Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Март 2022, 09:52

Лауреат дипломы, бүләктәр...

Бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Благовещен ҡалаһындағы 6-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Галина Николаевна Емелева “Йылдың йәш уҡытыусыһы” конкурсының лауреаты дипломына, “Тамашысылар һөйөүе” призына лайыҡ тип танылды.  

Лауреат дипломы, бүләктәр...
Лауреат дипломы, бүләктәр...

Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында быйыл – 32-се тапҡыр үткән “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең педагогтар ҙа район данын яҡланы,унда лайыҡлы сығыш яһаны.

Бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Благовещен ҡалаһындағы 6-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Галина Николаевна Емелева “Йылдың йәш уҡытыусыһы” конкурсының лауреаты дипломына, “Тамашысылар һөйөүе” призына лайыҡ тип танылды.  

-Уҡытыу – һеҙҙең төп хеҙмәтегеҙ, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, дәүләтебеҙҙең, кешелектең киләсәге лә һеҙҙең ҡулдарҙа. Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙән кинәнес алып, оҙон-оҙаҡ йылдар кинәнеп эшләгеҙ, ижад итегеҙ, - тине үҙ сығышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: