Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Апрель 2022, 13:21

Иглинда балалар травматизмын профилактикалау буйынса ресурс үҙәге асылды

Ул район үҙәгенең 5-се һанлы мәктәбе базаһында эшләясәк.

Иглинда балалар травматизмын профилактикалау буйынса ресурс үҙәге асылды
Иглинда балалар травматизмын профилактикалау буйынса ресурс үҙәге асылды

Ресурс үҙәге «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» бөтә Рәсәй программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды. Ул балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы транспорт һәләкәттәре һанын кәметеүгә йүнәлтелгән. Иглин үҙәге республикала ун дүртенсе булып асылды.

Башҡа үҙәктәрҙән айырмалы булараҡ, бында эш дүрт юнәлештә алып барыласаҡ: «Юл хәрәкәтенең йәш инспекторы», «Һыуҙа хәүефһеҙлек», «Тимер юлдарҙа хәүефһеҙлек » һәм «Йәш янғын һүндереүсе». Был эшкә райондың бөтә белем биреү учреждениелары ла йәлеп ителәсәк.

Тантаналы сарала  район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы, төбәк эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы вәкилдәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусыла һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Сара сиктәрендә мәктәптең 53 уҡыусыһы ЮХХДИ кадеттары сафына ҡабул ителде. Улар тантаналы ант бирҙе, кадет гимнын башҡарҙы.

Яңы асылған үҙәккә бүләктәр ҙә тапшырылҙы. Улар араһында – мобиль автошәһәрсек тә бар. Был техник саралар һәм уҡытыу-методик әсбаптар комплексы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ярҙам итәсәк. Уны «Авто-Альянс» компаниялар төркөмө берләшмәһенең хәйриә фонды төбәк бүлексәһе етәксеһе Наил Әхмәтйәнов бүләк итте.

Белгестәр фекеренсә, яңы асылған үҙәк балалар травматизмын профилактикалау буйынса эште юғары кимәлгә күтәрергә, бәхетһеҙ осраҡтар һанын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ә йәш инспекторҙар

уҡытыусыларҙың һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең юл-транспорт травматизмын профилактик эшендә тоғро ярҙамсылары булыр, тип ышанғыһы килә.  

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: