Йәйғор
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июль 2022, 10:58

Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос...

“Ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең” тип юҡҡа әйтмәгән шул боронғолар. Үҙенең матур үткән ғүмер юлын уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Эльмира Мулланур ҡыҙы, ике күҙ нурҡайы – Динара менән Сулпанды оло тормош юлына әҙерлекле шәхес итеп үҫтереүгә күп көс түккән хәстәрлекле әсә

Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос...
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос...

“Ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең” тип юҡҡа әйтмәгән шул боронғолар. Үҙенең матур үткән ғүмер юлын уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Эльмира Мулланур ҡыҙы, ике күҙ нурҡайы – Динара менән Сулпанды оло тормош юлына әҙерлекле шәхес итеп үҫтереүгә күп көс түккән хәстәрлекле әсә. 

Краснокама районының Йәнегет ауыл мәктәбендә оҙаҡ йылдар татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт һалған әсәһенең миҫалында Динара ла был яуаплы ла, мауыҡтырғыс та һөнәргә бәләкәйҙән ғашиҡ булып буй еткерә. Әсәһенең бер ҙә ялҡытмаҫ дәрестәре, иҫтәлекле саралары, күренекле кешеләр менән ойошторған осрашыуҙары ла был яҡшы уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем булған ҡыҙҙың тормошона йоғонто яһамай ҡалмай. Уның миҫалында Динара Радик ҡыҙы ла ҙур рухи көс, уҡыусыларға иғтибар, ваҡыт, һаулыҡ, ғаилә менән иҫәпләш­мәүҙе талап иткән ауыр хеҙмәт – уҡытыусы һөнәрен һайлай.  

-Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына район һәм республика кимәлендә татар теле буйынса үткән олимпиадаларҙа беренсе урын яулауым сәбәпле, имтихандарһыҙ уҡырға инеү бәхетенә өлгәштем. Мәктәптә уҡығанда туплаған белемем, әсәйемдең минең үҫешемә һалған хәләл көсө, үҙемдең тырышлығым, ныҡышмаллылығым да был аҙымға ярҙам иткәндер, күрәһең. Университеттың филология факультетының татар – рус бүлегендә уҡыған йылдар, төркөмдәштәрем, уҡытыусыларым, артабан Ағиҙел ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында 16 йыл эшләгән осор, хөрмәтле хеҙмәттәштәрем мине ысын шәхес, тәжрибәле уҡытыусы дәрәжәһенә тиклем үрләтте. Дүрт йыл А. М. Алымов исемендәге Өфө районының Михайловка урта мәктәбендә уҡытыуым да, мине яңы педагогик коллектив менән тығыҙ бәйләне, бында яңы фекерҙәш дуҫтар таптым, иң мөһиме яратҡан уҡыусыларымдың хәстәрлекле ата-әсәләре менән дә таныштым, - тип һөйләне Динара Харисова.

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсында “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исемен яулаған Динара Радик ҡыҙы Харисованың Ҡазанда “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе бөтә республикаға йәшен тиҙлегендәй таралды. Тап ошо мәлдә уҡытыусыны берәүҙәр ихлас ҡотланы, икенселәр маҡтап телгә алды, ә мәғариф хеҙмәткәрҙәре уның өсөн шатланды.

Татарстанда 2016 йылдан башлап үткән был мәртәбәле конкурста ҡатнашҡан мөғәллимә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, тыуған мәктәбенең данын Рәсәй кимәлендә яҡланы, төрлө төбәктәрҙән килгән коллегалары менән аралашты, тәжрибә тупланы.  Милләтен һаҡлаусы, милли рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, ижади ҡарашлы Динара Радик ҡыҙы үҙен  яңынан – яңы уңыштарға әйҙәп тороусы яҡындары һәм ғаиләһе менән дә бик бәхетле. 22 йыл дауамында ҡулға-ҡул тотоношоп, үҙҙәре һалған һуҡмаҡтан атлап, икеһе бер бөтөн булып донъя көткән Динара һәм Ринат Харисовтар балалары Рушан менән Наиләнең күңелендә туған телгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү тәрбиәләй. 

М. Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кисәге студенты Динара Харисованың был уҡыу йортона -  55 һәм кафедраның 30 йыллығы тулған осорҙа яуланған еңеүе ошо иҫтәлекле даталарға ҡағылышлы бүләк булараҡ ҡабул ителде.

Башлаған эшенең ыңғай һөҙөмтәһен оло ышаныс менән көтөп алған уҡытыусының көслөләр араһында еңеүсе булыуы, уның ни тиклем һайлаған һөнәрен яратыуын һәм уға тоғро булыуын дәлилләй. Әсәһенең тормош тәжрибәһенә, кәңәштәренә таянып йәшәгән әңгәмәсем уның рухын йөрәгендә йәшәтә һәм үҙенең һөнәри сифаттарын үҫтереү өҫтөндә етди эшләй. Алға ынтылыр маҡсаттары һәм башҡарасаҡ эштәре күп булған мөғәллимәнең бар уйлаған уйҙары ла бойомға ашыр. Бының өсөн уның теләге бар, тырышлығы ла етерлек.

Автор:Таңсулпан Хәлитова
Читайте нас: