Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2021, 11:52

“Грация”ансамбле – еңеүсе

Татьяна Салиева етәкләгән “Грация” бейеү студияһы “Собираем таланты” хореографик коллективтарҙың XI Бөтә донъя онлайн конкурсында Халыҡ бейеүе номинацияһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Өфө районының балалар ижады йорто ансамбле исемен донъя кимәлендә данлаған был бейеү студияһының Рәсәй, Белоруссия, Украина, Германия, Эстония, Словакия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Молдавия, Ҡытай, АҠШ-тан  1204 бейеү ансамблдәре араһында призлы урынға сығыуы райондаштары күңелендә оло ғорурлыҡ хистәре уятты. Етәкселәре Татьяна Владимировнаның тырыш хеҙмәте рәхмәт хаты менән билдәләнде.Һәләтле балаларҙы бейеү сәнғәтенә ылыҡтырыу йәһәтенән күп көс түккән етәксе күп йылдар дауамында һайлаған һөнәренә тоғро һәм үҙенең эшмәкәрлегенә мөкиббән.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: