Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Апрель 2022, 15:07

Имтихандарҙа үткән һынау

Уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләүҙә ата-әсәләрҙең ролен күтәреү маҡсатынан үткәрелгән берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов, быйылғы уҡыу йылындағы сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре лә ҡатнашты.

Имтихандарҙа үткән һынау
Имтихандарҙа үткән һынау

Уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләүҙә ата-әсәләрҙең ролен күтәреү маҡсатынан үткәрелгән берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов, быйылғы уҡыу йылындағы сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре лә ҡатнашты.
Район мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Зырянова әйтеүенсә, һәр ата-әсә балаһының ниндәй һынау аша үткәнен белергә тейеш. Дөрөҫ итеп теркәлергә, бланктар тултырырға кәрәк буласағын һәм имтиханды тапшырғанда тәү сиратта тик үҙ көсөңә генә ышанырға, ныҡлап әҙерләнергә һәм ҡаушап ҡалмаҫҡа тигән фекере менән бүлеште.
Сара барышында ата-әсәләр БДИ-ға теркәлеү нисек үтеүен, ҡатнашыусыларҙың аудиторияларға нисек ултыртылыуын, кластағы эш урыны, имтихандың уҙғарылыу ғәҙеллегенә нисек контроль ойошторолоу менән дә танышты.
-БДИ тапшырыу аныҡ шарттарға яҡынайтылған. Ҡатнашыусыларға теркәү, имтиханды үткәреү пунктына металл эҙләүгес аша үтеү, бланктар сығарыу һәм контроль-үлсәү материалдарын аудитория алдында асыу, бланк тултырыу тора. Быйылғы йылда имтихан тапшырыу пункты ҡаланың М. Киняшев исемендәге мәктәптә урынлашасаҡ.
-Беҙ уҡыған мәктәп йылдарында берҙәм дәүләт имтихандары тапшырылмай торғайны. Мин дә форсаттан файҙаланып, имтихандарҙа үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға булдым.Күптәнге теләгем дә тормошҡа ашты,- тип һөйләне район хакимиәте башлығы Олег Голов.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: