Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь 2022, 16:35

Үҙ иленең тарихын һәр кем белергә тейеш

Тап ошолайти тарих фәненән берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған Глеб Филиппов. Егет Иглиндың икенсе һанлы мәктәбен тамамланы

Үҙ иленең тарихын һәр кем белергә тейеш
Үҙ иленең тарихын һәр кем белергә тейеш

Глеб мәктәптә уҡығанда тарих, йәмғиәт белеме һәм сит телдәрҙе айырыуса тырышып өйрәнә. Алдынғы уҡыусы был предметтар буйынса олимпиадаларҙың муниципаль һәм республика этаптары еңеүсеһе. Глебҡа тарих фәненә һөйөүҙе уҡытыусылары Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы Михайлова (5-7 синыфтарҙа уҡыта) һәм Рифат Рафиҡ улы Хәсәнов (8-11 синыфтарҙа уҡыта) уята.

Рифат Хәсәнов мәғариф өлкәһендә 2008-се йылдан башлап эшләй. Педагог ун йылдан ашыу Түбәнге Ләмәҙ мәктәбендә уҡыта, өс йыл был белем биреү учреждениеһының директоры була. Әлеге ваҡытта Рифат Рафиҡ улы район мәғариф бүлегенең методик хеҙмәтен етәкләй һәм Иглиндың 2-се һанлы мәктәбендә уҡыусыларға тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте нескәлектәрен өйрәтә.

Рифат Хәсәновтың уҡыусылары тарихтан ғына түгел, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ла олимпиадаларҙа, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында 10-сы синыф уҡыусыһы Ирхан Кәлимуллин башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабында еңеп, республикала район данын яҡланы. Егет үҙ категорияһында дәүләт теле булараҡ башҡорт теле йүнәлешендә ҡатнашыусылар араһында ун иң яҡшы ҡатнашусы исемлегенә инде.

Глеб Филиппов үҙенең уҡытыусыларына бик рәхмәтле.

– Уҡытыусыларыма йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы дәрестәре өсөн ҙур рәхмәт, – ти Глеб. – Шулай уҡ минең ҡаҙаныштарымда өҫтәмә әҙерләнеүҙәрем дә ҙур роль уйнаны. Мин нәфис әҙәбиәт уҡырға яратам. Мәҫәлән, «Хоумстак» постмодернистик әҫәре. Ул миңә гуманитар фәндәрҙе өйрәнеүгә этәргес булды, гениаль ижад емештәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте.

Егет артабанғы яҙмышын тарих фәне менән бәйләргә йыйына, иҫәбе – уны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү, йәмғиәткә файҙа килтереү. Һәр гражданин үҙ иленең тарихын белергә тейеш, тип иҫәпләй Глеб. Глебтың хыялы – Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеү. Буласаҡ ғалимға уңыштар юлдаш булһын!

Үҙ иленең тарихын һәр кем белергә тейеш
Үҙ иленең тарихын һәр кем белергә тейеш
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: