Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
29 Ноябрь 2021, 11:08

Благовещен ғаиләләре – республика ғорурлығы

Әсәләр көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының  Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдарын тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһына Благовещендан да ике ғаилә лайыҡ тип танылды.

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы Башҡортостан Президенты Указы менән 2014 йылдың 21 ноябрендә булдырылған. Шул саҡтан алып был дәүләт наградаһын 22 ғаилә алған. Тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт иткән Премьер-министр һәр кемгә яуаплы ата-әсәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте, “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырып, уларға һаулыҡ, уңыштар теләне.  Күп балалы ғаиләләрендә етем һәм инвалид балалар тәрбиәләгән һәм уларға күңел йылыһы биргән ирле-ҡатынлы Миңлезаһиҙа Зәки ҡыҙы һәм Владимир Иванович Шичиндар һәм Вәхит Рауил улы Вәлиев менән Ирина Александровна Вервельская үрҙә әйтелгән миҙал менән бүләкләнде. Мәҫәлән, райондың Ишмән ауылында 36 етем балаға лайыҡлы ата-әсә булған Шичиндар ғаиләһендә уллыҡҡа алынған 22 бала тәрбиәләнә. Хәстәрлекле ата-әсә тарафынан һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән алты баланың да көнкүреше яҡшы, улар өсөн ҙур йортта барса шарттар ҙа булдырылған. Ҡалала гөрләтеп донъя көткән Вәхит Рауил улы Вәлиев менән Ирина Александровна Вервельская үҙҙәренең өс һәм уллыҡҡа алынған 22 балаға матур тәрбиә биреүгә өлгәшкән. Бөгөн уларҙың ғаиләһендәге 13 бала уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай, йортта ла өлкәндәргә оло ярҙамсы һәм терәк булып тора.

Республика етәкселегенең иғтибары үҙәгендәге күп балалы был ғаиләләр үҙҙәренә булған  хәстәрлек, хөрмәт һәм  дәүләт ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтле. Ни тиһәң дә, йыл һайын ғаиләләргә, балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм балалыҡ инфраструктураһын нығытыу өсөн 100 миллиард һум аҡса бүленә. Улар белем биреү тармағында, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ярҙам, өҫтәмә пособиелар ала, транспорт һалымы түләүҙән азат ителә. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, хәүефһеҙ һәм заманса уйын ҡаласыҡтары төҙөлә, ял итеү парктары төҙөкләндерелә, өҫтәмә белем биреү учреждениелары арта, бала табыу учреждениеларының матди-техник базаһы ла нығытыла.

Благовещен ғаиләләре – республика ғорурлығы
Благовещен ғаиләләре – республика ғорурлығы
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: