Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2022, 13:19

Гүзәллек, һәләт, аҡыл еңде

“Көҙәй һылыуы” матурлыҡ бәйгеһендә гран-приға Меңйетәр ауылы һылыуы Милена Кәлимуллина лайыҡ булды. Беренсе урынды ла уның ауылдашы Илзидә Һаҙыева алды.

Гүзәллек, һәләт, аҡыл еңде
Гүзәллек, һәләт, аҡыл еңде

Урамда яҙ - матурлыҡ, хыял, һәм мөхәббәт миҙгеле! Нәҡ ошо ваҡытта Нуриман районы Иҫке күл мәҙәниәт йортонда традицион «Көҙәй һылыуы» гүзәллек бәйгеһе үтте. Көҙәй ырыуы һылыуҡайы тажы өсөн Нуриман һәм Иглин райондарынан иң матур, иң һәләтле туғыҙ ҡыҙ көс һынашты.

Матурлыҡ, һәләт, аҡыл ... Гүзәллек титулына эйә булыр өсөн ҡыҙҙар ошо сифаттарға эйә булырға тейеш.

Бәйге барышында ҡыҙҙарға төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Сара барышында ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы, һәләттәрен күрһәтте, башҡорт бейеүҙәрен башҡарҙы, шиғырҙар уҡыны, тыуған яғы тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Жюри ағҙалары конкурсанттарҙың кулинария өлкәһендәге һәләттәрен дә баһаланы. Фойела һылыуҡайҙарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны. Жюриға еңеүсене билдәләү еңел булманы, сөнки ҡыҙҙар бөтәһе лә лайыҡлы сығыш яһаны.

Гран-приға Иглин районы Меңйетәр ауылынан Милена Кәлимуллина лайыҡ булды. Шул уҡ ауылдан Илзидә Һаҙыева 1-се урын алды.

Меңйетәрҙән Сулпан Ғайсина – «Оҙон сәс һылыуы», Түбәнге Ләмәҙҙән Фидәлиә Мозафарова «Юғары оҫталыҡ һылыуы» номинацияһында еңде.

Конкурстар араһында Нуриман һәм Иглин райондары мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Бәйгелә ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр, приздар, дипломдар менән тәбрикләнде.

Гүзәллек, һәләт, аҡыл еңде
Гүзәллек, һәләт, аҡыл еңде
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: