Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март 2022, 14:17

Сәмле эш – йәмле эш

Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы хуплаған мәҙәни, спорт саралары ойошторолдо, халыҡ уйындары, йыйындар үткәрелде.

Сәмле эш – йәмле эш
Сәмле эш – йәмле эш

2011 йылда йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе үҙен ыңғай һөҙөмтәле башланғыс итеп танытты. Ауыл халҡында башта ҡыҙыҡһыныу, аҙаҡ хуплау тапты һәм кешеләр һаулығын нығытыуға тос өлөш индерҙе.

 2021 йылдың октябрь айында Нуриман районы биләмәләренән был конкурсҡа 12 ауыл  ҡушылды: айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы хуплаған мәҙәни, спорт саралары ойошторолдо, халыҡ уйындары, йыйындар үткәрелде. Быйыл ғинуар айында конкурсҡа йомғаҡтар яһалды һәм Иҫке Күл ауылы еңеүсе тип табылды.

Иҫке Күл ауылына көҙәйҙәр нигеҙ һалған. “Боролош” исемле беренсе башҡорт романы авторы Ғайнан Хәйриҙең тыуған ере ул. Бында бай традициялы урта мәктәп, яңы мәҙәниәт йорто, заман талаптарына яуап биргән ФАП, бер нисә һатыу нөктәһе уңышлы эшләп килә. Уңған һәм берҙәм халыҡ йәшәгән ауылға иман йорто ҡот биреп тора.

Бәйге барышында барыһы 41 сара ойошторолған. Шулар араһынан “Тәҙрә төбөм гөл генә”, “Атай – әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә!”,”Самауырҙа ҡунаҡта” кеүектәре халыҡ күңелендә уйылып ҡалды. Ауылдың ҡатын – ҡыҙҙар йәмғиәтенең “Сәскә кеүек матур сағың, һиңә ни кәрәк тағы?” исемле ултырышы ауыр тормош хәлендә ҡалған, кәңәшкә, йылы һүҙгә мохтаж ҡатын – ҡыҙҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу ниәте менән ойошторолған.

Иҫке Күл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, күләмле саралар ойоштороусы Рәхимова Лиана Ришат ҡыҙы бәйге барышында алған үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

- Сәмле эш – йәмле эш! Берҙәмлегебеҙ арҡаһында район күләмендә еңеү яуланыҡ. Йәшенә лә, ҡартына ла тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтке килә. Шулай ҙа һәр йәмәғәт эшендә актив ҡатнашҡан “Әхирәттәр” йыр коллективын, Юлиә Хөрмәтуллина менән Ләйсән Хәйруллинаны айырым билдәләп үткем килә. Сараларҙы ойоштороуға күп көс һалған ауыл китапханасыһы Зәйниева Ульяна менән йәштәр эше белгесе Ханова Гөлнара  ла маҡтауға лайыҡ.

Афарин, Иҫке Күлдәр! Бәйгенең республика этабында ла һеҙгә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: