Йәйғор
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Май 2022, 09:22

Иғтибар үҙәгендә Үкәрле мәктәбе

2022 – 2023 йылдарҙа республикала төҙөкләндереләсәк 96 мәктәп иҫәбендә Ришат Исмәғилев исемендәге Байгилде ауылы лицейы филиалы Үкәрле башланғыс мәктәбе лә бар

Иғтибар үҙәгендә Үкәрле мәктәбе
Иғтибар үҙәгендә Үкәрле мәктәбе

2022 йылдың башында “Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау” федераль дәүләт программаһы ҡабул ителде. Программа буйынса уҡыу йорттарының матди – техник базаһын нығытыу менән бер рәттән уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу ҙа ҡаралған.

         2022 – 2023 йылдарҙа республикала төҙөкләндереләсәк 96 мәктәп иҫәбендә Ришат Исмәғилев исемендәге Байгилде ауылы лицейы филиалы Үкәрле башланғыс мәктәбе лә бар. Яңы уҡыу йылына мәктәпте өлгөртөү ниәте менән төҙөлөш эштәре башланған да инде. План буйынса мәктәптең ҡыйығын, тәҙрәләрен алмаштырыу, класс бүлмәләрен, коридорҙарҙы төҙөкләндереү ҡарала. Ремонт өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдарының күп өлөшө ҡайтарылған. Уҡыусы балалар әлегә ваҡытлыса Байгилде лицейында белем ала.Уларҙы көн һайын мәктәп автобусы йөрөтә.

         Ҙур ремонт эштәре ваҡытында үтәлер һәм Үкәрле башланғыс класы уҡыусылары киләһе уҡыу йылын үҙ мәктәптәрендә ҡаршылар.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас в