Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июль 2022, 11:33

Шамониндарҙы йыр – моң берләштерә

Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгәндәр ижади кисәлә осрашты

Шамониндарҙы йыр – моң берләштерә
Шамониндарҙы йыр – моң берләштерә

Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгәндәр ижади кисәлә осрашты.

 Ауыл мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары йәйҙең йәмле көнөн йәмләп ауылдаштарын матур сараға йыйҙы. “Наза” халыҡ бейеүҙәре, “Шамонин ағинәйҙәре” фольклор ансамблдәре, һәләтле Ләйсән Ниғмәтйәнова, Ирада Ҡадирова, Гөлшат, Гөлнира Аҡбулатовалар, Ризидә Мөхәмәтйәнова, Земфира Ғәскәрова, Марат Ғиләжевтар халыҡтың кәйефен күтәрерҙәй итеп йәнле сығыш яһаны. Был көндө байрамға йыйылған халыҡ концерт ҡына ҡарап ҡалманы, бер – береһе менән кинәнеп аралашты, төрлө темаларға бәхәс ҡорҙо, сараны ойошторғандарға рәхмәт тә әйтте.

-Беҙҙең ауылда йәшәгән уңған, һәләтле халыҡ үҙ – ара булған дуҫлыҡ-татыулыҡты ла бик ҡәҙерләй белә. Өлкәндәрҙең бер – береһе менән дуҫ булып йәшәүен күреп үҫкән балаларыбыҙ ҙа мәктәптә бергә уҡый, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙып йәшәгәс байрамдарыбыҙ ҙа күңелле үтә, эштәребеҙ ҙә уң бара, - тип һөйләне Лилиә Барлыбаева.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: