Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
15 Апрель 2022, 09:11

Пар балдаҡтар – пар һуҡмаҡтан

Ябалаҡлы ауылының йөҙөк ҡашы, иң өлкән парҙарҙың береһе – Гөлфирә һәм Сабирйән Дәүләтшиндар. Гөлфирә Аҙнағол ҡыҙы ғүмерен мәктәпкә бағышлаған кеше, 43 йыл балаларға белем биргән, ә Сабирйән Сәлимйән улы – баш инженер, колхоз рәйесе. Бөгөнгө көндә ауылды етәкләүсе – ауыл старостаһы.

Пар балдаҡтар – пар һуҡмаҡтан
Пар балдаҡтар – пар һуҡмаҡтан

Ябалаҡлы көндән-көн күркәмләнә, төҙөкләнә бара. Һуңғы 3-4 эсендә генә ауылда 18 яңы йорт төҙөлөүе – үҙе бер күрһәткес булып тора. Ихаталар ҙа тәртипкә килтерелде, урамдарҙа шыршы, миләш, йүкә үҫентеләре яҙын йәшелләнеп, йәм биреп ултыра. Хаҡлы ялға сыҡҡан ауылдаштар ҙа атай нигеҙен һыуытмай ҡалаларҙан ҡайтып ауылда төпләнә башланы.

Бөгөн клубта шау-гөр килеп байрам үтә, 55, 45, 35, 30 һәм көмөш туйҙарын билдәләүсе ауыл күрке, ауыл таянысы, тотҡаһы булып торған, ауылды йәшәтеүсе, йәшәртеүсе парҙарын ҡотлай Ябалаҡлы халҡы.

Ауылдың йөҙөк ҡашы, иң өлкән парҙарҙың береһе – Гөлфирә һәм Сабирйән Дәүләтшиндар. Гөлфирә Аҙнағол ҡыҙы ғүмерен мәктәпкә бағышлаған кеше, 43 йыл балаларға белем биргән, ә Сабирйән Сәлимйән улы – баш инженер, колхоз рәйесе. Бөгөнгө көндә ауылды етәкләүсе – ауыл старостаһы.

– Өс ул бүләк иткән ҡатыныма бик рәхмәтлемен. Алтын балдаҡтар бүләк итешмәһәк тә, алтын балдаҡ – беҙҙең йөрәктәр, – ти Сабирйән ағай.

46 йыл ал таңдарҙы бергә ҡаршылаған, бер һуҡмаҡтан атлаған Вәсилә һәм Мәсхүт Миңлеәхмәтовтар, Рима һәм Әхәт Дәүләтшиндар.

– Бер–береңде хөрмәт итеп, бер-береңде ишетеп, тыңлап йәшәү – ғаиләнең бәхете, тыныслығы, – ти Вәсилә Әсҡәт ҡыҙы.

– Ғаиләм – ҡәлғәм. Ғаиләм, балаларым менән бәхетлемен, һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, ғүмерҙәрҙе заяға уҙғармай, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү – бик мөһим, – ти Әхәт Сәлимйән улы.

Ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе Рәсимә һәм Рим Йосоповтар 35 йыл элек яҙмыштарын бергә бәйләгән.

– Тулы ғаилә – ил күрке. Ике улым өйләнеп, үҙ ғаиләләре менән донъя көтә, балалар үҫтерәләр, ҡыҙым уҡып йөрөй. Кәләшем менән татыу ғүмер итәбеҙ, бәхет ошолор инде, – ти ғаилә башлығы Рим Хәмит улы.

Атай нигеҙен дауам итеп, ауылға ҡайтып төпләнгән Рәфиҙә һәм Риф Гузиндар.

– Ҡоштар ҙа ояны парлап ҡора, парлап ҡанат ҡағыуҙарға ни етә, – ти Гузиндар.

Көмөш туйҙарына аяҡ баҫҡан Венера һәм Азамат Әхмәтшиндар яңы өй бөтөрөп кергән, балалар үҫтерәләр.

Йәштәргә кәңәштәрен әйтеп, матур теләктәрен еткерҙе һәр ғаилә пары. Бығаса ауылда оҙаҡ йылдар ғүмер кисергән парҙарҙы, күп бала үҫтергән герой әсәләрҙе, хеҙмәт батырҙарын да барлап үтте был байрамда ябалаҡлылар.

  Борондан ҡалған йола - яусылау, ҡоҙалау ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеп, буйҙаҡ йөрөгән егеттәрҙе өйләндереү, ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреү кәрәклеге лә хупланды был байрамда.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: