Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
30 Август 2021, 14:42

Күркәм ғаиләләр тормошто биҙәй

Райондың Ҡыҙылъяр ауылында алтын туйын билдәләгән Тимербулат һәм Рәзилә Таймаҫовтар ҙа мөхәббәткә, ихтирамға нигеҙләнеп төҙөлгән ғаиләһендә татыу йәшәй.

Күркәм ғаиләләр тормошто биҙәй
Күркәм ғаиләләр тормошто биҙәй

Өфө районы матур, өлгөлө ғаиләләре менән хаҡлы ғорурлана. Тормош тәжрибәһен туплаған ғаиләләр йәштәр өсөн өлгө булырлыҡ итеп донъя көтһә, ә яңы тормош ҡорғандар ҙа уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша. Йорттар төҙөй, балалар үҫтерә.
65 йыл ҡулға - ҡул тотоношоп райондың Нөрлө ауылында йәшәгән Талха һәм Миңленуриямал Сәләхетдиновтар райондың иң абруйлы кешеләре. Дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итеп, бөгөн иһә 8 ейән - ейәнсәрен, 5 бүлә - бүләсәрен һөйгән өс быуын вәкилдәре бер - береһен хөрмәт итеп, хәстәрләп, яратып, ҡурсалап бәхетле йәшәй.
Ғүмеренең иң матур йылдарын кеше һаулығын һаҡлауға бағышлаған фельдшер Миңленуриямал Нурулла ҡыҙы һәм Черкассылағы нефть үткәргес идаралығында тәьмин итеү буйынса инженер вазифаһын яҡшы башҡарған Талха Хәбетдин улы Сәләхетдиновтар хөрмәтле хеҙмәт ветерандары ла. Уларҙың ярҙамын халыҡ, фиҙакәр хеҙмәтен етәкселәр ҙә онотмай. "Мөхәббәткә тоғролоҡ" миҙалына лайыҡ ғаиләнең башлығы булған Талха ағай ауылда мәсет төҙөлөшөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә әле ул.
Райондың Ҡыҙылъяр ауылында алтын туйын билдәләгән Тимербулат һәм Рәзилә Таймаҫовтар ҙа мөхәббәткә, ихтирамға нигеҙләнеп төҙөлгән ғаиләһендә татыу йәшәй.
- Күҙ асып йомған арала ғүмер үткән дә киткән. Балалар үҫтереп, хеҙмәт юлы үткән кешеләр булараҡ, тормоштоң төрлө ваҡиғаларын, ауырлығын да, шатлығын да бергә кисереп йәшәргә насип булды, - тип һөйләне Таймаҫовтар.
1991 йылда үҙ ғаиләһен ҡорған Михаил һәм Маргарита Курбатовтар бар тырышлығын улдары Александр менән Данилды тәрбиәләүгә һалған. Үҙҙәренә ысын кәңәшсе, ярҙамсы булған улдарының ҡатындарын да хәстәрлекле ата - әсә үҙ ғаиләһенә ихлас күңелдән ҡабул иткән. Уларҙың Ксения һәм Лиана килендәре айырыуса әсәй кешегә күп эштәрҙә оло ярҙамсы.
Яҙмамдағы өс ғаиләнең дә көткән донъяһы ҡотло, тормошо нурлы. Уларҙың барыһын да бер - береһенә ихтирам, оло хөрмәт һәм һөйөү берләштерә.

Күркәм ғаиләләр тормошто биҙәй
Күркәм ғаиләләр тормошто биҙәй
Күркәм ғаиләләр тормошто биҙәй
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: