Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
29 Апрель 2022, 11:42

Һуңғы имтихан

Эҫе июль көндәре тора ине. Ошо ваҡытта йәш ҡанда гормондар уйнаштыра, ғишыҡ уты тоҡаныуға уңайлы бер сәбәп тә етә. Бигерәк тә көндәрең эшһеҙ үтһә.Зөһрә хәҙер руль артында көндән- көн ышаныслыраҡ йөрөй. Йылға янындағы юлдан китеп барғанда, һыу инеүсе кешеләрҙе күреп, ошондай томра көндө һыу буйында ғына ятырға ине лә бит, тигән уй башҡа килә. Ҡатындың уйҙарын һиҙгәндәй, инструкторы машинаны юл ситендә туҡтатырға бойорҙо.- Әйҙә һыу инеп сығайыҡ, бер ун биш минутҡа ғына, - көтөлмәгән тәҡдимдән албырғап ҡалған Зөһрә ни тип яуап бирергә белмәй торҙо. Шунан ғына кинәт: -Юҡ!- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙенең тауышынан уңайһыҙланып, өҫтәп ҡуйҙы:-Минең купальнигым юҡ бит, - аңламамышҡа һалышты.

Һуңғы имтихан
Һуңғы имтихан

Иртәгә - һуңғы имтихан. Нисек кенә уны бирер Зөһрә? Күңеленең аҫтын-өҫкә килтергән хистәренә нисек баш булыр? Әллә бармаҫҡа лә ҡуйырға инде? Һуңынан икенсе инструктор менән бирер әле. Юҡ, ул бит бала- саға түгел - ҡасып ҡалырға. Нисек тә, үҙен ҡулға алып, ҡурҡыуын еңеп, был һынауҙы үтергә тейеш Зөһрә. Шунда ғына ул, үҙ-үҙен: көслө, ихтыярлы һәм аҡыллы ҡатын булараҡ - хөрмәт итә аласаҡ.
Ҡайҙан ғына башына төштө был - " право"ға уҡып, танытмаһын алам, тигән ныҡышмалы теләк? Уларҙы Рәмиле, ҡайҙа теләй- шунда, үҙе ултыртып йөрөтә лә һуң - нимәгә уға ул танытма? Декрет ялында ултырғанда алып ҡалайым, берәй заман кәрәгер, тип кенә уйлағайны. Ире лә ҡаршы төшмәне бит исмаһам, сәмләндерҙе генә, булдыра алырһыңмы икән, йәнәһе. Хәҙер ир алдында ла мах бирергә ярамай - тырышырға тейеш, уның ҡулынан ғына килмәгән эшме ни ул? Ә ире, үҙенең ялы айында, ике бәләкәй балаларын ҡарап торорға ризалашты, ни эшләһен, сәмләнгән бисәһенә ҡаршы төшөп буламы ни? Ә ҡаласыҡҡа машина йөрөтөү дәрестәренә сығыу бер нисә сәғәткә һуҙыла. Рәмил бит шунда ла, әсәһенә лә әйтмәй, үҙе ҡарай балаларҙы.
Ә Зөһрәнең күңелендә иләҫ- миләҫ хистәре көндән- көн ташҡын булып ҡайнай. Кейәүгә сыҡҡандан һуң тәүге тапҡыр үҫмер ҡыҙсыҡ хәленә төштө. Анау ут күршеһе шаталаҡ Гөлназ, әгәр шундай хәлдә ҡалыуын һөйләһә, Зөһрә уны елбәҙәклектә ғәйепләр ине, эсенән генә уны йомшаҡ, аҙғын тип уйлап, үҙен шул фонда бик тә юғары баһалар ине. Сөнки, ул, кейәүгә сығыу менән, "минең өсөн башҡа ир-егеттәр юҡ һәм уларҙың булыуы ла мөмкин түгел"- тигән ҡалып эсендә йәшәне, ә хәҙер, ҡайҙа уның таяуы? Әллә, берәй шайтан тигәне эйәләнеме эсенә?
Кемгә бит әле төштө уйҙары - инструктор иргә, уҡытыусыһына. Әгәр тиҙ арала хистәрен ауыҙлыҡлай алмаһа, газ менән тормозды бутап, имтиханды биреп, танытмаһын алыуы ла икеле. Ул ҡағыҙынан бигерәк, күңел торошон тәртипкә һалырға, яҙғы даръяны хәтерләткән, аҡылына буйһонмаған йөрәген йүгәнләргә көсө- аҡылы етерме?
Зөһрә ғаиләһенән уңды. Ирен яратып йөрөп кейәүгә сыҡты, бер- бер артлы балаларын тапты. Рәмил Зөһрәнән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк. Бына инде ете йыл үтте тыныс, татыу тормоштарына. Ире эсмәй, ситкә йөрөмәй, аҡса таба, тауыш күтәрмәй, улай ғына ла түгел - уны яратып, ихтирам итеп тора. Берәй заман ысынлап үпкәләштеләрме икән - хәтерләмәй ҙә. Зөһрә, балалар бәләкәйерәк саҡта, уға ҡайһы берҙә: " һин тегеләйтмәгәнһең дә былайтмағанһың," тип бәйләнгеләштерһә лә - ир булып ҡала белде уның Рәмиле. Ҡатынына ҡаршы һүҙ көрәштереп торманы, бер ваҡытта ла йөҙөнән алып кәмһетмәне. Ә балаларға булған йомшаҡ, йылы мөнәсәбәте, улар тип, йән атып тороуы, байрамдарҙы ҡалдырмай бүләктәр биреү, ял итергә ғаилә менән төрлө матур урындарға, диңгеҙгә барыу - бар теләгән нәмәләрҙе булдыра ире. Шуға күрә, Зөһрә Рәмилен ғаиләһенең тотҡаһы, донъяһының йәме, тип һанай. Шундай "ҡәлғә"һенең таяуы булған иренә күңеленән хыянат итеү - башҡа һыймаҫлыҡ ҙур гонаһтыр бит?!
Нисек улай аҡылын юйыуға аҙым яһаны, ҡайһы мәлдә йомшаҡлыҡ күрһәтте ул? Әллә ҡайһы берәүҙең арбау көсө йә сихыры бармы икән? Уны тәү күреүҙән үк оҡшатты бит Зөһрә. Ҡара күҙҙәре менән ҡара ҡаштарымы, ҡояшҡа янған йөҙөндә айырыуса аҡ булып күренгән тештәрен күрһәтеп, алсаҡ йылмайыуымы - нимәһе менән күңеленә хуш килгәнен аңлай алмай. Сибәр инеме ул, әллә уға ғына шулай күрендеме? Зөһрә үҙенең дә баһаһын белә- буй-һыны ла һомғол, йөҙө лә тәрбиәле, һылыулығын ташламаған йәш ҡатын әле. Тәүге тапҡыр дәрес алырға барған көндән үк, инструкторын бүтән йәшерәк ҡыҙҙарҙан көнләште, уның тик үҙенә генә йылмайыуын теләне. Шул көтөлмәгән тойғоһонан үҙе шаҡ ҡатып, өйөндә һалҡын баштан анализлап ҡараны. Эйе, уға үҫмер сағынан уҡ, ҡарағусҡыл йөҙлө егеттәр оҡшай торғайны, ти. Уныһын дә аңлатырға мөмкин- бала-саҡтан һинд киноларын иҫе китеп, илай-илай ҡарағанда, Митхун Чакраборти геройҙарын үлеп ярата ине. Тәүге әйтелмәй ҡалған мөхәббәте лә - ошо типаж. Тик, алйот үҫмер ҡыҙыҡайҙың күңел торошон аңлап булһа, Зөһрәнең йөрәге, утыҙҙы уҙғанда, ни тип тулай? Шулай итеп, ябай ғына күренгән машина йөрөтөргә өйрәнеү мәсьәләһе, йөрәк
хистәренә бәйләнһә, бик тә ҡатмарлаша икән.
Инде был халәте үҙенә лә оҡшамай башланы: тыныслығын юғалтҡан йөрәге, хатта өйөндә лә, ситлектәге ҡошсоҡтай сәбәләнә. Хәҙер, өйҙән сығып китер алдынан, ул көҙгөләге үҙенең йөҙ-һынын оҙағыраҡ тикшерә. Өр- яңы кейемдәр алырға ла бер ҙә иренмәне. Сәсен ниндәйҙер ерән төҫкә буятып ҡуйҙы. Ә тырнаҡтары бер көндө тәтәй ҡурсаҡтыҡы һымаҡ булып китте. Әллә керпектәрен дә, теге йәш ҡыҙҙарға эйәреп, яһалма үҫтерергәме, тип уйлап торған еренән, нимәгәлер асыуы килеп: - Етте, туҡта!- тип, үҙенә үҙе бойорҙо.
Бер көндө, шулай, көҙгөләге үҙенә ситтән ҡарап: -"Бына инде килеп еттек. Ах-ха- ха, һин бит үҙенә иғтибар талап иткән тутыйғошҡа оҡшай башланың,"- тип, көлөп ҡуйҙы Зөһрә. Ҡайҙа булған гел ипле һәм тәрбиәле, уйлап эш итеүсән, ғорур ир ҡатыны, балалар әсәһе? Был ҡатын уға оҡшамаған шул - күҙҙәрендә хәтәр осҡондар уйнай, үҙен һауалы тота, йә, киреһенсә, үҙ уйҙарына уйылып, миңрәүләнеп йөрөй.
Ә уның Рәмиле күреп тора бит был үҙгәрештәрҙе, һиҙҙермәй генә ни уйлағанын. Өндәшмәй, уға ышана, тимәк. Был турала әле уйламаҫҡа тырышты ул, сөнки, үҙен, хыянатсы ҡатындай, ғәйепле тоя башлай.
Бер көндө, ҡыҙҙар менән бергә машинала йөрөргә өйрәнгәндә, Зөһрә, асыҡтан-асыҡ ирония менән һөйләшеп ҡараны. "Ҡараҡаш"тың ниндәйҙер иҫкәрмәһенә ҡаршы:
- Ә мин, һеҙгә ғашиҡ булғас, хәҙер юлды күрмәйем дә, алһыу болоттарҙа ғына йөҙәм, - йәнәһе шаяртып ҡыланды. Шулай бүтән кеше алдында ғына әйтә ала, икәүҙән- икәү ҡалғанда, киреһенсә, етди һәм һалҡын тота үҙен, белә инде. Үҙенән- үҙе көлөп, кеше ишетерлек итеп әйтһә, күңелендәге хистәре, күбәләк кеүек, осоп китеп юғалыр һәм еңеллек килер, һыуыныр һымаҡ тойолдо. Тик, киреһенсә килеп сыҡты шикелле. Сөнки, бынан һуң, уҡытыусыһының уға ҡарата айырым йылы мөнәсәбәте һиҙелә башланы. Йомшағыраҡ һөйләшә, күңеле һәр саҡ күтәренке, серле шаян ҡараштар ата, араларында күҙгә күренмәгән үрмәксе ауы һуҙылды. Бәлки ул ҡатынға ғына шулай тойолғандыр, күңеле шуны теләгәнгәлер? Ә үҙенең тойғолары көсәйгәндән-көсәйҙе генә, ҡуйы елем кеүек йөрәгенә йәбештеләр - һыҙырып алып ташлармын тимә.

Эҫе июль көндәре тора ине. Ошо ваҡытта йәш ҡанда гормондар уйнаштыра, ғишыҡ уты тоҡаныуға уңайлы бер сәбәп тә етә. Бигерәк тә көндәрең эшһеҙ үтһә.
Зөһрә хәҙер руль артында көндән- көн ышаныслыраҡ йөрөй. Йылға янындағы юлдан китеп барғанда, һыу инеүсе кешеләрҙе күреп, ошондай томра көндө һыу буйында ғына ятырға ине лә бит, тигән уй башҡа килә. Ҡатындың уйҙарын һиҙгәндәй, инструкторы машинаны юл ситендә туҡтатырға бойорҙо.
- Әйҙә һыу инеп сығайыҡ, бер ун биш минутҡа ғына, - көтөлмәгән тәҡдимдән албырғап ҡалған Зөһрә ни тип яуап бирергә белмәй торҙо. Шунан ғына кинәт: -Юҡ!- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙенең тауышынан уңайһыҙланып, өҫтәп ҡуйҙы:-Минең купальнигым юҡ бит, - аңламамышҡа һалышты.
- Купальникһыҙ ҙа һыу инәләр ул, ана бит, - был һүҙҙәрҙән Зөһрә үҙен шыр яланғас ҡалғандай һиҙҙе, - билдән түбәнге яғында ҡайнар тулҡындар йүгереп үтте. Әҙерәк иҫ йыйған арала, башын шикле уйҙар быраулай башланы- был бит интим эш! Нисек ул шундай тәҡдимде миңә яһай ала, әллә берәй еңел холоҡло ҡатын тип уйлаймы? Ә мин быға нисек яуап бирергә тейеш булам икән? Уның урынында икенсе бер инсафлы, ғорур ҡатын машинанан шартлатып сығып -Һеҙ мине кем тип уйлайһығыҙ?!- тип янъял ҡуптарып, -Тағы ла бер ошондай тәҡдим ишетһәм, башҡаса һеҙҙән дәрестәр алмайым!- тип өҙә һуғып, тап ошо урында нөктә ҡуйыр ине, бәлки. Ә ул? Купальнигы юҡ, имеш. Сепрәк, һинең менән иҙән йыуырға ғына, тип үҙен әрләне Зөһрә.
Ярай, әле артыҡ бер нәмә лә булмаған бит, ҡыҙма,тип үҙен йыуатып, киреһенсә, тыныс, ғәмһеҙ булып күренергә тырышты.
-Яра-ай, ҡуҙғалдыҡ, -тине Ҡараҡаш, ахырҙа, уны өгөтләп, үҙ маҡсатына ирешә алмағас.
Ә бит ул да ғаиләһенән уңған, уға ни етмәй һуң, тип уйлай Зөһрә. Бер көндө ҡыҙҙар ғаиләһе тураһында һөйләндереп алғайны инде. "Бәхетлемен"- тигәйне. Ҡатыны, балалары тураһында һөйләгәндә, йөҙө яҡтырып китеүе ысын күңелдән һөйләүендә шик ҡалдырманы. Ә уның уйҙары ниндәй, бөгөн миңә ҡарата, был серле ҡараштар, йылмайыуҙар һәм килешмәгән тәҡдим
дәр, - былар артында ниндәй уйҙар ысынында? Бер генә аңлатма: "Бо-ҙоҡ-лоҡ, иблес ҡотҡоһо!"- тип уйлай Зөһрә. Моғайын, улар ғаиләле ир менән ҡатын булмаһа, был осрашыу икенсе төҫ алыр ине. Ә был осраҡта, уларҙан ғына тормай - барыһы ла ҡатмарлыраҡ.
Дөрөҫөрәге, Зөһрә өсөн уның ниндәй кеше булыуы мөһим түгел. Сөнки ул уның менән яҡындан танышырға, һәм уны үҙ донъяһына индерергә маҡсат ҡуймаған. Уларҙы тоташтырған һуҡмаҡ та - икеһенең дә ауыл ерлегендә үҫеүе һәм йәштәш булыуында ғына. Был ир - уға алыҫта ҡалған йәшлек хистәрен бер аҙға ғына тергеҙеп, тиле ҡыҙыҡай һымаҡ уйнап, шаярып ҡалыр өсөн, бер уйлап сығарылған романдың геройы ғына. Шунлыҡтан, улар артыҡ һөйләшеп барманы, ә серле ҡараштар аша, һүҙһеҙ генә, йә иһә йылмайып ҡына аралаштылар. Был ҡараштар ҙа күп нәмәне аңлата ине - йә асыҡтан-асыҡ ымһындырғыс: "Һин миңә оҡшайһың", "Миңә һинең менән күңелле", йә иһә, бөтөнләй кире ҡағыусы: "Бының булыуы мөмкин түгел..."

Был хәлдән һуң, ҡатын, машинала уның менән бергә ҡалған саҡтарында, ҡурҡыу тойғоһонан арына алманы. Үҙенең кисерештәрен һиҙҙереүҙән дә ояла, уның тағы берәй ҡыйыу аҙым яһап ҡуйыуынан дә ҡурҡа. Уйындағы романтик геройының тормошта һынланыуынан шөрләй Зөһрә. Ул саҡта бит тылсым көсө бөтөр, гәлсәр һандуғасы ыуалып төшөп, таш сәпсеккә әйләнер. Ошолай ҡул һуҙымында торһа, бер- береһенә ҡағылмаһалар ғына - күңелдә әкиәт йәшәй, ә ундағы герой матурыраҡ та, ышаныслыраҡ та күренә. Хатта туҙанлы, шаулы ҡала урамдары ла, әйтерһең, тик гөл-сәскәгә күмелгән хозурлыҡ донъяһына әүерелә.
Хоҙайым һаҡлаһын инде, тип ялбарҙы бөгөн дә ҡалала икәүһе генә йөрөргә мәжбүр булғас. Ҡурҡҡан алдыңа сыға, тигәнгә ышанырға яҙған, ахыры. Үтәнән-үтә асыҡ тәҡдимгә, ни тип яуапларға белмәй, тағы баҙап ҡалды:
- Беҙ йәй аҙағында һунарға сығабыҙ, беҙҙең группаға ҡушылырға саҡырам, әйҙә!
- Как это понимать?
- Очень просто. Әҙерәк матур тәбиғәттә ял итербеҙ, ҡабан итенән шашлык ашап ҡарарһың.
- Бигерәк тынсыу бында, саф һауа етмәй, - тип, янындағы иргә тултырып бер тәкәббер ҡараш ташланы ла, машинанан ситкәрәк китте ҡатын. Дөрөҫөрәге, тура яуаптан һәм үҙ-үҙенән ситкә ҡасты.
Матур йәйге иртәнең саф һауаһы менән, мейеһенә уйлау һәләте ҡайтты, шикелле. Хушығыҙ, алһыу болоттар, һаумы бысраҡ ер! Ултырҙыңмы шап итеп артыңа?
"Эйе бына һиңә, талағың ташамы әллә, һунарсы, шул ғына етмәгәйе. Хәлдәр ҡырҡыуыраҡ тора, хәҙер тәҡдимдәр асыҡ-ярыҡ була башланы. Әллә үҙенә һунарға сыҡҡандармы, бәләһенән баш- аяҡ!" Зөһрә былай икәүҙән-икәү ҡалмаҫҡа, аҙғын уйҙарҙан йырағыраҡ торорға, тип үҙенә һүҙ бирҙе. Юҡһа, Ҡараҡаштың сихырына бирешеп, әллә ниндәй йомшаҡ һәм хисле ҡатынға әйләнеп китеүе лә бар. Бер көндө яңылышмы, нишләптер, уның ҡулы ҡағылыуға, тәне буйлап земберләп ток йүгереп үткәнен, быуындары хәлһеҙләнеп бирешеүен тойҙо. Тәне- һатлыҡ йән икән, юҡ- юҡ, аҡылын юймаҫ элек, туҡтатырға ваҡыт был бесәй-сысҡан уйынын. Юғиһә, сыр еҫенә ылығып, үҙе үк ситлеккә эләккән ҡорбанға әйләнеүен көт тә тор. Ул бит әле ир ҡатыны, балалар әсәһе лә - башын юғары тотоп атларлыҡ статусы бар.

Шайтан уйындарына ҡаршы тороу өсөнмө, ҡатын күңеленән иренең тик һәйбәт яҡтарын барланы, ә Ҡараҡаштың үҙенә оҡшамаған һыҙаттарын ҡапма-ҡаршы ҡуйып дәлилләй башланы. Бына, ул кисә бер егеткә асыуын төшөрҙө, тауышын күтәрҙе - псих, тимәк, ә уның Рәмиле тыныс холоҡло - улайтмаҫ ине. Ана, ул һунарға йөрөй, бер ғәйепһеҙ кейектәрҙе атып ала - браконьер, тимәк, ә уның ире өйҙә балаларға хатта попугайҙар, сысҡандар тоторға ла рөхсәт итте, бер йән эйәһен дә үлтергәне юҡ. Шулай, аҡылы менән инструкторҙың һынын күңеленән ҡыуаланы. Был бит һөйөү хисе түгел, һөйөүҙең ундай булмағанын белә бит Зөһрә. Уның тәүге мәлдә иренә ҡарата тыуған мөхәббәте уны киреһенсә елкендерҙе, ҡанатландырҙы, йәшәүгә дәрт, бәхетле киләсәккә ышаныс менән һуғарылған ине. Ә был хис иҫертә, сихырлай, албырғата - улай иблес кенә ғазаплайҙыр!

Зөһрә былай төшөп ҡалғандарҙан түгел: сәмләнеп тырышты, ни тиһәң дә, юғары белемле, шуға ла, уға юл ҡағиҙәләре буйынса тест биреү ауыр булманы. Ҡаласыҡта йөрөү имтиханын да тәүге көнөндә үк
бирҙе. Тиҙҙән уның һуңғы, ҡалала йөрөү буйынса, иң ауыр имтиханды тапшыра торған көнө етә. Күптәр уны тәүге көнөндә бирә алмаясаҡ. Гаишниктар аҡсаға туйып ҡалғансы этләтәсәк, тиҙәр. Ә Зөһрәнең борсолоуҙары икенсе йүнәлеш алды, сөнки уның өсөн күңелендәге хистәр ташҡыны менән алышыу һынауы әлегә көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был көндө еткерә алмай, ғазаплы уйҙарынан бер туңды, бер янды, йә иһә, тиҙерәк уны үткәреп ебәреп, билдәһеҙлектән ҡотолорға теләне.
Бына ул - һуңғы имтихан бирәсәк көн! Ҡаласыҡҡа ул иренең машинаһына ултырып килде. Үҙе өсөн ҡурҡыу ситтән таяныс эҙләргә этәрҙе, ахыры. Ярай әле, Рәмил дә шундуҡ ризалашты.
Тулҡынланыуҙан, Зөһрә, хатта, кәрәкле ҡағыҙҙарын онотоп, машинанан төшөп китеп бара икән дә- ире иҫенә төшөрә һалды. Ҡатын иренә: - Ошонан бер ҡайҙа ла китмәй, янымда көтөп тор!- тип, киҫәтеп ҡуйҙы.
Зөһрә, нисек үҙенең сираты еткәс, гаишниктарҙың провокацион һорауҙарына яуап биреп, ҡағиҙәләрҙе боҙмай машинаны йөрөтөп, дөрөҫ туҡтатып сығыуын аңлата алманы. Был уның менән булдымы, әллә юҡмы? Уны бит ярты юлда туҡтатып, ҡыуып сығарманылар, тимәк, уның уңыш сәғәте һуғып, ул был имтиханды бирҙе! Хәҙер инде үҙенең иң ауыр һынауы ҡалды - һуңғы һөйләшеү...
Бына инде яҡын булып та, ҡулын тейҙерә алмаған таныш һынға - Ҡараҡашҡа һуңғы тапҡыр күҙ һирпеү, тейер- теймәҫ һаҡ ҡына ҡул ҡыҫышыу, ишетелер- ишетелмәҫ -Рәхмәт, һау бул! - тип әйтеүе.
- Саҡыр, көтәм! - аһ, кинәт боролоп, ашығып алыҫлаша барған Зөһрәнең ҡолағына яңылыш ҡына ишетелдеме был һүҙҙәр?!
Бына ҡатын, текә генә атлап, башын юғары сөйөп, арҡаһын төҙ тотоп, ҡара күҙлеген кейеп, иренең бейек кроссоверына инеп ултырҙы. Тәҙрәнән инструкторҙың ҡарашын тойоп, уға ҡул суҡтары менән генә хушлашыуға ишараланы. Күрһен, уның таянысы, терәге бар- ул ир ҡатыны, ә аулай торған сысҡан түгел!
Фу- ух!- ниһайәт, бөттө был илерткес- тилерткес осрашыуҙар. Ул - азат ҡош! Ҡасырға бынан, тиҙерәк өйөнә- "ҡәлғә"һенә ҡайтып бикләнергә, бүтән бер ҡасан да үҙен һунарсы аулаған кейек хәлендә тоймаҫҡа!
Берсә, имен- аман ҡотолдом шикелле, аллаға шөкөр, тип уйлаһа, берсә, күңеле һаман һыҙыла, уйҙары Ҡараҡаштың янына осоп китә лә бара. Уй- хистәре тегендә ҡалып, тәне менән бында булғанда, ярым- ярты кеше һымаҡ тойолдо үҙенә. Улай бер ҙә рәхәт түгел икән йәшәүҙәре, күңеленә ҡасан бөтөнлөк ҡайтыр икән?..
Нисек тә был халәтенән ҡотолорға. Эш!- бына нимә уға хәҙер ярҙам итәсәк! Ана, бер бүлмәләге обойҙар күптән яңыртылыуҙы көтә бит, оҫталарҙы саҡырып йәбештертербеҙ, тип уйлап торғайны ире. Зөһрә, бар көсөн һалып, үҙе ремонтҡа тотондо. Таныш геройы иҫенә төшкәндә, күңеле тулышып, һатлыҡ күҙ йәштәре лә ағып китте. Ҡолаҡ төбөндә: "Саҡыр, көтәм,"- тигән сихырлы тауыш сыңлай, шул саҡта, барыһын ташлап, сығып йүгерәһе килә. Янында сөкөрләшеп йөрөгән бәләкәстәренә ҡарап та, күңеле тулыша. Ә төндәрен ире менән бергә булһа ла, "уның" йөҙөн күҙ алдына килтереү менән - күҙҙәре йәшкә мансыла.
Үҙе менән алышыу һынауы аҙна буйы дауам итте. Бына, ниһайәт, уның күпме көтөп арыған һиллек, бөтөнлөк донъяһы ҡайтты! Шайтан уның менән булышып арынымы - бүтәндәрҙе миңрәүләтергә китте, ахыры. Ҡалай рәхәт был кисерештәре - йөҙөндә кинәнес, күңеле тыныс!
Инде, алҡымынан алған боғалағы бушап, еңел тын алыу, күкрәк тултырып саф һауа һулау мөмкинлеге ҡайтты.
Яҙғы ташҡындар ҙа бер заман ярҙарына ҡайта, һәм, йылғалар, болғанмай ғына, ағыуын дауам итә бит.
Зөһрә, һиҙҙермәйсә генә, иренең ниндәйҙер эш менән булашыуын күҙәтә. Ошо иң- иң ғәзиз кешеһенең үҙе янында йәшәүен тойоу ҡыуанысынан, күкрәгендә, гүйә, мең-мең һөйөү күбәләктәре яралып, иренә табан осоп китте...

Кисә, ире менән сәй эскәндә, шундай һөйләшеү булды:
- Ҡара әле, Рәмил, мин нисек теге ваҡыт еңел генә ҡотолдом икән ул, миңә артыҡ бәйләнмәнеләр ҙә бит? Бөтә группанан биш кеше генә бирә алды шунда ул имтиханды.
- Ә мин юҡҡа ғына һинең менән барған тиһеңме? Инструкторың менән, ситкәрәк китеп, һөйләшеп алырға тура килде - кәрәкле суммаға килештек.
-???
Ҡатын, башта йотҡан сәйенә сәсәп китте, унан һуң, алйот һымаҡ, тыйыла алмай көлә башланы...
***
Зөһрә, телефо
нына таныш булмаған номерҙан смс хәбәр килгәс, күреп уҡығайны, аптырап ҡалды:"Һин мине онотманыңмы әле?"-тип яҙылған. Һуңынан, иренә әйтеп, көлөштөләр - кем булырға мөмкин был, тип. -Минең ҡатындың "тайный поклоннигы",- тине Рәмиле. Шунда Зөһрәнең күҙ алдына, үткән йәй көндәрендәге, имтиханға бәйле хәтирәләр килеп төштө. "Уның" номерын юйғайны, бәлки, берәйһе яңылыштан ебәргәндер, тип кенә уйлап ҡуйҙы. Хәҙер инде был бөтөнләй мөһим түгел ине. Ә иренә был хаҡта әйтмәйәсәк, әлбиттә - был уның ғына сере булып ҡалыр.
Аноним смс-ка телефондың сүп кәрзиненә осто.

 

 

АВТОР: Венера Шәңгәрәева

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: