Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
13 Июль 2021, 14:42

Абруйлы ғаиләләре менән шәп район

Шәп ғаиләләре менән данлы ғорурланған Өфө районы хакимиәте халҡы уларҙың барыһына ла бәхетле оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләй.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Өфө районының Михайловка ауылынан Таһир Мөхәмәт – Фәрит улы һәм ФәйзүнәиЗаһир ҡыҙы Мәрҙәмшиндар, Николаевканан Владимир Иванович һәм Елена Андреевна Петренколар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
44 йыл буйы матур ғүмер юлы уҙған Мәрҙәмшиндар 1977 йылда Иглин районында таныша һәм өйләнешә.Йәш саҡтан тырышып эшләгән, үҙ донъяһын көткән,балаларын кеше иткән был ғаиләне туғандары, ауылдаштары бик хөрмәт итә. Йыраҡ Афғанстан ерендә армияла хеҙмәт иткән ғаилә башлығы яҡшы хеҙмәте өсөн күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнеүе лә уның абруйын күтәрә. Ике ғәзиз балаһының уңыштарына, ейәндәренең барлығына шатланып йәшәй белә лә инде бөгөн Мәрҙәмшиндар.
Ғаилә мәктәбен берҙәм һәм дуҫ үткән, 61 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп тормош һуҡмағынан бергә атлаған Владимир Иванович менән Елена Владимировна Петренколарҙы йыраҡ Ҡаҙағстан ере таныштырған. Шунда армияла хеҙмәт иткән йәш егет буласаҡ ҡатынын осратып, 1978 йылда уны тыуған Башҡортостанына алып ҡайтҡан. Өфө районына ҡайтып үҙенең нигеҙен ҡорған йәштәр СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге совхозда ең һыҙғанып эшкә тотона. Бер эштән дә ҡурҡмаған ҡыйыу Владимир ҙа, Елена ла пенсияға сыҡҡансы тракторсы һөнәренә тоғро ҡала. Ғаилә башлығы бульдозерсы ла, экскаваторщик та булып тырышып эшләй.Хәҙер хаҡлы ялдағы өләсәй менән олатай ике яратҡан ҡыҙҙарының ике улын, өс бүләсәрен һөйөп туя алмай. Бар булған һөйөүен, наҙын тик уларға бүлә һәм татлы ризығынан да ауыҙ иттерә.
Шәп ғаиләләре менән данлы ғорурланған Өфө районы хакимиәте халҡы уларҙың барыһына ла бәхетле оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләй.
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: