Йәйғор
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2022, 11:30

Бейеү – ул тормош...

“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығышы һуңғы ун йылда районда үткән һәр сараның, концерт – фестивалдең матур бер биҙәге булып тора. 2012 йылдан был ансамблдә өс төркөмдә 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә.

Бейеү – ул тормош...
Бейеү – ул тормош...

“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығышы һуңғы ун йылда районда үткән һәр сараның, концерт – фестивалдең матур бер биҙәге булып тора. 2012 йылдан был ансамблдә өс төркөмдә 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә.

«Бейе» ижад берекмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһының «Дарман» бейеү ансамбле Өфө районы Шамонин мәктәбе базаһында ойошторолған. Етәкселәре – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең әүәлге солисы Алина Хәмиҙуллина. “Дарман” дың егеттәре яугирлыҡты, батырлыҡты, сослоҡто сағылдырған бейеүҙәре менән тамашасыны таң ҡалдырһа, ә ҡыҙҙары нескәлеге, нәзәкәтлеге һәм дәртлелеге менән һоҡландыра.

Бәләкәйҙән ҡурай моңона ҡушып, әсәһенең йырын тыңлап үҫкән Роберт сығышы менән Ейәнсура районының Самаҙы ауылынан. Дүрт йәшендә апаһы менән бергә йырлаған, аудиокассетаға яҙҙырылған йырын да ул бөгөн ҡәҙерләп һаҡлай. Өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә үҫкән егет мәктәп йылдарынан уҡ йырҙар яҙа, музыкаль инструменттарҙан – гитара, ҡурайҙа уйнау, шахмат, шашка түңәрәктәренә йөрөү ҙә уға еңел бирелә. Мәктәптә ойошторолған «Нур» вокал-инструменталь ансамблдә лә ул әүҙем шөғөлләнә, бейеүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай.

 -Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя! Бала саҡтан мин сәнғәткә, бейеүгә ғашиҡ кеше. Халҡымдың йыр-моңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейешлегемде олатайым бәләкәйҙән аңлатып үҫтерҙе. Милли кейем, кәпәс, ситеген дә олатайым үҙ ҡулдары менән миңә тегеп бирә торғайны. Киләсәк тормошта бик кәрәкле булған һөнәрҙәргә: тире, ағас менән эш итергә, бесән сабырға, мал-тыуарҙы нисек итеп ҡарарға ла оҫта ҡуллы, кеше йәнле булған олатайымдан  өйрәндем,- тип һөйләне Роберт Ринат улы.

Ейәнсуралағы гимназияла уҡыған йылдарҙа “Ҡоралай” бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәмил Йәнбәков Роберттың һәм уның йәштәштәренең күңелендә бейеүгә ныҡлы һөйөү уята. Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты булып киткән был һәләтле егет бында уҡыған йылдарҙа үҙе өҫтөндә ныҡлы эшләп, бейеү сәнғәтенең серҙәренә төшөнә, буласаҡ ҡатыны Алинаны ла осрата. Диплом алған саҡта күҙгә салынған иғлан да йәш белгес Хәмиҙуллиндың яҙмышын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бәйләүгә сәбәпсе була. 30 йәшендә генә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған билдәле бейеүсене ансамблдең әйҙәүсе бейеүселәренең береһе тип тә маҡтап телгә ала етәкселәр. Ун йыл эсендә бейеүсе Роберт Хәмиҙуллин донъя кимәлендә оло ҡаҙаныштарға ирешкән ансамбль составында Европа, Азия, Көньяҡ  Америка илдәрен урап сыға.

Үҙ эшенең оҫталары булған күңелдәренә яҡын булған Шамонин ауылында 2012 йылда «Дарман» ансамбленең эшен ойоштороп ебәрә. Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индергән ирле – ҡатынлы Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар бейеүсе малай-ҡыҙҙарға һәр хәрәкәттең мәғәнәһен аңлата. Башҡорт бейеүе ул сәләмәтлекте нығытыу сараһынан бигерәк, рухты күтәреү ысулы икәнлеген дә төшөндөрәләр.  

- Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен дә үҙләштергән кеше булараҡ әйтә алам: спорт менән хореографияны сағыштырһаң, икенсеһе күпкә ауырыраҡ. Әйтәйек, мин йүгереп китеп барғанда арып китһәм, тиҙлегемде кәметеп, ял итеп ала алам. Сәхнәлә бейеп йөрөгәндә ни тиклем арыһаң да, темпты, ритмды, линияны тоторға кәрәк, йылмайып, кәрәк урында ҡысҡырып йөрөргә, ҡапыл туҡтап тороп, һикереп, яңынан бейей башларға кәрәк. Башҡорт бейеүенең һәр хәрәкәте – классик элемент. Шуға беҙ ҙә балаларҙы бейеүҙең тарих, фольклор менән бәйле булыуын, халыҡ тормошо тураһында һөйләүен, уны аңларға, тоя белергә кәрәклеген дә өйрәтәбеҙ,- тип һөйләне Алина Рәүил ҡыҙы.

“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле ун йыл эсендә күпме яңы бейеүҙәр өйрәнеп, яңы исемдәр асты һәм «Апрель тамсыһы», «Звонкий каблучок», «Хоровод дружбы», «Алтын миҙал» кеүек республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарында лауреат булды. Был бейеү коллективы «Алтын Майҙан – Алания» – 2021» Бөтә Донъя халыҡтар мәҙәниәте фестивалендә «Хореография», «Традиции народов мира» номинацияларын яулап, «Артухурон» этноконкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡлы булыуы менән маҡтаулы. Башта Ҡырымда, артабан Төнъяҡ Осетияла уңышлы сығыш яһаған коллектив етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин сәнғәткә тоғро хеҙмәте, ижади дәрт менән эшләгәне өсөн рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән.   

Республикала “Мәргән уҡсы” хәрәкәтен булдырған халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн тергеҙгән  Юлай Ғәлиуллин менән танышҡан Роберт Ринат улы тәрбиәләнеүселәрен яндан атыу буйынса мәргәнлектә һәләтен һынай. Уҡ атыусының милли кейемдә булыуы, уларҙың тәбиғи туҡыманан тегелергә, сәхнә кейеме булмаҫҡа тейешлеге тураһында ентекле өйрәнгән бейеүселәр ир-егеттәрҙең баш, өҫ кейемдәре, уларҙың тегелеше, тәғәйенләнеше хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белә. Был эштәр, һис шикһеҙ, йәш быуынға башҡорт халҡы мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан ерендә уҙған этнофестивалдәрҙә тире ҡорман, ҡалҡан, ҡайыштар яһауҙы тергеҙеп, хәрби сәнғәтте үҫтереп, уҡтан атыу, һыбай йөрөү, күсмә халыҡтар тормошон өйрәнеүҙе коллектив етәксеһе артабанғы эшенә маҡсат итеп ҡуйған.   

         Бар йөрәген һалып, сәхнәләрҙе иңләп, осоп йөрөп бейегән Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар етәксегендәге “Дарман” күптән инде тамашасының һөйөүен яулаған һәм алда ла яулаясаҡ.  Тәрән, серле сәнғәт төрөнә улар үҙҙәре лә, уларҙың тәрбиәләнеүселәре лә күптән ғашиҡ.  Бейеү – ул тормош...

Бейеү – ул тормош...
Бейеү – ул тормош...
Читайте нас: