Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель 2022, 12:34

Йондоҙсоҡҡа – уңыштар!

Благовещен ҡалаһының “Ҡарағай”14-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сабина Миңлеева  “Сулпылар” республика балалар телевизион конкурсының беренсе турында бик матур итеп сығыш яһаны.

Йондоҙсоҡҡа – уңыштар!
Йондоҙсоҡҡа – уңыштар!

Благовещен ҡалаһының “Ҡарағай”14-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сабина Миңлеева  “Сулпылар” республика балалар телевизион конкурсының беренсе турында бик матур итеп сығыш яһаны.

Республиканың төрлө төбәктәренән һәләтле балаларҙы асыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған был проектта  Сабинаның сығышын жюри составындағы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадирова,  М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, телевидение алып барыусыһы Венер Камалов һәм йырсы  Илнур Рамазанов ыңғай баһаланы.

Йәш һәләт булған Сабина балалар баҡсаһында ла иң әүҙемдәр рәтендә. Ул һәр үткән сараның, иртәлектең, концерт – конкурстың уртаһында ҡайнай. Йыр-моңға әүәҫ ҡыҙын әсәһе Регина Рәүеф ҡыҙы, музыка етәксеһе Дилә Исламнур ҡыҙы һәр яҡлап та баһалап, уның һәләтен үҫтерергә тырышып тора.

Мәртәбәле “Сулпылар” республика балалар телевизион конкурсына ла улар Сабинаны ентекле әҙерләп, уның икенсе турға үтеүенә булышлыҡ итте. Конкурстан ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтҡан ҡыҙ хәҙер июндә үтәсәк киләһе турға әҙерләнә башланы. Бында еңер өсөн уға тырышлығы, һәләте һәм теләге лә ярҙам итер. Йондоҙсоҡҡа уңыштар, яңынан – яңы еңеүҙәр теләп ҡалайыҡ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: