Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Май 2022, 09:17

Ауылымда гармун моңдары

Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында "Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә үткән саралар дауам итә. 40 өйлө Мең ырыуы ауылдарында инде йолаға әүерелгән, ауылдаштар менән көтөп алынған Гармун байрамы үтте.

Ауылымда гармун моңдары
Ауылымда гармун моңдары

Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында "Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә үткән саралар дауам итә. Апрель аҙағында 40 өйлө Мең ырыуы ауылдарында инде йолаға әүерелгән, ауылдаштар менән көтөп алынған Гармун байрамы үтте.

Ауылды гармун моңона күмеп, тиҫтәләгән гармунсы ауыл урамдары буйлап үтте.Һәр өйҙән сыҡҡан ауылдаштар улар артынан эйәреп, йырлап-бейеп клубҡа табан юл тотто.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы,"Мең ырыуҙары" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатовты, Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровты һәм хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк- тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды ауыл халҡы. Ябалаҡлы гимны менән башланып киткән күркәм сараны Башҡортостандың халыҡ артисы- ауылдашыбыҙ Илгиз Миңләхмәтов һәм иң моңло һандуғасыбыҙ,бәйгеләр лауреаты Ризида Әхмәтшина алып барҙы. Үҙҙәренең сығыштары менән дә халыҡты таң ҡалдырҙы улар.

Ырыуҙаштар Биҡҡолдан -Раил Ғүмәров, Яңы Яппарҙан ирле-ҡатынлы Зинфира һәм Наил Мәғәсүмовтар,Ҡолоевтар, Суҡраҡлынан -Зәлиә Ниғәмәтйәнова, ИлнурХәсәновтар бер саранан дә ситтә ҡалмай.Байрамда күршеләр Шишмә, Бәкәй гармунсылары ла ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты, Өфөлә йәшәүсе ауылдаштарҙың  йыр-шиғыр күстәнәсен дә татынылар.

Ата-бабаларҙан ҡомартҡы булып ҡалған, ҡәҙерләп һаҡланған гармундар күргәҙмәһе түр башынан урын алғайны. Ауылдың элекке гармунсыларын да барлап иҫкә төшөрөп үтте ауылдаштар. Милли кейем кейгән балалар,оло инәйҙәр байрамға тағы ла сағыу төҫ өҫтәне.Ҡурай, гармун көйөнә дәррәү төшөп бейенеләр.

Күркәм саралар ауыл халҡын дәртләндереп кенә ҡалмай, бергә туплай, берләштерә, ыңғай тойғолар бүләк итә. Йәш балаларҙың да унда ҡатнашыуы күңелгә бер һөйөнөс - халҡыбыҙҙың уйын ҡоралдары, ауыҙ-тел ижады менән танышып, күреп, бергә ҡайнап үҫә. Шулай бергә тупланып, дәртләнеп, иртәгәһе көнгә яңы пландар ҡороп йәшәһәк телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ юғалмай, һаҡланып ҡалыр.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Лена Булатова, Шишмә районы.
Читайте нас: