Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Апрель 2022, 08:54

Юл билдәләрен белеү мотлаҡ

“Смешарики” логопед төркөмө тәрбиәләнеүселәре Благовещен бүлексәһенең пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны –Роберт Әхтәм улы Тазиев менән осрашты.

Юл билдәләрен белеү мотлаҡ
Юл билдәләрен белеү мотлаҡ

Йылдың ҡайһы миҙгелендә лә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр һәм уҡыусылар араһында иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бүлә. Республикала 8 апрелгә тиклем дауам иткән "Иғтибар, балалар!" акцияһы тамамланды.
Акция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре менән юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында әңгәмәләр ойошторҙо. Водителдәрҙе бигерәк тә мәктәп һәм балаларҙың уйын майҙансыҡтары янында иғтибарлы, уяу булырға саҡырҙы. Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында Благовещен ҡалаһының 12-се һанлы «Рябинка» балалар баҡсаһына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре килде.
“Смешарики” логопед төркөмө тәрбиәләнеүселәре Благовещен бүлексәһенең пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны –Роберт Әхтәм улы Тазиев менән осрашты. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре был көндө юл ҡағиҙәләре, билдәләре менән танышты, әкиәт персонаждары ярҙамы менән нимә ярай, нимә ярамағанды үҙләштерҙе. Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған светофорҙың ҡыҙыл утында мотлаҡ туҡтарға, һары ут янһа-ҡуҙғалырға әҙерләнергә, йәшел утта иһә юлды дауам итергә мөмкин икәнлеген, юл аша сыҡҡанда тирә-яҡҡа күҙ һалып, машина булмаған осраҡта ғына сығырға кәрәклеген балалар тағы ла ҡабатлап үтте. Балалар баҡсаһында был сара балаларҙың һаулыҡ һәм хәүефһеҙлек тураһындағы күҙаллауҙарын үҫтереү, уның кеше тормошондағы ролен аңлатыу, үҙҙәренең һаулығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, юл ҡағиҙәләре һәм юлда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырыу маҡсатында үткәрелде.
Сара барышында балалар юл билдәләре, юлда йөрөү ҡағиҙәләре өлкәһендәге белеме менән уртаҡлашты, уйындарҙа ла теләп ҡатнашты. ЮХХДИ хеҙмәткәре урамда уйнағанда уларға һаҡ булырға, ата-әсәләрҙе тыңлап йөрөргә өндәне, ололарһыҙ юлға сыҡмауҙарын да үтенде.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: