Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Март 2022, 09:48

Нәҫеле менән уҡытыусылар

Уҡытыусы эше ауыр, ләкин почетлы. Шуға ла быуындар алмашынһа ла, был нәҫелдә уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар һәм дауам итеүселәр булып торор, тип ышанғы килә.

Нәҫеле менән уҡытыусылар
Нәҫеле менән уҡытыусылар

Хәрби юғары уҡыу йорттарына ингәндәр араһында офицерҙар ғаиләһендә тәрбиәләнгәндәргә өҫтөнлөк бирәләр икән. Был дөрөҫтөр ҙә. Бала сағы хәрби ҡаласыҡтарҙа үткән, һалдат тормошон күреп үҫкән бала буласаҡ һөнәрен аңлы рәүештә һайлай. Уҡытыусы, табип, актер ғаиләһендә үҫкәндәрҙең дә ата – әсәһе юлын һайлағандары күп. Шулай барлыҡҡа килә лә инде хеҙмәт династиялары.

         Яңы Күл урта мәктәбендә 36 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Солтанова Гүзәлиә Нәзир ҡыҙы - уҡытыусылар династияһынан. Быуындар сылбырының башында Иҫке Исай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Ситдиҡова Мәрүә Саҙрислам ҡыҙы тора. Ул ауыр һуғыш йылдарында хеҙмәт юлын башлап, Иҫке Күл, Сураш, Баш Шиҙе, Аҡҡош ауылдарында уҡыта. Уның бер туған һеңлеһе Сафия Саҙрислам ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңы Күл мәктәбендә хеҙмәт итә.Ҡыҙҙары Мәҙинә БДУ – ның филология факультетын тамамлай, ә Гүзәлиә Салауат педагогия училищеһында белем ала. Ул райондың Иҫтерек, аҙаҡ Баш Шиҙе мәктәптәрендә эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф һәм тәрбиә хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

         Артабан хеҙмәт династияһын Алина Миҙхәт ҡыҙы дауам итә. Ул -ваҡытында Благовещен педагогия училищеһын тамамлаған, аҙаҡ юғары белем алған тарих уҡытыусыһы. Хәҙерге эш урыны – Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбе.

         Уҡытыусы эше ауыр, ләкин почетлы. Шуға ла быуындар алмашынһа ла, был нәҫелдә уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар һәм дауам итеүселәр булып торор, тип ышанғы килә.

Читайте нас: