Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
12 Август 2021, 10:05

Өс нәмә утта янмаған

Урман янғындары күп нәмәне төшөндөрҙө... 

Өс нәмә утта янмаған
Өс нәмә утта янмаған

Ял мәлендә тыуған яғымда урмандарымды күреп килә торған ғәҙәтем бар... Был юлы барыуыма ҡапыл ауыл эргәһендә янғын сыҡты. Ҡот осҡос ут тиҙ арала урманға инде... Шатырлап янған уттың ҡаршыһына ташланыр ҡыйыу йөрәклеләр барлығына шөкөр иттем. Ҡырмыҫҡа бил ҡыҙҙарҙың ут - ялҡындан ҡурҡмай һыу һибешеүенә ҡыуандым. Артта төтәп ҡалған ерҙәрҙе ҡарап, һүндереп барған ололарға рәхмәт әйттем... Аллаһы Тәғәләнең киң ҡөҙрәтенә шаһит булдым... изгеләребеҙҙең алтын аҡылы, уларҙың вариҫтарының ихлас доғалары хикмәттәрен күрҙем.... Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр!!! Ут ауыҙлыҡланды, тымды.

Ут ҡолағына һыуыҡ һыу ҡойғас, өс нәмәнең утта янмауын күрҙек. Ҡырмыҫҡа иләүе, хәҙрәт үләне һәм әрем.

Урман янғындары күп нәмәне төшөндөрҙө... Янмай ҡалған ҡырмыҫҡа иләүе шулар кеүек дуҫ, татыу булыуҙы, яман көстәрҙән һаҡлау өсөн төтәҫләүгә шәп хәҙрәт үләне (боланут) иһә изгеләребеҙ доғалары бәрәкәтен, әрем шундай ныҡ булыу, һаулығыбыҙ көсөн аңларға ярҙам итте. Тыуған ер ҡәҙерен, баһаһын белеүселәр барлығы көс бирҙе. Алыҫ яҡтарҙан да ярҙамға килеп етеүселәр, һәр төрлө ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр күплегенә шөкөр! Ҙур рәхмәт! Килен булып төшкән хозур Әбештә лә, тыуған яғым Әбделкәримдә лә ҡояш элеккесә балҡыны! Һәр ике ауылды ла һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, инде именлек кенә булһын, иншәАллаһ!!! 

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас: