Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2021, 14:00

Картиналарында – тыуған яҡ тәбиғәте

Иглин районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәүәҫкәр рәссам Ольга Камневаның тәүге шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо.

Картиналарында – тыуған яҡ тәбиғәте
Картиналарында – тыуған яҡ тәбиғәте

Иглин районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәүәҫкәр рәссам Ольга Камневаның тәүге шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо.

Иглиндар иғтибарына Ольга Камнева ике тиҫтәнән ашыу картиналарын тәҡдим итте. Улар башлыса майлы буяуҙар, нефть һәм поталь техникаһында яҙылған.

Рәссамдың махсус белеме юҡ, һүрәт төшөрөргә ул үҙаллы өйрәнгән. Ижади эштәрҙә башлыса тәбиғәт күренештәре, урман, йылға-күлдәр сағылыш тапҡан. Шулай уҡ ул мөхәббәт, бәхет темаларын да яҡтыртҡан.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: