Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь 2022, 14:54

Мәҙәниәткә ғашиҡ Светлана

Яҡындарына нур сәсеп, ике балаһы – Вилдан менән Әминәгә наҙын йәлләмәй өләшкән  хореограф Светлана Батыршина Өфө районы Шмидт ауыл клубының “Наза” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ағзалары менән дә яҡшы мөнәсәбәттәргә ныҡлы нигеҙ һалыуға өлгәшкән

Мәҙәниәткә ғашиҡ Светлана
Мәҙәниәткә ғашиҡ Светлана

Яҡындарына нур сәсеп, ике балаһы – Вилдан менән Әминәгә наҙын йәлләмәй өләшкән  хореограф Светлана Батыршина Өфө районы Шмидт ауыл клубының “Наза” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ағзалары менән дә яҡшы мөнәсәбәттәргә ныҡлы нигеҙ һалыуға өлгәшкән. 

-Бейеү сәнғәте – кешенең күңелен үҫтереүгә лә, тәртибен дә тәбиғи итеүгә булышлыҡ иткән сараларҙың береһе булып тора. Ул рухи донъяны байыта, кешегә шәхес булараҡ асылырға ярҙам итә. Хәрәкәттең, музыканың, уйындың органик берләшеүе ыңғай эмоциялар атмосфераһын тыуҙыра, кәйефкә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Сәхнәнән матурлыҡ һәм изгелек сәскән кеше әхлаҡһыҙ була алмай. Ансамбль составындағы 16 - 30 йәштәге һәүәҫкәр бейеүселәр үҙҙәре лә бер-береһе менән күптән инде туғандарса аралаша, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы ла һуҙа, сығыштарға ла берҙәм әҙерләнә, сәхнә кейемдәрен дә үҙҙәре тектерә, - тип һөйләне Светлана Илдар ҡыҙы.

Учалы районында тыуып үҫеп, Салауат Низаметдинов исемендәге колледжды тамамлаған Светлана Батыршина Шмидт ауыл мәҙәниәт йортона эшкә килеп, үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра. Ул “Наза” халыҡ бейеүҙәре ансамблен асыуға өлгәшә. Һәләтле хореограф сағыулыҡ, үҙенсәлеклелелек хас булған башҡорт бейеүҙәренә йәм, ҡот индерә, бейеүселәре күңелендә уларға ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләй алыуы менән абруй ҙа яулай. Шмидт, Шамонин ауылдарында йәшәп, ошо ансамблдә шөғөлләнгән төрлө ырыу вәкилдәренең бейеүҙәре районда үткән һәр сараның матур биҙәге булыу тороуы менән дә үҙенсәлекле.

Ансамбль күп һанлы фестиваль - конкурстарҙа ҡатнаша, маҡтаулы урындар яулай. Етди һәм тулы әҙерлек талап иткән “Тамға” Бөтә донъя башҡорт милли кейем оҫталары конкурсында ла улар үҙенең үҙенсәлекле костюмдарын заман модаһы менән бәйләп күрһәтеүгә өлгәшкән. Сағыу энергия, һоҡланғыс дәрт-дарман, матурлыҡ солғанышында Өфөлә үткән башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсында “Наза” ла бик теләп ҡатнаша. Билдәле булыуынса, ул инде хәҙер республикабыҙҙа 15-се йыл уҙғарыла. Ошо ваҡыт арауығында фестиваль ысынында халыҡсанға әйләнде, унда Башҡортостандың барлыҡ һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән егерме меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашты. Үҙенә ылыҡтырған, һоҡландырған “Наза”лар ҙа “Тыпырҙаҡ” бейеүе менән 100 бал йыйып, конкурстың көҙ айында үтәсәк икенсе турына үткән.

Милли мәҙәниәтте һаҡлауға күп көс түккән, сәнғәткә, халыҡ бейеүенең хәрәкәтенән алып костюм биҙәлешенә оло иғтибар йүнәлткән “Наза” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Светлана Батыршинаның башҡарған эштәре изге, ниәттәре маҡтаулы.

Мәҙәниәткә ғашиҡ Светлана
Мәҙәниәткә ғашиҡ Светлана
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: