Йәйғор
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июль 2022, 11:12

Һәүәҫкәр артистар сәхнәне гөрләтә

Шишмәнең һәүәҫкәр сәхнә әһелдәре районда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй

Һәүәҫкәр артистар сәхнәне гөрләтә
Һәүәҫкәр артистар сәхнәне гөрләтә

Шишмәнең һәүәҫкәр сәхнә әһелдәре районда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылында ла улар халыҡ сәнғәтен популярлаштырыуға күп көс түгә, сығыштарында йолаларҙы, этномәҙәни күп төрлөлөктө аса, бөтә Рәсәй халыҡтарының һәм этник берлектәренең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлай. Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре оҫта итеп ойошторған сараларҙағы уларҙың сағыу сығыштары халыҡты шатландырып ҡына ҡалмай, уйландыра ла, бер аҙ моңландыра ла. Быға райондың яҙғы сәсеү эштәренән һуң уҙған һабантуйҙар ҙа асыҡ миҫал булып тора.

Уларҙың районда, ауылдарҙа үткәрелгәндәрендә лә тамашасыларға сағыу, матур үҙешмәкәр сәнғәт программаһы тәҡдим ителде. Вокал номерҙар бейеүҙәр менән үрелеп барҙы, шиғырҙар уҡылды, халыҡ рәхәтләнеп моңло ҡурай көйөн тыңланы. Үҙешмәкәр артистар, районда киң билдәле башҡорт, татар, рус, украин ансамблдәренең һәр сығышын күңелен биреп ҡарағандар, уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Бындай саралар районда егәрле һәм тырыш ҡына түгел, ә ижади талантлы кешеләр йәшәүен дә дәлилләй. Улар артистарға ла, тамашасыларға ла көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, күтәренке кәйеф, яҡташтары өсөн ғорурлыҡ хисе бүләк итте.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: