Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2022, 10:27

Башҡортостанда «Алға» транспорт картаһы буйынса льготаны паромдарға ла таратыу планлаштырыла

Йыл һайын «Башавтотранс» апрель аҙағынан башлап октябргә тиклем баҡсасылыҡ ширҡәттәренә маршруттар ойоштора.

Башҡортостанда «Алға» транспорт картаһы буйынса льготаны паромдарға ла таратыу планлаштырыла
Башҡортостанда «Алға» транспорт картаһы буйынса льготаны паромдарға ла таратыу планлаштырыла

Башҡортостан баҡсасыларының беренсе форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров баҡсасыларҙы транспорт менән хеҙмәтләндереү мәсьәләһенең киҫкен тороуын билдәләне. Йыл һайын «Башавтотранс» апрель аҙағынан башлап октябргә тиклем баҡсасылыҡ ширҡәттәренә маршруттар ойоштора. Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем 59 миҙгелле маршрут, юл хаҡы өсөн түләгәндә льготаларҙың бөтә төрҙәре лә ғәмәлдә.

Ләкин, Радий Хәбиров билдәләүенсә, уға Өфө аръяғында баҡсалары булған кешеләр мөрәжәғәт иткән. Унда йәмғеһе 50-ләп коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте эшләй. Халыҡты канат юлында һәм паром кисеүендә йөрөүгә бәйле ташламалар борсой. Әммә йыл һайын 150 мең самаһы кеше файҙаланған был транспорт төрҙәре «Алға» берҙәм транспорт картаһының «бәхетле сәғәт» льготаһы системаһына инмәй. Республика Башлығы республиканың Транспорт министрлығына, Өфө хакимиәтенә «Алға» картаһын паромда ла ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға, техник мөмкинлек булһа, был мәсьәләне хәл итергә ҡушты. 

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: