Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2021, 11:00

«Хусточка» - еңеүсе

Охлебинин ауылы күп фнкциялы клубының «Хусточка» халыҡ фольклор ансамбле «Рус йыры»-2021 фестивалендә ҡатнашты.

«Хусточка» - еңеүсе
«Хусточка» - еңеүсе

Охлебинин ауылы күп фнкциялы клубының «Хусточка» халыҡ фольклор ансамбле «Рус йыры»-2021 фестивалендә ҡатнашты.

Фестивалгә рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр һәм профессиональ ижади коллективтар, йыр, бейеү, вокал, фольклор ансамблдәре, хорҙар, солистар саҡырылды.

Ижади сараның ойоштороусылары - «Башҡортостан урыҫтары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Быйыл фестивалдә ҡатнашырға 500 кешене туплаған 80 коллектив теләк белдергән.

“Хусточка” (етәксеһе - Владимир Кобяков) республикала иң яҡшы ижади коллективтар араһында еңеүселәрҙең береһе булды.

«Хусточка» - еңеүсе
«Хусточка» - еңеүсе
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: