Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Декабрь 2021, 10:42

Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!

Бындай мәртәбәле стипендия алыу тырыш һәм һәләтле ҡыҙ өсөн күп ишектәрҙе асыр, тормошонда һәм алда башҡарасаҡ эштәрендә яңынан-яңы юлдар ярыр. Көстөң белемдә һәм мәғрифәтселектә икәнен иҫкәртеп торған бөйөк шағир васыятына ла тоғро ҡалыр.

Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!
Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында йыл һайын үткәрелеп килгән Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә Башҡорт теле көнөнә арналған әһәмиәтле сара үтте. Ошо уҡ сарала бөйөк шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы булдырылған стипендия ла иң лайыҡтарға тапшырылды.

Республикабыҙҙа 2006 йылдан башлап һәр йыл һайын иң-иңдәргә бирелгән был исемлекте тулыландырған Оксана Кислицина ла Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булды. Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледждың 4-се студенты булған Ольга биология һәм психология фәндәре менән мауыға, Башҡортостан Республикаһында донъя халыҡтары телдәре Бөтә донъя фестивале, шиғыр һөйләүселәр һәм иншалар конкурсы ҡатнашыусыһы, уҡыуында ла тик уңыштарға өлгәшә.

-Арҙаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл уңайынан уның һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән аралашыу, республиканың 15 ҡала-райондарындағы уҡыу йорттарынан килгән лайыҡлы студенттар менән күрешеү ҙә кәйефте күтәреп, тормошома яңылыҡ индерҙе. Йәштәштәрем араһында үҙемде бик бәхетле итеп тойҙом, -тип һөйләне Оксана Кислицина.

Бындай мәртәбәле стипендия алыу тырыш һәм һәләтле ҡыҙ өсөн күп ишектәрҙе асыр, тормошонда һәм алда башҡарасаҡ эштәрендә яңынан-яңы юлдар ярыр. Көстөң белемдә һәм мәғрифәтселектә икәнен иҫкәртеп торған бөйөк шағир васыятына ла тоғро ҡалыр.

Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!
Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!
Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!
Мәғрифәт юлынан, ҡыйыу атлап, алға барығыҙ!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: