Йәйғор
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
21 Июнь 2022, 10:07

ИКЕ ҠЫҘ ҺӘМ БЕР СЕБЕШ

Уф... Фәнүрә ауыр көрһөндө. Хәҙер Ансар ағаһы уны тағы йылға буйына алып китәсәк. Ә ҡыҙыҡайҙың бынау эҫелә бер ҙә уның артынан эйәреп йөрөгөһө килмәй. Һыу инергә рөхсәт юҡ, йыраҡҡа китергә ярамай, улай ҙа итмә, былай ҙа итмә...

ИКЕ ҠЫҘ ҺӘМ БЕР СЕБЕШ
ИКЕ ҠЫҘ ҺӘМ БЕР СЕБЕШ

«Әҙәби күстәнәс» рубрикаһын дауам итәбеҙ. Гөлнара Мостафинаның хикәйәләрен халыҡ яратып уҡый. «ИКЕ ҠЫҘ ҺӘМ БЕР СЕБЕШ» хикәйәһен уҡыусылар бер тында уҡып сығыуҙарын яҙалар.

***

Фәнүрә Сәйҙә инәйҙең тауышына уянды. Күршеһенең ҡыуанысы эсенә һыймағаны күренеп тора: бер хәбәрен ҡырҡ һөйләй, юҡҡа ҡысҡырып көлөп ебәрә. Нимә булды икән тип ҡыҙыҡай өлкәндәрҙең хәбәренә ҡолаҡ һалды.
- Алмагөлөм бәпес тапҡан бит, ҡыҙ тапҡан! Өләсәй булдым!
Фәнүрәнең әсәһе уға ҡушылып ҡыуана.
Ҡыҙыҡай Алмагөл апайының бәпес алып ҡайтыуын белә, үҙе лә уларҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Ниһайәт, уға ла уйнарға иптәш табыла!
Сәйҙә инәй пулеметтан атҡандай хәбәрен теҙҙе-теҙҙе лә шатлығын бүтән күршеләре менән уртаҡлашырға сығып йүгерҙе.
Ҡыҙыҡайҙың да йоҡоһо осто. Бер уй тынғы бирмәне уға: “Бәпәйҙе ҡайҙан алалар икән ул?” Фәнүрәне һыуҙан эләктереп алыуҙары, ансар ағаһының кәбеҫтә араһында ятыуы дөрөҫ булһа, Алмагөл апай ул баланы ҡайһы ерҙән тапҡан?
Уйҙарын бүлеп, әсәһе икенсе бүлмәнән:
- Ҡыҙым тор инде. Мин эшкә киттем, - тип өндәште.
Уф... Фәнүрә ауыр көрһөндө. Хәҙер Ансар ағаһы уны тағы йылға буйына алып китәсәк. Ә ҡыҙыҡайҙың бынау эҫелә бер ҙә уның артынан эйәреп йөрөгөһө килмәй. Һыу инергә рөхсәт юҡ, йыраҡҡа китергә ярамай, улай ҙа итмә, былай ҙа итмә...
Фәнүрә йәһәт кенә тороп кейенде лә тышҡа сыҡты.
Ҡояш ҡыҙҙыра ла башлаған, ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, себештәр сипылдаша, матур сәскәләр үҫә – ана нисек йәмле! Ә ул, ошо гүзәллектән мәхрүм булып, серәкәйҙән таланып, һыу буйында йөрөргә тейеш.
Нисек ағаһынан тороп ҡалырға? Әллә йәшенергәме? Фәнүрә йүгереп, етмәһә, әсе еҫ. Утынлыҡтан да һә тигәнсе табасаҡ...
Шул саҡ күҙенә быҙау ояһы салынды. Унан эҙләргә башына килмәйәсәк Ансарҙың! Ултырырға урын юҡ юҡлығын, ярай, баҫып та сыҙар, ағаһы ғына күрмәһен.
Бер аҙҙан быҙауҙарын ҡыуып ҡайтҡан ағаһының үҙ алдына көйләүе ишетелде. Фәнүрә мөйөшкәрәк шылды: һиҙеп ҡалмаһын.
Урамда тәртип урынлаштырып йөрөгән Ансар Фәнүрә торған быҙау ояһының ишеген шап итеп ябып, келәһен элде лә ҡуйҙы. Ҡыҙыҡай ни ҙә булһа әйтеп тә өлгөрмәне.
Ояны ҡараңғылыҡ баҫты. Күҙгә төртһәң дә күренмәй. Фәнүрәнең күҙ алдына имәнес үрмәкселәр, ҡурҡыныс ҡуңыҙҙар, йәмһеҙ тараҡандар килде. Улар һәр мөйөштән бына-бына уға ташланыр төҫлө. Уй, нисек ҡурҡыныс...
Яҡты төшкән бер генә ярыҡ та юҡ, исмаһам! Ҡышын һыуыҡ булмаһын тип, атаһы тәҙрә лә эшләмәгән булды.
Фәнүрә өмөтләнеп:
- Ағай! - тип өндәште.
Тыш яҡтан тауыш-тын ишетелмәй. Ҡыҙыҡай нығыраҡ ҡысҡырҙы. Яуап юҡ. Ул иларға, ишекте дөбөрләтергә тотондо.
- Ағаҡайым, ишекте ас әле! Мин бикле торам бит!
Ансар тауыштың һарайҙан килеүен аңлап, ишекте асыуға, Фәнүрә уҡтай тышҡа атылды.
- Ағ-ағ-ағай, - тине ул тотлоғоп. - Ни-ни-ниңә ми-ми-не бик-биклә-нең?
Аптыраған Ансар:
- Унда нимә ҡарап индең һуң? Уйнарға бүтән урын бөткәнме һиңә? - тип орошто тәүҙә. Һеңлеһе һаман тыммағас, әүрәтеүгә күсте.
- Һарайҙа уйнауыңды белмәнем бит... Әйҙә, һыу буйына барабыҙ. - “Һыу” һүҙен ишетеүгә, инде тынысланып бөткән Фәнүрә яңынан тыпырсынырға тотондо:
- Бармайыҡ, ағай! Бөгөн бер ҡайҙа ла йөрөмәйек!
Нисек инде балыҡҡа бармаҫҡа, өйҙә генә ултырырға? Быны Ансар башына һыйҙыра алмай. Бөгөн былай ҙа Фәнүрәне эҙләп йөрөп, һуңға ҡалды. Сәғиттәр күптән йылға буйында.
Ансар һеңлеһенә кәнфит биреп тә алдаштырып ҡараны, велосипедта йөрөргә лә вәғәҙә итте, юҡ, ыҡҡа килмәй Фәнүрә.
Ахырҙа:
- Тау итәгендә еләк бешкән... - тип ысҡындырҙы. - Мин балыҡ ҡармаҡлағансы, һин еләк ашарһың.
Еләк һүҙенә Фәнүрәнең күҙҙәре йылтыраны. “Әйҙә һуң!” - тип шунда уҡ ризалаша һалды.
Велосипед менән Суҡҡайын буйына һә тигәнсе барып еттеләр. Ансар, ҡармағын тотоп, йылғаға төштө, Фәнүрә, бәләкәс биҙрәһен алып, тау итәгенә йүнәлде. Серәкәйҙән таланып йөрөмәҫ һәр хәлдә. Ҡурҡыныс та түгел: ауыл ус төбөндәге кеүек. Фәнүрә турғай башындай эре тәмлекәстәргә әүрәп, ағаслыҡҡа ыңғайланы. Кү-ү-үп итеп йыясаҡ ул. Әсәһе телеңде йоторлоҡ бәлеш тә бешерер.
Шулай еләккә мауығып йөрөгәндә, ағас төбөндә йоҡлап ятҡан бер балаға барып сыҡты. Аҫтында әсәйҙәр кейә торған ҙур кофта. Алыҫта ғына ике апай еләк сүпләй, яҡын-тирәлә бер кем күренмәй. Был ниндәй ҡыҙыҡай икән?
Ҡылт итеп Сәйҙә инәйҙең: “Алмагөл бәпәй тапҡан”, - тигән һүҙҙәре иҫенә төштө. Әллә ул да ҡыҙ таптымы? Фәнүрә ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе. Ҡайһылай шәп булыр ине!
Һаҡ ҡына ҡыҙсыҡты уятты. Уныһы, эргәһендә ят кешене күреп:
- Әс-ә-әй! - тип иларға тотондо.
“Ана бит, миңә әсәй тип өндәште”. Һөйөнөсөнән нимә эшләргә белмәне Фәнүрә. Һорашып, уның исеме Илүзә икәненә төшөндө. Бүтән нәмә аңлата алманы ҡыҙсыҡ, бигерәк бәләкәй шул.
Фәнүрә Илүзәне әле күтәреп, әле атлатып ауылға ыңғайланы. Еләк йыйып йөрөүен дә, Ансар ағаһы юғалтып, уны эҙләп йөрөмәһен өсөн, иҫкәртергә кәрәклеген дә башына индермәне.
Өй ишеге бикле. Әсәһе менән атаһы төшкө ашҡа ҡайтҡансы, Фәнүрә Илүзә менән урамда уйнап торорға ла риза. Хәҙер ул яңғыҙ түгел – уның ҡыҙы бар!
Бәләкәс кенә булһа ла, Илүзә бигерәк тиктормаҫ икән. Йүгереп арығандан һуң, тауыҡтарға ҡойолған һыуҙы сәпелдәтеп уйнай башланы. Матур күлдәге генә тгел, сәстәре, биттәре һыуланып, бысранып бөттө. Фәнүрә себештәр ҡапланған япма эргәһенә барып баҫҡас, уның янына килде. Ҡыҙыҡай, себештәрҙең сипылдауына ҡушылып, ҡулын һелтәй-һелтәй әллә нимәләр һөйләне, көлдө.
- Матурҡайҙармы? - тип һораны унан Фәнүрә.
- Эһе. - Илүзә баш ҡаҡты.
- Әпирәйемме? Уйнатаһыңмы?
- Эһе.
“Әсәйем һиҙмәҫ әле, улар ана ҡайһылай күп”, - тип уйланы ла, бер себеште алып, Илүзәгә һондо.
Уныһы шатланып, тере уйынсыҡтың муйынынан ҡыҫып тотоп алды. Бер аҙ һелкетеп уйнағандан һуң, әлеге тауыҡ һыуына һелтәне. Фәнүрә һарыҡайҙы ҡулына алды. Күшеккән себешкә ҡарап:
- Әйҙә йыуындырабыҙ, ана ҡайһылай бысранған юғиһә, - тип берәм-берәм тотоп, ҡурҡышып сипылдаған һарыҡайҙарҙы һабынлап йыуҙы. Йомшаҡ мамығы уҡмашып, тәне ялтырап, әлһерәшкән себештәрҙең һәр береһен ташҡа кибенергә һала барҙы.
- Хәҙер таҙарынып, тағы ла матурайып китерһегеҙ... - тип үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде.
“Эш” менән мауығып, әсәһенең ҡайтып ингәнен һиҙмәгән дә.
- Атаҡ, атаҡ, нимә эшләүең был?! - Әсәһенең ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенә “терт” итеп ҡалды.
- Әсәй, ҡайттыңмы ни? Ә мин себештәрҙе йыуындырам. Ҡара, ҡайһылай рәхәтләнешеп яталар!
- Ай аллам, ай, ҡыҙым, үлтерҙең инде, үлтерҙең!
Фәнүрә әсәһенең буштан-юҡҡа көйөүенә, ни эшләргә белмәй улай-былай сабыулауына ғәжәпләнде. Ҡыуаныр урынға әрләшәсе... Әмәлгә ҡалғандай, атаһы ла ҡайтып инде Ул, исмаһам, бер ҙә көймәне, киреһенсә, һыны ҡатып көлдө генә. Унан, әсәһе менән икәүләшеп, себештәрҙе дебет шәлгә төрҙөләр, тартмаға һалып, ҡояшлы урында ултыртып ҡуйҙылар. Эй, аңламаҫһың был өлкәндәрҙе!..
Шунан һуң ғына һәр береһенә алмаш-тилмәш иҫе китеп ҡараған ят ҡыҙсыҡҡа иғтибар иттеләр.
- Беҙгә берәйһе килдеме әллә?
- Юҡ, әсәй.
- Ә был, улайһа, кемдең ҡыҙы?
- Минеке. Алмагөл апайым кеүек, мин дә урмандан бәпәй табып алдым. Мине лә һыуҙан тотоп алғанһығыҙ бит, үҙегеҙ әйттегеҙ.
Әсәһе яңынан торҙо.
- Бер минут үҙеңде яңғыҙ ҡалдырырға ярамай, әбизәтелнә эш боҙаһың! Ни эшләтергә һине, ә? - тип һуҡранды.
Унан, ҡыҙҙарының ай-вайына ҡарамай, Илүзәне ауыл Советына алып киттеләр. Фәнүрә юл буйына:
- Ул минең ҡыҙым! Бер кемгә лә бирмәгеҙ!.. - тип арттарынан шыңшый-шыңшый атланы.
Ә ауыл Советында бая урман ситендә еләк сүпләгән ике апай ултыра ине. Үҙҙәре илап бөткән. Илүзәне күреүгә береһе:
- Ҡыҙым! - тип һикереп торҙо, сабыйын күтәреп тә алды. Ҡабат һыҡтарға тотондо. Инде ҡыуаныстан.
Аҙаҡ, хәлде һөйләп биргәс, бөтәһе лә рәхәтләнеп көлдө. Илүзәнең әсәһе Фәнүрәне үҙҙәренә саҡырҙы, ҡыҙы менән уйнарға рөхсәт итте.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: