Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Июнь 2021, 08:00

Бер һуҡмаҡтан алтын туйға

30 йылдан артыҡ кешенең һаулығын ҡайғыртҡан, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған, оло йөрәкле, аҡ халатлы фельдшер Флюзә Хөснөтдин ҡыҙы Исрафилованы Өфө районының Ҡармасан ауылында белмәгән, уның шифалы ҡулдарын тойоп, мөләйем ҡарашы аша үтмәгән кеше юҡтыр ул.

Эше көйлө булған уңған ҡатындың көткән тормошо ла бәрәкәтле. 50 йыл бергә йәшәгән ире Исмәғил Минхажи улы ла, үҫтергән балалары – Зинфира, Булат та, көтөп алған ейән-бүләләре лә уны үҙҙәренең яратыуы, ҡәҙерләүе, хөрмәтләүе менән тик бәхетле генә итә. Шишмә районындағы Ляхов техник һәм Өфөләге медицина училищеларын тамамлаған тракторсы һәм фельдшер ғүмере буйы хәләл көсөнә, үҙенең тырыш хеҙмәтенә ышанып, ауылдаштарын хөрмәтләп, уларҙың рәхмәтен ишетеп кенә йәшәгән был ғаиләне алтын туйҙары менән ҡотлап, артабанғы йылдарҙа ла уларҙы тик матур тормош, иҫтәлекле сағыу ваҡиғалар һәм тантаналар ғына көтөп торһон тип теләйек.
Читайте нас: