Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2022, 09:31

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң - шул ҡалыр

Уҡытыусы – бөйөк һәм изге һөнәр. Тыуан ерҙең генә түгел, тотош илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән, мөлдөрәмә тулы күҙҙәре менән ҡарап торған меүдәрсә балаға тор­мош­та дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам иткән ауыр ҙа, яуаплы ла был эш һөнәр генә түгел – миссия, йәшәү рәүеше, булмышы ул уҡытыусыларҙың. Ошо булмышына ҡаршы булмағандар ғына уҡытыусы һөнәренең асылын аса ала. Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфидә Рәмова тап ошондайҙарҙандыр!

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң - шул ҡалыр
Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң - шул ҡалыр

«Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң - шул ҡалыр», - ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәләргә генә түгел, уҡытыусыларға ла тап киләлер. Бөгөн беҙ һеҙгә Әлиә Хәсәнованың яратҡан уҡытыусыһына бағышлап яҙған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Һүҙ Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфидә Рәмова тураһында.

«Беҙ, яңы ғына ауылдан ҡалаға килгән ҡыҙҙар -малайҙар, ә улар - Гөлнара Вәкилевна, Илдар Ирекович, Руслан Сабирйәнович, Әлфидә Дәүләтовна йәш кенә ағай-апайҙар. Ысын, ағай, апай тип өндәшке килә торғайны үҙҙәренә.  2002 йылда беҙ  5б синыфы уҡыусылары. Үҙ класс етәксебеҙ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе Әлфидә Дәүләтовнаға биргәндәр ине. Ә беҙ уға бик тә шат булдыҡ, һәм ғүмер буйына алған белем-тәрбиәбеҙ,кәңәш -фатихаларыбыҙ өсөн ысын күңелдән ризабыҙ һәм, әлбиттә, мәңге рәхмәтлебеҙ. Йәш, энергияһы ташып торған дәртле уҡытыусыла кемдең уҡығыһы килмәһен!? Етмәһә, кейенеү стиле (иң тәүҙән беҙҙең иғтибарыбыҙҙы йәлеп иткәне шул булғандыр, тәүҙә кешене күрәһең,унан ғына ишетәһең!!!) һәр ваҡыт «бейектә», беҙ иҫебеҙ китеп һоҡлана торғайныҡ, уҡытыусы бит төрлө яҡлап та уҡыусыһына өлгө булырға тейеш. Ныҡ тартылдыҡ Әлфидә Дәүләтовнаға, дәрестәренә ихлас теләп йөрөнөк, предметын яраттыҡ. Миңә бигерәк тә тел дәрестәре оҡшай торғайны (филология факультетына уҡырға ингәс тә, әҙәбиәт тип бик иҫем китмәне ), хатта бөгөн булһа рус теле дәреслектәрендә, ҡайһы ерҙә ниндәй ҡағиҙә торғанын яҡынса әйтә алам, һәм ул ҡағиҙәне китапта яҙылғанса һүҙм -һүҙ ятлап биреү бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай ,Аллаға шөкөр. Рус телен яратыуымдың көсө ул. Нишләптер русса тиҙерәк башҡа һеңә торғайны, башҡорт теленән конкурс -олимпиадаға әҙерләнгәндә лә, башҡорт филологияһы факультеты студенты булған саҡтарҙа ла практик дәрестәрҙә, сессияларҙа һынау тотҡанда,тәүҙә ҡапыл да русса ҡағиҙәне иҫкә төшөрәһең, унан башҡорт теле менән сағыштыраһың, шунан яуабың әҙер тигән һүҙ ине.
Бер мәл Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеп ултырабыҙ, Әлфидә Дәүләтовна таҡтаға «Уж Замуж Невтерпёж» тип яҙып ҡуйҙы, (ҡағиҙәләр нығытҡанбыҙҙыр). Ун өс йыл элек төп имтиханға әҙерләнгәндәге кеүек, бөгөн мин ул һүҙҙәрҙе бик йыш ҡабатларға мәжбүрмен. Мейемә ныҡ һеңдергәнмен былай, шул өс һүҙ оҡшаған ахыры.
Бер ваҡыыыт 7-9 синыф тирәһендә бәләкәй генә айырылышыу кисереп алдыҡ уҡытыусыбыҙ менән. Әлфидә Дәүләтовна декрет ялына киткәс, беҙҙе Зәкиә Нуриман ҡыҙына бирҙеләр. Уй, ҡайғырҙыҡ башта,ҡаңғырҙыҡ,ғүмерҙә күрмәгән баһаларҙы күреп аптыраныҡ. Үҙебеҙҙең Әлфидә Дәүләтовнабыҙҙың ҡабаттан эшкә сығыуын оло түҙемһеҙлек менән һағынышып-зарығышып көтөп алғаныбыҙ хәтерҙә.
Күп инде иҫтәлектәр,яҙып бөтөрлөк түгел... Ете йыл эсендә беҙ шәхес булып үҫештек, уҡытыусыларыбыҙ тағы ла юғары уңыштарға өлгәшеп, беҙҙең менән тәжрибә арттырҙылар. Бөгөн Әлфидә Дәүләтовна лицейыбыҙҙың иң көслө уҡытыусыларының береһе һәм мин тап уның уҡыусыһы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Үҙ предметығыҙға ҡыҙыҡһыныу уятып, минең күңелемдә телгә һөйөү яралтҡанығыҙ өсөн мәңге рәхмәтлемен һеҙгә,Әлфидә Дәүләтовна. Һәм минең кеүек уҡыусыларығыҙ һеҙҙең бик күп, иманым камил», - тип яҙа Әлиә Хәсәнова.

Уҡытыусы – бөйөк һәм изге һөнәр. Тыуан ерҙең генә түгел, тотош илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән, мөлдөрәмә тулы күҙҙәре менән ҡарап торған меүдәрсә балаға тор­мош­та дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам иткән ауыр ҙа, яуаплы ла был эш һөнәр генә түгел – миссия, йәшәү рәүеше, булмышы ул уҡытыусыларҙың. Ошо булмышына ҡаршы булмағандар ғына уҡытыусы һөнәренең асылын аса ала. Әлфидә Рәмова тап ошондайҙарҙандыр!

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: