Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
15 Май 2021, 15:47

Уларҙың юлдары ла, уйҙары ла бер...

Ҡыҙҙары, күҙ нурҙары -Анастасия, Виктория һәм Есенияға яратҡан атай һәм әсәй була белгән Алена һәм Константин Одинцовтар уларҙы лайыҡлы шәхес, айырыуса тормошҡа ысын хужабикә булараҡ та әҙерләй.

Ун һигеҙ тигеҙ йәшәлгән бәхетле йылдар эсендә Благовещен районының Яңы Надеждин ауылында матур донъя көткән Одинцовтар ауылдаштарына, туғандарына, хеҙмәттәштәренә һәм балаларына һәр яҡлап өлгө һәм ярҙамсыл булараҡ хөрмәтле ғаилә.
Ҡыҙҙары, күҙ нурҙары -Анастасия, Виктория һәм Есенияға яратҡан атай һәм әсәй була белгән Алена һәм Константин Одинцовтар уларҙы лайыҡлы шәхес, айырыуса тормошҡа ысын хужабикә булараҡ та әҙерләй. Әсәһе менән ҡул, өй эштәренә өйрәнгән, баҡсалағы, хужалыҡтағы ваҡ – төйәк эштәргә лә бик теләп ҡушылған ҡыҙҙар егәрле, берҙәм һәм яуаплы булырға бәләкәйҙән өйрәнә.
-“Өйрәнеү –үҙе һөнәр”. Бала саҡтан хеҙмәткә, ололарҙы ихтирам итергә өйрәтеп үҫтергән ҡыҙҙарым мәктәптә яҡшы уҡыуы, тәртибе менән ҡыуандыра. Оло ҡыҙыбыҙ Анастасия былтырғы йәйҙә еләк йыйып, уны һатып, ғаилә бюджетын тулыландырыуға үҙенең өлөшөн дә индерҙе. Быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған Настяның һайлаған һөнәренә лә ҡаршы түгелбеҙ. Ул ашнаҡсы булырға хыяллана. Ҡатыным менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ысын шәхес итеп күрәбеҙ һәм уларҙың фекере, теләге менән дә килешә беләбеҙ,- тип һөйләне ҡыҙҙарын да, ҡатынын да ихлас яратҡан атай кеше.
“Аталы бала арҡалы бала” тип бушҡа әйтмәгән шул боронғолар. Ауыл мәктәбендә физкультура фәненән уҡытҡан Константин Одинцов ғаиләһенең бәхетле,етеш тормошо өсөн бар көсөн һала. Яратҡан эшен дә башҡара, донъяһын да көтә. Ата – әсәләре, дәүләттең “Ауылда йәш ғаилә” программаһына ярашлы бүленгән аҡсаларына ла, Одинцовтарҙың үҙҙәренең тырышлығы менән дә уларҙың күркәм, зауыҡлы йорто ҡалҡып сыға. Улар күмәкләп үҫтергән мал – тыуар, ҡош-ҡорттан, йәшелсә-емештән дә килгән килемдәр бер урынға туплана. Бына шулай кәңәшләшеп, эштәрҙе алдан уйлап эшләһәң генә, тормош уларҙыҡынса көйлө бара икән.
“Ир менән ҡатындың тупрағы бер” тип тә әйткәнде ишеткәнем бар. Ошо мәғәнәле һүҙҙәр Одинцовтарға тап килгәндәй тойолдо миңә. Бер юлдан атлап, бер һүҙҙе һөйләп, бер һауаны һулап йәшәгәнгә, эштәрҙе лә тик бергә башҡарғанға ла тап шулайҙыр...
Читайте нас: