Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
22 Сентябрь 2021, 07:00

Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ

Билдәле шағирә Лариса Абдуллина үҙенең Ҡәнзәфәр бей тигән шиғырын уҡып тетрәндерһә, ә сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның сығышы тарих төпкөлөнә сәйәхәткә алып сыҡты. Мең ырыуы советы рәйесе, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов: “Ихласлығын һаҡлаған иманлы халыҡ беҙ, шәхестәребеҙҙе күтәрһәк – Аллаһ Тәғәлә лә беҙҙе күтәрер”, – тине.

Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ
Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ

Иҫке Ябалаҡлы – Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған ауылында, уның иҫтәлегенә арнап, башҡорт халҡы тарихына, теленә, яҙмышына битараф булмаған ил ағалары, аҡһаҡалдар һәм ябай ҡыҙыҡһыныусылар йыйылған ҙур сара үтте.

Тарих биттәренән хаҡһыҙ төшөп ҡалған Ҡәнзәфәр бейҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү программаһы 2019 йылда ҡабул ителгәйне. Шуның бер өлөшө булып торған иҫке зыяраттағы ҡәбере кәртәләнде, эсе таш диуар менән уратып алынды һәм яңы ҡәбер ташы ла ҡуйылды. «Тарихын белмәгән хаким менән ҫөйләшергә ярамаҫ, халҡын ҫөймәгән, ихтирам итмәгән кешегә хаким булырға ярамаҫ»,- тип олуғ шәхестең һүҙҙәре әйткән Дим диалектында уйып яҙылғайны.

Йәмәғәт эшмәкәре Салауат Килдин үҙенең сығышында: «Ҡәнзәфәр бейҙе иҫкә алыу халҡыбыҙға бәрәкәт ҡайтара, ҡан-ҡеүәтте яңырта. Тамырҙарҙы барлау, шәхестәребеҙҙе ҙурлау аша – рухи хәтер ҙә ҡайта.Үткән быуаттың 80 йылдарында тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов нигеҙ һалған ырыуҙар хәрәкәте рухи бер көскә әүерелеп Ҡәнзәфәр бей башлаған эштең дауамы булып тора. Беренселәрҙән булып Рәсәй батшалығы менән килешеү төҙөп, Рәсәй Федерацияһына нигеҙ һалған Ҡәнзәфәр бейҙе халҡыбыҙ оло шәхес итеп хөрмәтләп тарих биттәренә ҡайтарыу өҫтөндә эшләй. Ҡәнзәфәр бей – ысынбарлыҡтағы тарихи шәхес. Юлбашсыбыҙҙың тарихи исеме ҡайтыуы – башҡорт халҡының ҙур еңеүе ул. Ырыуҙар хәрәкәте – бәрәкәт, ҡеүәт нигеҙе», - тине ул.

Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Мең ырыуҙарының ҡәбилә башлығы Мусабей улы Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорт халҡын милләт итеп һаҡлап алып ҡалыуҙағы баһалап бөткөһөҙ роле хаҡында әйтеп үтте. Халыҡ үҙенең бейенә таяна, ышана һәм үҙ ерендә телен һаҡлап ҡала ала.

40 өйлө Мең ырыуының ҡор башы Филүс Хәлиуллин: «Тарихи шәхестәребеҙҙең исеме ҡайтыу – киләһе быуындарыбыҙ өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, улар өлгөһөндә тәрбиәләү, уларҙы халҡыбыҙҙың шәхестәре итеп күрә белеүгә бер этәргес булып тора»,- тине.

Бүздәк районы Ҡыҫҡа йылға ауылынан килгән Ғүмәр Андарьянов үҙенең Дәҫтән бей (Дистан) нәҫеленән икәнен тарихи мәғлүмәттәр аша белеүе тараһында таныштырып үтте. Ауылда Дистанов фамилияһы менән йөрөүселәр әле лә барлығын әйтте. Бишбүләк районы Айыт ауылынан Альфред Шәймәрҙанов та тарих, тарихи шәхестәр менән ҡыҙыҡһына: «Тарихи дөрөҫлөк ҡайтыуы – халҡыбыҙ аңы, ҡото ҡайтыуы», ти ул.

Билдәле шағирә Лариса Абдуллина үҙенең Ҡәнзәфәр бей тигән шиғырын уҡып тетрәндерһә, ә сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның сығышы тарих төпкөлөнә сәйәхәткә алып сыҡты. Мең ырыуы советы рәйесе, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов: “Ихласлығын һаҡлаған иманлы халыҡ беҙ, шәхестәребеҙҙе күтәрһәк – Аллаһ Тәғәлә лә беҙҙе күтәрер”, – тине.

Сара ауыл уртаһындағы иҫке ҡәберлектә дауам итте, мәсет янынан аяттар уҡып, ир-аттар ҡәберлеккә йүнәлде. Яңыртылған ҡәбер ташында алтын хәрефтәр менән уйылып: “Бында башҡорт халҡының Олуғ шәхесе, Мең ҡәбилә-ырыу башлығы Муса бей улы Ҡәнзәфәр бей ерләнгән 1532–1606”,- тип яҙылғайны.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: