатынды өтөп алып бара.
--Мин... мин бит эшләйем... минең балаларым бар.
--Эш һиңә бында ла етәрлек, ана, баҡсаларҙы күрҙең. Ә балаларың... бәләкәй түгел бит, йәшәрҙәр.
Бындай яуаптан томан эсендә йөҙгәндәй булған ҡатын айнып ҡалды. Нисек уның балалары “йәшәрҙәр”? Тик ауыҙын асып өлгөрмәне, хужа телефонына көй ҡуйып, бейергә саҡырҙы. Талғын ғына әйләнә башланылар. Ир йыуан көслө беләктәре менән ҡатындың биленән хужаларса ҡармап алды, үҙенә тартты. Гөлсөм хатта тын ала алмай ҡалды. Етмәһә шарап һәм ит еҫе бөркөп маңлайына ауыҙын терәне. Юҡ, осрашыуҙы саҡ ҡына икенсерәк итеп күҙ алдына килтергәйне Гөлсөм. Ярымяланғас һәм ярымһуҡмыш ир менән булырмын тип түгел, ә аҡ күлдәктә, аҡ салбарҙа, аҡ кепкала булған, тәмле одеколон еҫтәре аңҡытҡан...
--Ебәрегеҙ... Етәр, — торған һайын нығыраҡ һығып ҡосаҡлаған ирҙең ҡулдарына йәбеште ҡатын, сөнки уныһы үбешергә үрелгәйне. Тик ир уны ысҡындырманы, ә киреһенсә көслөрәк тартып, билен өҙә яҙып ҡыҫты.
--Һеҙ нимә?..
--Шундай татлыһың, тәмлеһең... Өйгә инәйекме? – ир уны ишетмәгәндәй үҙенекен мығырлап һаман һылашып килде. Шул саҡ Гөлсөмдә, ниһайәт, ирке уянып, ике яҡта сәбәләнгән ҡулдарын йоҙроҡтарға төйнәп, ирҙең күкрәгенә ҡуйҙы:
--Ебәр, тинем!
Уның был ҡылығынан ир бер секундҡа ғына шаңҡығандай булды ла, унан оторо ярһып үбешергә, битен-муйынын яларға кереште. Ҡатын хәҙер инде бөтә кәүҙәһе менән тулап ҡаршылашты:
--А-а-а! Аааа! Һин дурак мәллә?!
Ҡоторған ир уны өйгә һөйрәкләне:
--Риза булмағас нимәгә килдең бында? Килерен килгәс нимәгә ҡыланаһың?
Шул саҡ Гөлсөмдөң башына бер күнәк һалҡын һыу ҡойолғандай булды. Ишеткәненән тыуған ғәрлек һәм асыу унда ниндәйҙер ҡөҙрәтте уятты ла, ҡатын ҡулын ҡармауҙан тартып алып, киҙәнеп тороп көсләүсенең битенә сапты. Был хәлдән күҙҙәре аҡшайған ир уны этте лә ебәрҙе, ҡатын артына һөрлөгөп ҡолап киттең. Тик ергә ырғытылған бесәй сапсанлығы менән йәһәт аяғына баҫты һәм ҡасырға ынтылды. Өҫтәлгә йүгереп барып етеп, шунда ятҡан кескәй аҫмалы сумкаһын эләктереп өлгөрҙө, ир уны ҡыуып етеп бер ҡулы менән биленән, икенсеһе менән муйынынан алды:
--Эх, һин, кәнтәй, миндә ашап-эсеп ҡасмаҡсы булдыңмы? Һинең һымаҡтар бында аҙна һайын ял итә. Сапсышҡандарын анауындағы шарап мискәһенә лә тығып ала...
Ҡапыл ирҙең ҡармап тотҡан ҡулдары бушаны, күҙҙәре аҡайҙы, ауыҙы балыҡтыҡылай асылды ла, бөгөлөп төштө. Гөлсөм үҙен үҙе белештермәҫ хәлгә етеп, тубығы менән уның бот араһына типкәйне. Йә, хоҙай! Ярты секундтай улай-былай сәбәләнгәс, башы һуҡҡан яҡҡа торҙо ла сапты ҡатын. Йүгерҙе лә йүгерҙе... Битен, ҡулбаштарын виноград олондары һыҙырҙы, нимәләргәлер эләгеп ҡоланы ла кире тороп йүгерҙе, сәсенә сырмалсыҡ ҡыуаҡтарҙың ырғаҡтары эләкте лә йолҡҡолап алып ҡалды. Бер аунаған урында ергә батып тотҡарлаған үксәле туфлиҙарын да сисеп бәрҙе. Саба торғас, ниһайәт, сәсәп ҡолап, ҡурҡышынан хәле лә көсө лә бөтөп, эргәһендәге ҡыуаҡ аҫтына һырынып тынып ҡалды. Ни эшләргә артабан? Ҡайҙа барырға?.. Ҡайһылай ғына итергә икән, эй, Хоҙайым?.. Шул саҡ ҡулындағы кескәй сумкаһы тауыш бирҙе: фррр-фррр-фррр... Телефоны! Уны теге эҙләй! Ҡатын, телефонын алып ташларға тип, ҡалтыранған ҡулдары менән сумкаһын асып сигнал биреп ятҡанды тартып сығарһа... Булат шылтырата!
--Булат! Була-а-ат...
--Гөлсөм?.. Мин һине юғалтып торам әле. Кис...
--Булат... мине үлтерәләр...
Теге яҡ саҡ ҡына телһеҙ ҡалды:
--Ә?..
Был яҡ аңлатырлыҡ хәлдә түгел ине:
--Үләм! Мин хәҙер үлә-әм...
--Гөлсөм! Һин ҡайҙа ул?
--Баҡсала... виноград араһында...
--Ниндәй виноград? Асыҡ ҡына әйт әле?
--Белмәйем... мин ҡастым... мин ағас араһында-ааа...
Ҡатындың илай-ҡысҡыра сарбаулағанын баҫырға тырышты ир тауышы:
--Гөлсөм! Тыныслан! Иламай ғына әйт: һин ҡайҙа?
--Мин бер кешегә килгәйнем... ул мине эҙләй... мин йәшенеп ултырам...
--Адрес? Адрес ниндәй?
--Белмәйе-е-емм...
--Телефоныңда геолокация юҡмы? Интернеттан шуны таба алаһыңмы?
--Ю-уҡ... ундайҙы аңламайым мин...
--Тә-әк... аңлашылды. Ул һине ниңә эҙләй?
--Белмәйем... Үлтерә инде-е-ее...
--Йә, илама. Һин уны күрәһеңме?
--Юҡ...
— Улайһа шаулама. Телефоныңдың яҡтыһы күренмәһен, ҡулың менән ҡаплап һөйләш. Ҡысҡырма, төнгө тауыш алыҫ китә. Тирә-яғыңда нимә бар?
--Ағас-та-ар...
— Баҫып ҡара. Ипләп кенә тор ҙа ҡаран әле...
— Ундаа... бер ерҙә... ут күренә.
--Нимәгә оҡшаған?
--Бинаға...
— Аңлашылды. Хәҙер, Гөлсөм, тынысланаһың, үҙеңде ҡулға алаһың. Булдымы?
--Б-булд-дыы...
— Шул бинаға ҡарай атлайһың. Әгәр эҙәрлекләүсе килеп сыҡһа, ҡурҡҡаныңды күрһәтмәйһең. Әйтәһең: мин полицияға шылтыраттым, хәҙер килеп етәсәктәр. Ҡаршылашмайһың. Бер ниндәй провакацияға бармайһың. Аңланыңмы?
--Эйе. Һин трубканы һалма...зинһар...
Ҡатын ҡыуаҡ теҙмәләре араһынан алыҫта яҡтырған уттарға ҡарай атланы.
--Юҡ-юҡ, мин бында, телефонда, һинең менән. Ҡурҡма, Гөлсөм, һин бит ҡыйыу ҡыҙыҡай, һин бит уҫал апай... Йә, бирешмә, йәме... Ниндәй тауыштар унда? Машиналар бит?
--Эйе.
--Трассамы?
--Юл...
--Ипләп кенә, юлға сыҡма...
--Был бензозаправка икән.
--Яҡшы. Бар ҙа заправканың адресын һора һәм миңә әйт. Үҙең шунда ут яҡтыһында, камералар аҫтында ғына тор. Адресты әйтһәң, мин тиҙҙән килеп етәм.
Күпмелер ваҡыттан Гөлсөм ҡаршыһына ултырғыс ҡуйып ултырған Булат алдында зыулап илай-илай яуап бирә ине инде:
--Мин уның менән бөгөн танышманым... Өс йыл ярым хатлаштым... Һәйбәт кеше кеүек ине... Мин уға ныҡ ышандым... Ул миңә ... ул әйткән...
Булаттың аптырауының сиге юҡ:
--Һин шул интернеттағы әҙәмде күрәм тип ошонда килдеңме? Ул ир кеше түгелме ни? Ни өсөн ул килмәне?
--Мин уның хәл итеүен көтөп тора алманым инде. Арыным...көтөп. Яңғыҙ булып та арыным...
--Уның... черт ти знает кем булыуы һине аҙыраҡ уйға һалманымы? – ирҙең тауышы күтәрелә төшә.
Был Гөлсөмдө ярһыта ғына:
--Һалманы! Бына һин ғүмереңде мәрйәгә биргәнһең бит! Үҙебеҙҙекеләрҙең иң яҡшылары мәрйәгә лә сыуашҡа өйләнгәс, беҙ бына алкаштары менән ултырып ҡалдыҡ. Бөгөн, ана, әйләнеп ҡара тирә-яғына – йүнле ир бармы? Яңғыҙҙары ғаиләләренән ҡыуылып урамда йөрөй, эскеселәр ҙә эшһеҙҙәр, ялҡауҙар ҙа моңһоҙҙар. Яҡшы ирҙәр бисә ҡулында.
Булат уға төбәлеп ҡарап, уйлана биреп тора ла, тағы һорау бирә:
--Һин ул кешене яраттыңмы?
Гөлсөм инде тыныслана төшөп устары менән күҙҙәрен һөртә, тәрән һулап, һыҙырылып-сыйылып бөткән ҡулдарына ҡарап яуаплай:
--Шулай тип уйлағанмын... Мөхәббәт ошо икән тип... Ниндәйҙер бер йылылыҡ... яҡынлыҡ эҙләгәйнем. Моғайын минең дә тормошомда бер матур ваҡиға булырға тейеш тә инде тип... һәм бына ошо икән тип... Яңылыштым... Мин яңылыштым.
Бер арауыҡ тынлыҡтан һуң Булат тороп баҫты:
--Ярай, Гөлсөм, һин ял ит, — ҡатындың бысраҡ ялан аяҡтарына, һыҙырылып ҡанаған тубыҡтарына, күҙ йәшенә тупраҡ ҡушылып буялған йөҙөнә ымлап көлөмһөрәй бирҙе, — йыуын, рәтләнеп ал. Мин дә үҙемә ҡайтайым.
— Булат! – ҡатын уға аҫтан өҫкә ҡараны, — Ҙур рәхмәт һиңә. Белмәйем... һин булмаһаң был хәл нимә менән бөтөр ҙә, мин ни эшләр инем икән... Һүҙем юҡ башҡа... оят миңә.
--Борсолма юҡҡа. Әйҙә, иртәгәгә тиклем.
Иртәгәһенә Булат Гөлсөмдө вокзалға оҙата барҙы. Поезға ултырыр алдынан кеҫәһенән күкһелт ебәк яулыҡ сығарып ҡулына тотторҙо:
--Теге мәл... килгәндә алғайным. Ошо һиңә лә оҡшаған һымаҡ ине.
Гөлсөм яулыҡты алып яҙып ебәрҙе лә, танып, хисләнеп ирҙе ҡосаҡлап уҡ алды:
--Булат! Ниңә улайттың? Кит инде!
--Һин ныҡ ҡарағайның кеүек булғайны...
--Уф! Үлтерҙең. Рәх-мәт!
Юлда ҡатын ике тәүлек буйына һуңғы өс йылдан ашыу ваҡытындағы күңел донъяһы кисерештәрен яңынан барлап, тикшереп, анализлап, һығымталар яһап уйланып ҡайтты. Ялған хистәр, буш өмөттәр, ҡанатһыҙ хыялдар, ҡыҫыр пландар менән алданып, томан эсендә аҙашҡандай йәшәгәнлеген дә, йәшәп-йәшәп тә һис кенә лә тәжрибә тупламағанлығын да таныны. Ауыр ине уға, ҡыйын ине. Әммә ысынбарлыҡтан ҡасыр хәл юҡ ине...
Отпускыһының ҡалған аҙналарын ауылда, әсәһе янында үткәрҙе. Улы менән ҡыҙы ла каникулға ҡайтты. Бергәләп бесән эшләнеләр, еләк йыйҙылар, һыу инделәр. Донъяның, кешеләр яҙмышында ни булғанда ла, һаман да һоҡланғыс хозур, йәшәүҙең ҡабатланмаҫ һәм берҙән-бер булыуына тағы бер ҡат инанды. Яҡындары менән һөйөндө, шуларҙың булғанына ҡыуанды, әллә нисек күп нәмәнең ҡәҙерен белгәндәй булды. Ял итеп, онотолоп, барлығына-булғанына күнеп, тынысланып килде. Ярай, шулай ҙа булған, ти, артабан йәшәргә, эшләргә, тереклек итергә кәрәк.
Эшкә килеп инһә, ҡыҙҙар сыр-сыу итеп ҡалды:
--Гөлсөм апай килде!
--О-оо! Гөлсөм, сәлә-әм!
--Ҡалай янған бит әле! Батрак итеп тотҡандар быны!
--Ябығып, матурайып... ҡыҙҙар һымаҡ, әй!
--Гөлсөм апай, һин ни эшләп недоступна ул? Һине бит Ҡырым еҙнә эҙләй!
Ҡосаҡлашып үбешеү менән мәшғүл булған Гөлсөм туҡтап ҡала:
--Ниндәй... Ҡырым еҙнә?..
Ҡыҙҙар кем уҙарҙан шаулай:
--Как ниндәй? Уже ике тапҡыр килеп китте!
— Беҙ: “Кем һорай тип әйтергә”, - тигәйнек, “Ул үҙе белә, “Ҡырымдан” тип әйтерһегеҙ” тине.
— Ҡырым еҙнә бында, был ҡайҙа йөрөй, тип, аптырайбыҙ!
--Телефоның тотмай, үҙең юҡ! Адресыңды бирҙек – бикле, ти! Табып алып булмай, что за женщина?
--Кешене барып тороп әүрәткән дә, үҙе ҡасҡан!
--Ҡырым еҙнә тас башҡорт икәндә! Беҙҙекеләр һымаҡ ҡап-ҡара ла мыйыҡлы!
—Һа-һа-һай! Беҙ уны тәҙрәнән төшә яҙып күҙәттек, сәскә тотоп алған булған.
--Бөгөн килә! Һине бөгөн эшкә сыға тинек, так что – жди!
Гөлсөм күҙҙәрен сырт-сырт йомғоланы:
--А-а-а... Ә-әә...
...Тынысланып эш урынына үтеп ултырғас та әле көлөмһөрәп аптыраны:
--Дә-ә... вәт, әй... Ҡырымдан тиген... Ҡырым еҙнә, значит...
Ә ҡатын-ҡыҙҙар шауланы ла гөрләне.
Читайте нас: