Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Июнь 2021, 12:00

Ихлас теләктәр тормошҡа аша

Ике матур ҡыҙы – Светлана менән Эльвираға яҡшы тәрбиә биреп, оло һөйөүен йәлләмәй ҡарап үҫтергән Венер һәм Тәнзилә Йәнгировтар Өфө районының Ҡармасан ауылында ҙур ғаиләһе менән матур ғүмер итә.

Ике матур ҡыҙы – Светлана менән Эльвираға яҡшы тәрбиә биреп, оло һөйөүен йәлләмәй ҡарап үҫтергән Венер һәм Тәнзилә Йәнгировтар Өфө районының Ҡармасан ауылында ҙур ғаиләһе менән матур ғүмер итә.
35 йылдан артыҡ тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән әсәһе юлынан ауылдағы “Башаҡҡай” балалар баҡсаһына Йәнгировтарҙың ҡыҙҙары ла тәрбиәсе булып эшкә килә,ата-әсәһенән күреп ауылды ла ҡалаға алыштырмай улар. Хеҙмәт һөйгән ғаиләлә атай кешенең роле ҙур була. Иретеп йәбештереүсе, механизатор, Ҡармасан совхозының профсоюз комитеты рәйесе булып эшләгән Венер Мәғәсүм улы үҙенең миҫалында ҡыҙҙарында ла хеҙмәткә тәрән һөйөү тәрбиәләй.
Бөгөн инде хаҡлы ялда булған Йәнгировтар Хоҙай Тәғәләнең һәр яңы тыуған көнөнә шатланып, балаларының, ейәнсәрҙәренең уңыштарынан оло кинәнес алып йәшәй белә. Көткән донъяларына, тапҡан малдарына ла шөкөр иткән был ғаиләлә оло юбилей тантаналары ла көтөлә. Яҡут туйҙарын билдәләгән Йәнгировтар хужабикәнең 65-ен, ә ғаилә башлығының 70 йәшлек ғүмер байрамдарын да үткәрмәксе. Уларҙың мул табынына яҡындары йыйылып, ҡәҙерлеләрен тәбрикләр, ҡотлар һәм уларға изге теләктәрен дә еткерер. Уларҙың барыһы ла Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килеп, мотлаҡ бойомға ашыр. Ихлас әйтелгәндәрҙең теләктәре һәр саҡ ҡабул була.
Читайте нас: