Йәйғор
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
22 Июнь 2022, 10:57

Үкенмәҫлек итеп китәйек...

Әллә күҙенә күренәме, ҡаршыһына тирә-яҡҡа көслө нур һирпеп бер илаһи зат йөҙөп килә, хатта цех эсе лә яҡтырып киткән һымаҡ

Үкенмәҫлек итеп китәйек...
Үкенмәҫлек итеп китәйек...

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитованың «Үкенмәҫлек итеп китәйек...» хикәйәһе һеҙҙең ихтибарға.

***

Цех буйлап шәп-шәп атлап килгән Йәмил кинәт туҡтап ҡалды. Әллә күҙенә күренәме, ҡаршыһына тирә-яҡҡа көслө нур һирпеп бер илаһи зат йөҙөп килә, хатта цех эсе лә яҡтырып киткән һымаҡ. Ап-аҡ халатлы аҡҡоштай ҡыҙ уның янынан уҙып киткәндә, егет бер йылы тулҡындар эсендә иҫәңгерәп торҙо ла ҡалды.
Ҡулына быяла колбалар тотҡан ҡыҙ проба алырға тип торбаларға үрелде, ләкин баҫҡысҡа уңайһыҙыраҡ баҫтымы, буйы етеңкерәмәне.
Шаңҡыған егет, ҡыҙҙан күҙен ала алмай, һаман бер урында тапанды. Бер аҙҙан иҫенә килгәс, үҙенең мастер булып эшләүен иҫенә төшөрөп, ҡыҙ янына осоп барып баҫты.
- Һеңлем, бына ошолай итеп алығыҙ, уңайлыраҡ булыр, - тип алып биреп, колбаларын ҡулына тотторҙо. Ә күңеле ҡыҙҙың ымһындырғыс һылыулығына, ҡап-ҡара сәстәренең йылҡылдап ҡабарып тороуына бөтә йәне-тәне менән тартылды. Аяҡтары зымбырланы.
- Рәхмәт, - тип йылмайып бер генә һүҙ әйтеп киткән сафлыҡ бөркөп торған аҡ йөҙлө лаборант ҡыҙҙың бөтә булмышын тетрәндергәненә ныҡ ғәжәпләнде.
- Аҡҡошҡай, - тип эсенән исем дә ҡушып ҡуйҙы.
Башҡа ваҡыт һәр саҡ алсаҡ, һүҙ эҙләп кеҫәһенә инмәгән Рәзилә лә үҙенең ҡапыл телһеҙ ҡалыуына аптыранды. Мыҡты кәүҙәле, бөҙрәләнеп торған сәсле был егеткә күңеле магнит кеүек тартылды, дөрҫләп типкән йөрәге бына-бына сығам, тип тибә башланы. Шунан үҙенең көнө буйы ихлас йылмайып йөрөүен дә һиҙмәне. Күңелле ине.
Бик күп йылдар уҙғас, ошо яҙмыштарын бәйләгән бәхетле минуттарҙы иҫкә төшөргәндә, мөхәббәт фәрештәләре беҙҙең сәстәребеҙҙе шул минутта бәйләгәндер, бер матурға - бер матур, бер яҡшыға - бер яҡшы булһын тигәндер инде тип, көлөп һөйләрҙәр ине.
Икеһе ике ятаҡханала йәшәгән йәштәр бер-береһен ситтән генә күҙәтеп йөрөнө, бер-береһе тураһында бер кемдән дә һорашманы, ә бына йәндәре һөйләште.
- Бәғерем, һин мыңарсы ҡайҙа булдың ул? Нисәмә йылдар тик һине көттөм!
- Йәнем, мине һин ҡасандан бирле саҡыраһың бит! Инде үҫтем, буй еткерҙем. Бына килдем...
Эштә саҡта күҙҙәре менән бер-береһен эҙләне, ҡараштары осрашһа, йылмайып ҡуялар ҙа, шытып килгән тойғоларын күңел төбөнә йәшерәләр. Икеһе лә бәхеттәрен өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡтылар, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит Аллаһы Тәғәлә. Шулай аҙна аҙағынаса күңелдәре генә аралашты.
Йома көн яҡындағы паркта "таптагон", йәштәрҙең күңел асҡан урыны. Йәшлек - дәртле, матур саҡ, икеһе лә киске уйынды саҡ көтөп алдылар. Рәзилә иптәш ҡыҙҙары менән барып еткәндә, уйын башланып ҡына тора ине. Уртала бер егет менән ҡыҙ өйөрөлә. Ныҡлабыраҡ ҡараһа, Йәмил өҙҙөрөп бейеп йөрөй икән. Ҡыҙҙың сәме ҡуҙғалды, бер кемгә лә иғтибар итмәй, бейергә төштө ла китте. Шунда уҡ бөтә күҙзәр уға төбәлде, ә уның аяғы ергә лә теймәй бик еңел йөрөй, әйтерһең, күлдә аҡҡош йөҙә. Юҡҡамы ни ауылдарында унан да оҫтараҡ бейеүсе юҡ ине лаһа! Был күңелле күренеште йәштәр күтәреп алды, гөрләшеп бөтәһе лә бейергә төштө.
Йәмил, ҡыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡып, Рәзиләнең ҡаршыһына килеп баҫты ла шул кистән әлегәсә тиклем эргәһенән бер тотам ебәрмәй килә. Меңдәр араһынан тапҡан Рәзиләһен 42 йыл ҡәҙерләп, өф итеп кенә тора. Ҡатыны өс балаға әсәй, өс ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй булһа ла, һаман йәш, дәртле, донъяның тәмен белеп көлөп-йылмайып йәшәй. Ҡышын саңғыла йөрөй, бассейнда балыҡтай йөҙә, ә йәйен бергәләп урман-ҡырҙарға сығалар, баҡсала ҡышҡылыҡҡа етерлек еләк-емеш үҫтерәләр. Бәхетле Йәмил уның менән, ҡорған донъялары мөхәббәтле. Минең аҡҡошҡай барҙа йәш ҡыҙҙар ары торһон, тип яратып ҡурсалап торорға тырыша, йәшлектә тыуған саф, ихлас һөйөүҙәрен һаҡлап ҡына ҡалмай, ә йылдан-йыл яман күҙҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән һаҡларға тырыша.
Бына бөгөн дә меңйәшәр кедр урманы эргәһендәге баҡсаларына килделәр. Тәбиғәттең иҫ киткес һоҡланғыс мәле. Тирә-яҡ йәмле йәшеллек. Сафлыҡ. Ниндәй генә сәскәләр атмаған, күҙҙәр ҡамаша. Ярата улар ошо төҙөгән мөйөштәрен.
- Йәмил, ҡара әле, быйылғы яҙ шундайын йылы килә. Ғәжәйеп күренеш! Үҙ ғүмеремдә бындай яҙҙы хәтерләмәйем.
- Тормош шундай матур, донъя иҫ киткес гүзәл. Һөйөклөм, йәшәргә лә әле беҙгә йәшәргә! Ҡартаймайбыҙ әле, ҡартайырға беҙҙең ваҡыт юҡ! - Йәмил, ихлас йылмайҙы. Риза булып, ҡатынын танау осонан үбеп алды.
Шунан шатлана-шатлана, йүгерә-йүгерә помидор, кәбеҫтә, борос үҫентеләре ултырттылар.
- Имен-аман үҫегеҙ, хәләл ризыҡтар булһын, үҙебеҙгә яҙһын! - Иренә һөйөп ҡараны.
...Тимер рәшәткәне ҡосаҡлап бер ир уҙаманы һулҡылдай...
- Ҡайҙа һин, Рәзиләм??? Мин һинһеҙ нисек йәшәйем??? Нишләп мине ташлап киттең, аҡҡошом???
- Ҡыйғҡ!Ҡыйғҡ!
Йәмил күҙҙәрен зәңгәр күккә төбәне.
Зыярат өҫтөнән яңғыҙ аҡҡош әйләнеп-әйләнеп осоп, күҙҙән юғалды .

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: