Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2022, 14:26

Беҙҙең көс – берҙәмлектә!

Бөгөн, Көнбайыш идеологияһы беҙҙең илдә үҙ йоғонтоһон киңерәк йәйелдерергә ынтылған ваҡытта, Рәсәй халҡы алдында  милли традицияларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен, йолаларын, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлгөләрен, телен һаҡлап алып ҡалыу алғы планға сыға.

Беҙҙең көс – берҙәмлектә!
Беҙҙең көс – берҙәмлектә!

Нуриман районының ижтимағи тормошонда милли ойошмаларҙың эшмәкәрлеге мөһим урын биләй. Улар халыҡ – ара дуҫлыҡты, берҙәмлекте нығытыу, илһөйәрлек тойғоһо  тәрбиәләү, сәләмәт тормош алып барыу йүнәлешендә баһалап бөткөһөҙ эштәр алып бара. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк – был милли үҙәктәрҙе тәжрибәле, абруйлы  мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре етәкләй. Мәҫәлән, Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Вәлиев Илгиз Зиннур улы Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. “Кугу Шеде” мари халҡының этномәҙәниәт үҙәге етәксеһе Янгузина Лидия Сабанаевна Оло Шиҙе төп белем биреү мәктәбе директоры вазифаһын биләй. “Ихлас” татар мәҙәниәте үҙәге етәксеһе Фәттәхова Зилә Заһит ҡыҙы Нимесләр башланғысы мәктәбе етәксеһе. Райондың Рустар Соборы ойошмаһын Павловка ауылының билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәре Исмәғилева Ирина Семеновна етәкләй.

Кескәйҙәрҙә һәм уҡыусы балаларҙа  рухи көс тәрбиәләү – милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәренең төп эш йүнәлештәренең береһе. Илгиз Зиннур улының  башланғысы менән  Яңы Күл урта мәктәбендә йәш шайморатовсылар класы асылһа, Ирина Семеновна балалар өсөн вокаль ансамбль ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, йәш йырсыларҙың күбеһе районда киң билдәле “Веретенце” вокаль ансамбле ағзаларының ейән – ейәнсәрҙәре. Башҡорт, татар һәм мари халыҡтарының этномәҙәниәте музейҙары ла балалар менән әүҙем эшләй.

 Милли ойошмаларҙың эшмәкәрлеге район хакимиәте тарафынан ыңғай баһа таба. Күптән түгел Халыҡтар дуҫлығы көнө айҡанлы уларға рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: