Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Май 2022, 16:13

Башҡорт теленә һөйөү – минең ҡанымда

Ошондай рухлы ҡыҙҙарыбыҙ булғанда телебеҙ юғалмаҫ, асылыбыҙға ла ҡайтырбыҙ!

Башҡорт теленә һөйөү – минең ҡанымда
Башҡорт теленә һөйөү – минең ҡанымда

– Башҡорт теленә һөйөү – минең ҡанымда, – ти Шөңгәккүл ауылында йәшәүсе Лиана Баязитова.

Әсәһе Көнһылыу Шәмисислам ҡыҙы ғүмерен балаларға башҡорт теленә белем биреүгә бағышлаған кеше, Ейәнсура башҡорто, ә атаһы Флорид Фәтҡулла улы Мәсетле яҡтарынан.

– Үҙем Дим буйында урынлашҡан Иҫке Ябалаҡлыла үҫтем. Башҡорт теленең өс диалектын ишетеп, һөйләшеп үҫергә тура килде миңә, улар һәр береһе күңелемә яҡын, ҡәҙерле, – ти Лиана Флорид ҡыҙы. Тел ҡәҙерен белгән кеше булараҡ, «Ладушки» балалар баҡсаһында эшләгән Лиана, төркөмдәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып бара, башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр эшен дә ул етәкләй. Әсә теленә ғашиҡ белгес балаларҙа ла башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята белә, ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй.

– Ошо маҡсатлы эшемдә башҡорт теленә, ғөрөф-ғәҙәттәргә битараф булмаған ата-әсәләр миңә ҙур таяныс, бөтә башланғыстарымды улар күтәреп ала, – ти тәрбиәсе. Балалар баҡсаһында башҡорт халҡының боронғо һауыт-һабаһы, эш ҡоралдары, ҡул эштәре мөйөшө лә балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мөйөш балаларҙың ҡул эштәре менән тулыландырылып тора. Башҡорт тирмәһе ҡороп, уны боронғоса йыйыштырып ҡуйыу – Лиана Баязитованың күптәнге хыялы.

– Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән Лиана Флорид ҡыҙына бик рәхмәтлебеҙ. Улым Солтан тырышып үҙ телендә шиғыр һөйләп, йырларға ярата. Башҡорт милли кейемен дә кейеп алһа – уға тиң кеше юҡ, түбәһе күккә тейә, ғорур баҫып йөрөй. –  Үҙен мин Салауат Юлаев тип тә ебәрә, – ти Солтандың әсәһе Әлфиә.

– Тәрбиәсебеҙҙән уңдыҡ, балалар бик ярата үҙен, – тип һүҙгә ҡушыла Айһылыу Дәүләтова.

Ошондай рухлы ҡыҙҙарыбыҙ булғанда телебеҙ юғалмаҫ, асылыбыҙға ла ҡайтырбыҙ!

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: