Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Октябрь 2021, 17:22

Дмитриевкалар йыр – моң ярата

“Беҙҙең һәләттәр” халыҡ ижады фестивале проекты өсөн  федераль ҡаҙнанан аҡса бүленде. Районда алдынғы булған был мәҙәниәт усаҡты етәкләгән Алһыу Рәшитова әйтеүенсә, грант аҡсаһы – 257947 һумға улар башҡорт тирмәһен һатып алырға уйлай һәм халыҡ ижады фестивале еңеүселәрен дә бүләкләргә планлаштыра.

Дмитриевкалар йыр – моң ярата
Дмитриевкалар йыр – моң ярата

Өфө районының Дмитриевка ауыл мәҙәниәт йорто Президенттың мәҙәни инициативалар фондынан грант отто. Райондың башҡа мәҙәни усаҡтары араһында уларҙың “Беҙҙең һәләттәр” халыҡ ижады фестивале проекты өсөн  федераль ҡаҙнанан аҡса бүленде.

Фонд белгестәре Дмитриевка ауыл мәҙәниәт йортоноң эшен юғары баһаланы. Клубта 19 ижади коллективта шөғөлләнгән төрлө йәштәге 500 үҙенең һәләтен һәр яҡлап аса. Теләгәндәр йыр, бейеү, һүҙ оҫталығына,ҡул эштәренә өйрәнә. Башҡаларға һүрәт төшөрөү, төрлө инструменттарҙа уйнау  кинәнес бирә. Районда алдынғы булған был мәҙәниәт усаҡты етәкләгән Алһыу Рәшитова әйтеүенсә, грант аҡсаһы – 257947 һумға улар башҡорт тирмәһен һатып алырға уйлай һәм халыҡ ижады фестивале еңеүселәрен дә бүләкләргә планлаштыра.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: