Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 11:33

Тамашасы хөкөмөнә – спектакль

Өфө районының Миловка ауыл мәҙәниәт йортонда “Мираж” халыҡ театры А.В. Володина әҫәре буйынса “Две стрелы” спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.  “Мираж” халыҡ театры етәксеһе, режиссер Н. М. Халевина ҡуйған спектакль халыҡҡа бик оҡшаны. 

Барыһы нимәнән башланып китте? Барыһы яҡшы башланды: бөтәһе лә тигеҙ һәм азат. Берҙәм тормош алып барған, һунарға йөрөгән халыҡ ырыу тип атала. Ата-әсәләр, тыуған ил, ҡәҙерлем тигән һүҙҙәр ошо осорҙан барлыҡҡа килгән. Тап ошо ваҡыттан цивилизацияға тиклем кешеләр араһында дөрөҫлөк  яҡлылар һәм  көнләшеүселәр, киң күңеллеләр һәм ҡәбәхәттәр барлыҡҡа килә лә инде. «Две стрелы» спектакленең аҙағында әшәкелектән йыраҡ булғандар күҙгә күренмәгән уҡсылар атҡан уҡтан һәләк була.

 – Спектакль – уйын ғына түгел, ижади эш тә. Ошо эштең һөҙөмтәһе булған спектаклде тамашасы хөкөмөнә сығараһың, ҡайғыраһың һәм уларға оҡшармы икән тип хафаланаһың. Минең эшемдә иң мөһиме – күрә, ишетә һәм аңлай белеү, эштең уртаһында ҡайнау, уның асылына төшөнөү һәм һәүәҫкәр артистарҙың эшенә рәхмәтле була белеү, – тип һөйләне Наталья Халевина.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: