Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь 2022, 08:41

“Наза” ансамбле – еңеүсе!

Өфө районының “Наза” халыҡ бейеүҙәре ансамбле күп һанлы фестиваль - конкурстарҙа ҡатнашыуы, маҡтаулы урындар яулауы менән киң билдәле.

“Наза” ансамбле – еңеүсе!
“Наза” ансамбле – еңеүсе!

Республикала 15 йыл рәттән уҙғарылған башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсында “Наза” ла бик теләп ҡатнашты. Ошо йылдар дауамында Башҡортостандың барлыҡ һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән егерме меңдән ашыу бейеүсе араһында “Наза” ларға тиңдәр булмаған. Сағыу энергия, һоҡланғыс дәрт-дарманы менән үҙенә ылыҡтырған  ансамбль был мәртәбәле конкурста “Тыпырҙаҡ” бейеүе менән 100 бал йыйып беренсе турҙы үтте.

Конкурстың гала-концертында ҡатнашасаҡ "Наза"ның сығышын тамашасы көслө алҡыштарға күмер тип ышанабыҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: