Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
17 Ғинуар 2022, 11:27

Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп

Түбәнге Ләмәҙ ауылында ғүмер итеүсе Рәмил һәм Фәүзиә Мохтаровтарҙың ғаилә ҡороп йәшәй башлауына 50 йыл тулды.

Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп
Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп

Түбәнге Ләмәҙ ауылы район үҙәге Иглиндан алыҫ, күрше Архангель районы менән сиктәш булып урынлашҡан. Ауылға газ ҙа инмәгән, асфальт юл да һуҙылмаған, хатта заманса медпункт та юк. Йылдар буйы көтә-көтә хәҙер халыҡ та төңөлөп, хөкүмәттән әллә ни өмөт итмәй, үҙ яйын үҙе күреп тыныҫ ҡына йәшәй бирә. Ауылындағы булған мөмкинлектәрҙән файҙаланып, илдәге башҡа кешеләрҙән бер ҙә ҡалышмай, булғанына шөкөр итеп йәшәй ләмәҙҙәр.

Бына шундай тыйнаҡ ғаиләләрҙең береһе Рәмил Мирғәле улы һәм Фәүзиә Нәзметдин ҡыҙы Мохтаровтар тураһында минең яҙмам. Уларҙың бер ғаилә булып, ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә ошо көндәрҙә 50 йыл тулды.

Бынан ярты быуат элек 22 йәшлек егет менән 18 йәшлек ҡыҙ ғаилә ҡороп йәшәп китәләр. Мохтаровтар икеһе лә Түбәнге Ләмәҙ ауылында күп балалы ғаиләләрҙә буй еткереп, урындағы мәктәптә уҡыған һәм икеһе лә ереккән ерендә кәрәк булған.

Ғаилә башлығы Рәмил, үҙ заманындағы күп йәштәр кеүек һөнәрселек училищеһын тамамлап, тракторист һөнәренә эйә була, ғүмер буйы (42 йыл!) тыуған совхозында механизатор булып эшләгән. Үҙ эшен яратып башҡарған, бер эштән дә баш тартмаған уңған механизатор. Уның фотоһы совхоздың Почет таҡтаһына юҡҡа ғына ҡуйылмағандыр ҙа, бихисап маҡтау ҡағыҙҙары бирелмәгәндер. Бер ҡараһаң ауыр эштә эшләгән кеше ҡаты күңелле, ауыр холоҡло булырға тейеш кеүек. Тик һабаҡташтары һәм туғандары Рәмил Мирғәле улын лирик күңелле, романтик кеше тип белә. Ул үҙе өсөн генә шиғырҙар яҙа. Ижад емештәрен яҡындарына, тыуған ауылына бағышлай. Рәмил - ғаиләһендә ныҡлы хужа, балаларына талапсан атай ҙа. Ир кеше йорт төҙөргә, уландар үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш, тигәндең

барыһын да эшләгән ул. Үҙ көстәре менән төҙөгән ҙур йортта өс ул, ике ҡыҙ үҫтерҙеләр Мохтаровтар.

Хужабикәгә килгәндә, ул мәктәпте уңышлы тамамлағас, тыуған мәктәбендә прионервожатый булып хеҙмәт эшсәнлеген башлай. Был эш ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки ул йылдарҙа пионер ойошмаһының эше дөйөм мәктәп эшенең мөһим күрһәткесе булып тора. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ тырышып эшләй. Ойоштороу һәләтенә эйә булған Фәүзиәгә балалар менән эшләү ауыр булмай. Ошо һәләте уға мәктәп яны интернатында тәрбиәсе булып эшләгәндә лә ярҙам итә.

Үткән быуаттың 80-90 йылдарында Фәүзиә ауылдағы халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү комплексына эшкә күсә. Йәштән эшләп үҫкән ҡатын бында ла һынатмай. Ун йыл эшләү дәүерендә “Халыҡты көнкүреш хәҙмәтләндереү алдынғыһы” исеменә лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Фәүзиә Нәзметдин ҡыҙы мәктәптә завхоз булып эшләй. Уңған ҡатын йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Түбән Ләмәҙҙә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар советының иң шәп ағҙаларының береһе була ул. Бөгөн ул - абруйлы ағинәй.

Был ғаиләлә тәрбиәләнгән егеттәр бөтәһе лә әрме сафтарында ил алдындағы бурыстарын үтәнеләр. Ҡыҙҙар тыйнаҡ, әҙәпле булып үҫтеләр. Бөгөнгө көндә Мохтаровтарҙың балалары барыһы ла үҙ аллы донъя көтә, балалар үҫтерә, һәр береһе эш урындарында уңышлы эшләй. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһенән үрнәк алып, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәй Рәмил менән Фәүзиәнең балалары. Бөгөнгө көндә улар 12 ейән-ейәнсәргә һөйөклө олатай һәм өләсәй.

Был ғаилә ағҙалары бик ҡунаҡсыл, уларҙың йортонда йыш ҡына туғандар йыйыла. Ике яҡтың да туғандарын тиң күреп, уларға үрнәк, кәрәк һәм терәк тә Мохтаровтар. Элек оло туғандарҙан үҙҙәре кәңәш һораһа, хәҙер йәштәргә улар кәңәш бирә.

Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ.

- Элек беҙҙең инәйебеҙгә бик игелекле булдылар, оло ихтирам күрһәттеләр, яғымлы ғына өндәшерҙәр ине. Рәмил абзый менән тәмле телле еңгәбеҙ бөтә ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙа ла беҙҙең менән бергә булдылар, гел ярҙам иттеләр. Уларҙан тик изгелектәр генә күреп йәшәйбеҙ, - тине Рәмилдең һеңлеһе. Уның фекерен бер килендәре лә кеүәтләне.

Каникул башлана, ял етә, ейәндәр ҡайта, тип ҡыуаныслы мәшәҡәттәр менән, шатлыҡта, муллыҡта, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә үтә олатай менән өләсәйҙең көндәре. Күптән түгел Рәмил Мирғәле улы менән Фәүзиә Нәзметдин ҡыҙы Бәләбәй районындағы “Глуховская” шифаханаһында ял иттеләр. Ата-әсәләрен юбилейҙары менән ҡотлап, хөрмәт йөҙөнән путевканы балалары бүләк иткән.

Бөгөн Рәмил менән Фәүзиә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Лайыҡлы улар бәхеткә. Халыҡ мәҡәле лә бит, ҡартлығың бәхетле булһын тиһәң, балаларыңды яҡшы тәрбиәлә, ти.

Алдағы көндәрегеҙ ҙә тыныс,бәхетле, шатлыҡлы булып, һаулыҡта, сәләмәтлектә йәшәгеҙ, ҡәҙерле ауылдаштар, һеҙҙең шатлыҡты уртаклашабыҙ, тик изгелектәр генә теләйбеҙ.

Ағинәйҙәр һәм Рәмилдең һабаҡташтары исеменән Хөмәйрә Зинурова.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: