Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2022, 10:28

Мәҙәниәт хеҙмәткәренә - матди ярҙам

Башҡортостандағы 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре араһында булған Өфө районы хеҙмәткәрҙәре лә 500 мең һум күләмендә ярҙам аласаҡ.

Мәҙәниәт хеҙмәткәренә - матди ярҙам
Мәҙәниәт хеҙмәткәренә - матди ярҙам

Башҡортостандағы 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре араһында булған Өфө районы хеҙмәткәрҙәре лә 500 мең һум күләмендә ярҙам аласаҡ.

Район мәҙәниәт йортоноң күләмле саралар режиссеры Гүзәл Ғәлләмова менән балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Альберт Шафиҡов та ошо программаға дәғүә итеүселәр исемлегенә ингән. Республика Башлығы Радий Хәбиров “2021 йылда Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында” Указға ҡул ҡуйғайны. Махсус белемле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был субсидияны алыр өсөн 2018 йылдан Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ауыл еренә йә халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалаға эшкә килгән кешеләр булырға тейеш. Ошо шарттарға тура килгән Өфө районы белгестәре һайлап алынып, улар район хакимиәте менән килешеү төҙөп, уға тантаналы шарттарҙа ҡул ҡуйышты. 500 мең һум күләмендә субсидия аласаҡ белгестәр үҙ теләге буйынса ер участкаһы йәки торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

-Был программа ауыл ерендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡты бөтөрәсәк, тип уйлайым. Районыбыҙ мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған һәләтле белгестәргә беҙ һәр ваҡыт мохтажбыҙ. Шуға ла республика етәкселеге ҡабул иткән был ҡарар бик ваҡытлы һәм урынлы булды. Ижад кешеһе өсөн булдырылған шарттар уны тик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сараларға әйҙәп торор һәм кәйефен күтәрер, -тип һөйләне Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.

Мәҙәниәт хеҙмәткәренә - матди ярҙам
Мәҙәниәт хеҙмәткәренә - матди ярҙам
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: