Йәйғор
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
29 Ноябрь 2021, 13:30

Башҡортостанда 40 йәштән һуң бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә

Башҡортостан статистиктары хәбәр итеүенсә, былтыр тәүге тапҡыр 14,2 мең ҡатын-ҡыҙ әсә булған. Ә 15 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ икенсе балаһын тапҡан, тағы 11,8 меңе күп балалы әсәй булырға хәл иткән.

Башҡортостанда 40 йәштән һуң бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә
Башҡортостанда 40 йәштән һуң бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнде.  

«Әсәйҙәр» байрамының төп маҡсаты — ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм кеше тормошондо әсә роленең мөһимлеген күрһәтеү.

Башҡортостан статистиктары хәбәр итеүенсә, былтыр тәүге тапҡыр 14,2 мең ҡатын-ҡыҙ әсә булған. Ә 15 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ икенсе балаһын тапҡан, тағы 11,8 меңе күп балалы әсәй булырға хәл иткән.

«Бер юлы ике, ҡайһы берҙә өс балаға әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанда 459 пар игеҙәк тыуған, биш әсә өс игеҙ сабый тапҡан», — тип хәбәр иттеләр Башстаттан һәм шул уҡ ваҡытта йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табырға ашыҡмауҙарын билдәләнеләр.

Әйтәйек, 1990 йылда республикала тәүге балаһы тыуған ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше — 23, былтыр иһә 26 йәш булған.

«2020 йылда донъяға килгән сабыйҙарҙың 60,4% 25-34 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға тура килгән», — тип өҫтәнеләр Башстатта.

Сағыштырыу өсөн: 1990 йылда тыуымдың иң ҙур өлөшө 20-24 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға тура килгән — 37,4% (2020 йылда — 17,1%).

Шул уҡ ваҡытта 20 йәшкә тиклемге әсәләрҙең бала табыуы һиҙелерлек кәмегән. 1990 йылда бала табыуҙың яҡынса 10 проценты 20 йәшкәсә әсәләргә тура килһә, уҙған йылда  был күрһәткес 5,6 процентҡа тиклем кәмегән.

«Республикала 40 йәштән һуң бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуы күҙәтелә. 1990 йылда тыуымдың 1% ғына уларға тура килһә, 2020 йылда — 3,5%. Шул уҡ ваҡытта бындай әсәләрҙең 12 проценты тәүгә әсә булыу бәхетен татыған», — тип йомғаҡ яһаны статистиктар.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: