Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 09:28

Уңышлы һынау

Быйыл театр сәнғәт һөйөүселәргә күренекле шағир, прозаик һәм драматург Салауат Әбүзәровтың “Күрәҙәсе” трагикомедияһы буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим итте. Был тамашаны сәхнәгә сығарып, коллектив “Халыҡ театры” исемен яҡлау буйынса ла һынау тотто һәм, әйтергә кәрәк, уны уңышлы үтәп сыҡты.

Уңышлы һынау
Уңышлы һынау

Сәғит Мифтахов исемендәге башҡорт халыҡ театры йыл һайын үҙ тамашасыларын яңы спектаклдәре менән һөйөндөрөп тора.

Быйыл театр сәнғәт һөйөүселәргә күренекле шағир, прозаик һәм драматург Салауат Әбүзәровтың “Күрәҙәсе” трагикомедияһы буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим итте. Был тамашаны сәхнәгә сығарып, коллектив “Халыҡ театры” исемен яҡлау буйынса ла һынау тотто һәм, әйтергә кәрәк, уны уңышлы үтәп сыҡты.

 “Күрәҙәсе” спектаклендә тәжрибәле актерҙар булып танылған Альфред Хәлилов ( Өлфәт), Фәнүр Яҡупов (Самат), Бахадир Аҡбаров ( Байтимер) менән бер рәттән тамашасылар яңы исемдәрҙе лә асты. Мәрйәм Исламова

 ( Айһылыу), Регина Кәлимуллина ( Сәлимә), Ғәлиә Сабирова ( Кәримә) һәм Радмир Яҡупов ( Ишбулды) үҙ ролдәрен ихласлыҡ менән күңел биреп башҡарҙы.

Рәссам Зөлфиә Ғөбәйҙуллина, хореография белгесе Гүзәлиә Заһертдинова, театр режиссеры Эльвира Ғәзизова, декоратор Хәйҙәр Фәхретдиновтың эштәре лә маҡтауға лайыҡ.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: