Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2022, 09:34

Һәләтлеләр өсөн шарттар булдырыла

Өфө районының Чесноковка ауылында ололар һәм балалар көтөп алған район балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы асылды.

Һәләтлеләр өсөн шарттар булдырыла
Һәләтлеләр өсөн шарттар булдырыла

Өфө районының Чесноковка ауылында ололар һәм балалар көтөп алған район балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы асылды.

Теүәл ике йыл элек ауылдың “Спутник” микрорайонында мәғариф үҙәге асылһа ла, һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн филиалдың асылыуы бик ҡыуаныслы булды.

Инструменттар - фортепиано, скрипка, баян, думбырала уйнарға өйрәнергә, дәртле итеп бейергә, һынлы сәнғәттә үҙен һанап ҡарарға теләгән 132 баланың һәләтен асыр өсөн филиалда барса шарттар ҙа булдырылған.

-Йәш быуын мәҙәни тормошҡа ылыҡһын, улар араһынан киләсәктә район, республика данын яҡлаясаҡ талантлы кешеләр үҫеп сыҡһын өсөн ярҙам күрһәтеү мөһим. Заманса филиалда балалар кинәнеп шөғөлләнһендәр, ижади бәйге-конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулаһындар,- тип һөйләне район балалар сәнғәт мәктәбе директоры Анатолий Колосков.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: