Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ғинуар 2022, 12:08

Уҡыусыларын һәр саҡ бер-береһенә өлгө итеп ҡуя

Яңы йылдың яңы ҡары бәхет булып юлдарығыҙға яуһын. Ғүмерҙең һәр миҙгеленән тәм табып, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ.

Уҡыусыларын һәр саҡ бер-береһенә өлгө итеп ҡуя
Уҡыусыларын һәр саҡ бер-береһенә өлгө итеп ҡуя

Агния Салауат ҡыҙы Ғималетдинова, Иглин районындағы 1-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлай.

-Уҡытыусы булараҡ, дәрестәремде төплө һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреп, фәндәргә ҡарата улар күңелендә ҡыҙыҡһыныу уята алыуым менән мин бик бәхетле. Уҡыусыларымды һәр саҡ бер-береһенә өлгө итеп ҡуям, әкренләп уларҙы ижади эштәргә йәлеп итәм, фекер алышырға, үҙ-ара әңгәмәләшергә өйрәтәм һәм дуҫ булырға ла өндәйем. Бәләкәйҙән ысын шәхес итеп тәрбиәләнгән баланың аҙымдары ышаныслы булыр тип уйлайым. Уҡыусыларҙың ҡулында төрлө гаджеттар булған осорҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу еңелдән булмаһа ла, заман менән йәнәш атлап, һәр яңылыҡты ҡабул итеп, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн көсөмдө лә, ваҡытымды ла йәлләмәйем. Быйылғы уҡыу йылындағы иң һөйөнөслө яңылығым да бар. Башҡорт теле көнө уңайынан үткәрелгән “Әйтер һүҙем бар” шиғыр һөйләүселәрҙең район конкурсында призлы урынға сығыуыма бик ҡыуандым.

Бөтә Башҡортостан халҡын, райондаштарымды Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлайым. Яңы йылдың яңы ҡары бәхет булып юлдарығыҙға яуһын. Ғүмерҙең һәр миҙгеленән тәм табып, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ. Сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, саф мөхәббәт хистәре ғүмерлек юлдашығыҙ булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: