Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
21 Май 2021, 12:25

Бергә бәхетле, бергә берҙәм Сәлиховтар

“Кешегә ни тиклем күберәк изгелек эшләйһең, шул тиклем уның сауабы үҙеңә әйләнеп ҡайта”,- тей торғайны өләсәйем. Тап ошо һүҙҙәр Өфө районының Ҡармасан ауылында йәшәгән Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтарға ҡағыла.

“Кешегә ни тиклем күберәк изгелек эшләйһең, шул тиклем уның сауабы үҙеңә әйләнеп ҡайта”,- тей торғайны өләсәйем. Тап ошо һүҙҙәр Өфө районының Ҡармасан ауылында йәшәгән Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтарға ҡағыла.
Изге күңелле, оло йөрәкле был ғаилә ата – әсә ҡарауынан мәрхүм ҡалған һигеҙ баланы үҙ ҡанаты аҫтына тәрбиәгә алған. Уларҙың матур, етеш тормошо өсөн барса шарттар тыуҙырған өлкәндәр, балаларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүгә лә күп көс түгә. Дини байрамдар – Ураҙа, Ҡорбан байрамдарының мөһимлеген, кәрәклеген ул – ҡыҙҙарына аңлатҡан атай һәм әсәй, уларҙы иман йорто – мәсеткә лә йөрөтә, әҙәпле, тәүфиҡлы ысын шәхес итеп үҫтерергә лә тырыша. Халҡыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәренә лә, милли байрамдарына ла битараф түгел Сәлиховтар тәрбиәһендәге балалар. Һүҙ менән генә түгел, ә ысын эштәр аша ла уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары һалына.
Әле яңыраҡ үтеп киткән Ураҙа байрамына ла улар бергәләшеп әҙерләнгән: мохтаждарға хәйер – саҙаҡаһын да биргән, тәмле һый – ниғмәттән өҫтәлдәре лә һығылып торған, кәйефтәре күтәренке, бик шат та булған үҙҙәре. Алдағы Ҡорбан байрамына ла ентекле әҙерләнергә иҫәп тота Сәлиховтар.
Өфө районында йыл да үткән “Күңел ғибәҙәтханаһы” конкурсы ла Сәлиховтарҙы бергә туплай һәм берләштерә. Күңеле менән гел яҡшыға, уның яманды һәм яуызлыҡты еңеренә ышанған Сәлиховтарҙың патронат ғаиләһенән Максим Завьялов, Артур Ялаев, Александр Стахеевтарҙың ижади эше конкурстың “Ҡул эше. Макет” номинацияһында гран – при яуланы. Был еңеүҙә Ҡармасан мәктәбенең Николаевка филиалындағы уҡытыусылары Әлмира Латыпова менән уларҙың ата - әсәләре Сәлиховтарҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Рухи яҡтан көслө һәм ышаныслы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар Фәриҙә Фәнил ҡыҙынан һәм Илдус Исмәғил улынан киләсәктә өлкәндәр тормошонда кәрәк буласаҡ хужалыҡ эштәренә лә өйрәнә. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, кәрәк икән малайҙар электрик, сантехник, балыҡсы, малсы ла ла. Ә ҡыҙҙар иһә оҫта ашнаҡсы, кондитер, дизайнер ҙа була белә. Ауыл мәсетенә йөрөргә, ислам ҡанундарына төшөнөргә, ғәрәп телен өйрәнергә, ҡөрьән сүрәләрен тыңларға, уларҙы отоп алып, ятларға ла әүәҫ улар. Был йәһәттән атай кеше уларҙы үҙенең миҫалында тәрбиәләй ҙә инде.
Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы,тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Ғаилә - ул йылы усаҡ, ә усаҡ янына һәр кеше тартыла. Мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тормошта үҙ урын­дарын тапҡан, сәләмәт тормош алып барған, донъяларын матур, нурлы иткән Фәриҙә менән Илдусҡа нисек һоҡланмайһың инде. Улар кеүек матур балаларҙы тәрбиәгә алып, үҫтереп, тыуған еренә хеҙмәт иткән тырыш ғаиләләр илебеҙҙең киләсәге. Бына Сәлиховтар өс ҡыҙы һәм биш улының йөрәген йылытырҙай һүҙҙәрен дә таба белә, уларҙың барыһына ла яратыуын да, яҡшы мөнәсәбәтен дә тигеҙ өләшә. Шуға ла улар бергә бәхетле, бергә берҙәм дә.
Читайте нас: