Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2022, 12:17

Кадеттарға лайыҡ тәрбиә

 Благовещен ҡалаһында Ғаффар Мәһәҙиевты белмәгәндәр һирәктер тип уйлайым. Мөһабәт кәүҙәле, мөләйем, гел йылмайып торған, осрағанда ипле генә һөйләшкән был ағай менән урамда күрешеп аралашҡанда ла кәйеф күтәрелеп китә. Уның менән тиҙ арала әңгәмә ҡороп, хәл – әхүәлдәр белешеп, унан донъя кимәлендәге яңылыҡтарҙы ла белеп ҡалаһың.

Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған был ағай күптән инде Благовещен ерен икенсе төйәк иткән. “Өфөнефтехим”, “ПОЛИЭФ” асыҡ акционер йәмғиәтенең янғын һүндереү часендә 25 йыл хеҙмәт һалған запастағы майор, байтаҡ йылдар абруйлы етәксе булған Ғаффар Миңлеәхмәт улы әлеге көндә ҡаланың А.Першин исемендәге 4-се мәктәбендә өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй. Әле яңыраҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы ветерандар советының  “Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветераны” миҙалына, күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған Ғаффар Мәһәҙиев бында уҡыған кадеттарҙы физик яҡтан көслө, тырыш, сыҙамлы, ҡурҡыу белмәҫ ысын кеше итеп тәрбиәләй

-Ғәҙел һәм тоғро дуҫ, ярҙамсыл һәм тәүәккәл кадет малай-ҡыҙҙарҙы  көн дә тырышып уҡырға өндәйем. Тыуған мәктәбе, районының данлыҡлы ҡыҙҙары һәм улдары буласаҡ балаларҙы сафта етеҙ һәм тигеҙ атлап өйрәтеүгә лә күп көс түгәм. Барыбыҙ ҙа теләгәс был эштәребеҙ ҙә тормошҡа аша бара. Киләсәктә уларҙың кадет исеменә тап төшөрмәҫтәренә ныҡлы ышанам, - тип һөйләне уҡыусыларҙы ихлас яратҡан Ғаффар Мәһәҙиев.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: