Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
20 Май 2021, 12:09

Изге эштәре менән тик алға барған ғаилә

“Изгелек ҡылыу, ярҙам итеү, матурлыҡты күреү”, - Ҡарасуриндарың йәшәү девизы

Өфө районының Авдон ауылынан Рәүеф Ҡарасуриндың, уның йәштәштәренең дә күңелендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, көтөп алған Еңеү көнө, ата – бабаларының, атай –олатайҙарының батырлығы тураһында йылы хәтирәләр йәшәй.
1945 йылдың 9 майында Рәүефкә ни бары 5 йәштә 3 ай була. Йылы майҙың был иҫтәлекле көнө бәләкәй малайҙың хәтерендә ныҡлап уйылып ҡалған.
-Халыҡ моңло көй аҫтында күпләп мәктәпкә ағылды. Тыныс тормош башланыуҙы хәбәр иткән был иҫтәлекле һәм тарихи көн бөтә ауыл халҡын бергә туплаған: кемдер яу яландарында башын һалған атаһын йә бабаһын иҫләп илаһа, ә бүтәндәр ҡәҙерлеләренең имен-аман тыуған еренә ҡайтып етәсәген күҙаллап шатлана ине. Беҙҙең Ҡарасуриндар ғаиләһенән дүрт кеше һуғышта ҡатнашҡан. Атайым Хәмит Сабит улы һаулығы арҡаһында һуғышта ҡатнаша алмаһа ла, уның бер туғандары Хәлит менән Әхәт беҙҙең тыныс тормош хаҡына яу яландарында башын һалған,- тип һөйләне Рәүеф Ҡарасурин.
Еңеү көнө Рәүеф Хәмит улының иҫендә тағы ла бер иҫтәлекле мәлде ҡәҙерләп һаҡлай. Шишмә ҡасабаһындағы мәктәпте тамамлаған егет Венгрия Халыҡ Республикаһына армия сафтарына алына. Яҡшы хеҙмәте һәм тәртибе өсөн һалдат 4 апрелдә йыраҡ Венгрия илендәге Еңеү байрамында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Урындағы халыҡ совет һалдаттары өсөн мул өҫтәлдәр әҙерләп ҡуя, үҙҙәренең сифатлы шарабы менән дә һыйлай.
Өфөләге нефть техникумын тамамлаған йәш белгес үҙенең ғүмерлек йәре – Финан Хамат ҡыҙын осратып, йәшәр урыны итеп Авдонды һайлай һәм “Башкирская” ҡошсолоҡ фабрикаһында һыуытҡыс – компресслау цехында белгес булып эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо уҡ цехта эшләп, оло тәжрибә туплаған өлкән инженер дәрәжәһенә еткән белгес хеҙмәттәштәре араһында оло хөрмәт ҡаҙана.
Ғаиләһендә ике улына матур тәрбиә биргән атай, ейәндәренә яратҡан олатай була белгән Рәүеф Ҡарасурин бергә йәшәлгән йылдар эсендә һөйөклө ҡатынына һоҡланып, уның барса кешелек сифаттарына рәхмәтле булып йәшәй.
Ғәҙәти булмаған исемгә эйә булған Финандың исеме йыраҡ һуғыш йылдарындағы тракторсы булып эшләгән әсәһенә ярҙамсы булған эшсән, егәрле ҡыҙға бағышлап ҡушылған. 1945 йылда донъяға килгән Финандың ғаиләһенә лә һуғыш касафаты ҡағылмай ҡалмай. Әсәһенең бер туған ағай – энеләре лә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Кулинария училищеһын тамамлаған Финан Рәүефен дә ошо уҡ уҡыу йортоноң дөйөм ятағында осрата.
Авдон ауылына күсеп килгән яңы ғына өйләнешкән Ҡарасуриндар ғаиләһе дөйөм ятаҡта ла, артабан фатирға күскәс тә, бында табылған, тормош менән һыналған дуҫтары менән дуҫлыҡты өҙмәй.
-Матур табындар, Рәүефтең гармун моңдары, улдарыбыҙҙың күңелле, бошмаҫ бала сағы, күҙгә күренеп үҫешкән Авдон ауылы, яңы төҙөлгән социаль – мәҙәни объекттар, ҡошсолоҡ фабрикаһында гөрләп торған тормош: цехтар араһындағы спорт ярыштары, мәҙәни саралар , халыҡтар дуҫлығы – барыһы ла йөрәк түренән урын алған. Ә беҙ күсеп килгәндәге күп фатирлы ике йорттан һуң күпме йорттар ҡалҡып сыҡты, күпме халыҡ республикалағы данлы “Башкирская” ҡошсолоҡ фабрикаһына эшкә килде, йәштәр ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе. Мин дә хеҙмәттәштәрем менән уртаҡ тел табып, фабрикала оҙаҡ йылдар кассир булып хеҙмәт һалдым, - тип хәтирәләргә бирелә Финан Ҡарасурина.
Ауыл халҡының да хөрмәтен яулаған данлы ғаилә әле Ҡарасуриндар. Уларҙың асыҡ күңелле, ышаныслы, эшһөйәр, ғәҙел булыуын дәлиләй ҙә инде урындағы ветерандар советы рәйесе Әлфирә апай Шакирова менән һөйләшеү: “Оло йәштә булһалар ҙа, һәр яңы башланғысты хуплаған Ҡарасуриндар күңеле, йөрәге менән йәш, дәртле кешеләр. “Тормош көҙө” клубының әүҙем ағзалары, сәләмәт тормош яҡлы булған Рәүеф ағай гармунда көй һуҙып ебәрһә, Финан апай уға ҡушылып моңло йыр башлай.”
Тап бына ошолай күңел биреп, тирә – яҡты яратып бағып, кешеләр менән ябай мөғәлләмәлә, уларға ихтирамлы ла, ярҙамсыл да була белгән Ҡарасуриндарҙың тормош девизы ла – “Изгелек ҡылыу, ярҙам итеү, матурлыҡты күреү”. Изге эштәре менән тик алға барған был ғаилә үҙенең девизына мәңге тоғро ҡала.
Читайте нас: