Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
13 Декабрь 2021, 10:07

Ҡайын

Ошо ваҡыттан алып малай ағастарҙың да йән эйәләре булыуына ышанған һәм бер ваҡытта ла уларҙы рәнйетмәгән.

Ҡайын
Ҡайын

Красная Горка урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2 класс уҡыусыһы Әминева Алһыуҙың әкиәте. Етәксеһе Бикжанова Клара Мәҡсүт ҡыҙы.
Ҡайын
Борон- борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай һәм уның ейәне. Улар һәр ваҡыт паркта йөрөр булғандар. Бер көндө шулай ҡайындар үҫкән аллеяға килгәндәр. Малай парк ҡағиҙәләрен белмәгән күрәһең, ул бер-бер артлы алҡалар аҫылынып торған ҡайындың бөрөләрен өҙөп, ботаҡтарын һындыра башлаған. Шул саҡ олатаһы ейәненең тәртип боҙоуын күреп, бармаҡ янаған: “Улым, ағастар бит улар тереләр, улай ярамай,”- тигән. Малай олатаһына ышанмаған, уның һүҙҙәренән көлгән генә. Шул ваҡыт ҡайындар телгә килеп: “Эй, малай, һинең исемең нисек? Һин ни өсөн беҙҙең ботаҡтарыбыҙҙы һындыраһың? Бына үҙеңдең ҡулдарыңды ҡайырһалар һиңә рәхәт булыр инеме?”- тигәндәр. Малайға бик ҡыйын булып киткән, ул ҡайындарҙан ғәфү үтенгән. Ошо ваҡыттан алып малай ағастарҙың да йән эйәләре булыуына ышанған һәм бер ваҡытта ла уларҙы рәнйетмәгән.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: